6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тәбиғәт

Өфөлә каштандар сәскә ата...
27.05.04


       Быйыл мин ниһәйәт каштандың сәскә атҡан сағын күрҙем, һәм әл лә ҡайҙа түгел, үҙебеҙҙең Өфө ҡалаһында, Киров урамында. Ә б еренсе тапҡыр был тантаналы матурлыҡ менән мин бик күптән, К иев ҡалаһында танышҡайным. Нимә менән сағыштырырға була уны
       Бәлки храмға кереү менәндер, йөҙләгән шәмдәлдәр яныуы менән
       сағыштырырға ла булалыр, моғайын. Сөнки тәбиғәт - әсәбеҙ бе ҙҙә һирәк осраған был ағас ботаҡтарына тап шәмдәл - сәскәлә р ултыртҡан. Усҡа оҡшаған япраҡтарҙа урынлашҡан улар. Был ма турлыҡтан күҙ ҙә алмай, һоҡланғандан һоҡланғы килә.
       Кемдең изге ҡулдары ултыртҡандыр был ағасты, бала ҡараған дай итеп һалҡындарҙан һаҡлағандыр. Әммә башҡа ағастар менән
       сағыштырғанда каштан Ҡыш Бабайҙың һынауҙарын бишкә тапшыры п, беҙҙең тупраҡҡа ерегеп киткән. Ул ғына ла түгел, мөһәбәтл еге менән 5 ҡатлы йортто ҡыуып еткән ул.
       Ә күптән түгел "Нефтяник" Мәҙәниәт һарайы алдында тағы бе р сәскә атыусы каштан ағасына тап булдым. Уға үҫергә лә, үҫе ргә әле. Ғөмүмән, минеңсә Өфөлә тотош каштан аллеяһы ултырты рға ла ваҡыт етте шикелле.

Леонид Соколов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал