6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Матбуғат

Төрөктәрҙең бында ниндәй ҡыҫылышы бар
27.05.04


       Үткән йыл аҙағында, республика Президентын һайлауҙарҙан һуң тынып ҡалған BashNews.ru сайты тағы эшләй башланы һәм бысраҡ
       өйөргә тотондо. Миҫал итеп "Башҡортостан Рәсәйҙән Төркиәгә китәсәкме" тигән материалды килтерергә була.
       Материалдың асылы түбәндә: мәҡәлә авторы Елена Крайнева " Беҙ бергә" тип исемләнгән рус - герман акцияһында ҡатнашҡан ваҡытта "Ә ниңә һеҙҙең ҡалала төрөк кафелары күп" тигән сәй ер һорау ишетә. Уйға ҡала һәм ошо проблема буйынса үҙ журнал ист "тикшереүе" үткәрергә ҡарар итә. Тикшереү һөҙөмтәләре мә ҡәләгә баш итеп бирелә лә инде.
       Немецтарҙан бындай һорау ишетеү сәйер кеүек. Германияла, билдәле булыуынса, Европала иң ҙур төрөктәр диаспораһы йәшә й. Был турала, мәҫәлән, йәштәр акцияһында ҡатнашыусы Кордула
       Гданец ханым ентекле һөйләп бирҙе. Уның һүҙҙәре буйынса Гер манияла төрөк телендә бик күп гәзиттәр сыға, төрөк телеканал ы ла бар, ә инде люля - кебаб немецтарҙың иң яратып ашаған а ҙығына әүерелгән. Шуныһы ҡыҙыҡ, ундағы халыҡ төрөк интервенц ияһынан ҡурҡмай, киреһенсә, төрөк мәҙәниәтен ҡыҙыҡһынып өйрә нә, яңы шарттарҙа үҙгәреүен күҙәтә.
       Ә инде Башҡортостанға япҡан ғәйеп барлыҡ Рәсәй өсөн хас т ип әйтергә булыр ине. Бөгөн төрөк төҙөүселәре, Көнсығыш көйҙ әре, кухняһы Рәсәй ҡалаларында бик йыш осрай.
       Икенсе яҡтан ҡарағанда, законға ҡаршы эшмәкәрлек менән шө ғөлләнгән миссионерҙар һәм уҡытыусылар ҙа Башҡортостанда ғын а осрамай. Уларҙың эшмәкәрлеге туҡтатылып, хоҡуҡ боҙоусыларР әсәйҙән сығарылып ебәрелә.
       Шуға күрә Башҡортостан Рәсәйҙән Төркиәгә китерме, юҡмы ти гән темаға лаф ороуҙарҙың бер ингеҙе лә юҡ.

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал