6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Әйтер һүҙем һүрәттәремдә
05.08.03


       "Хыял хыял булып ҡала" тибеҙ ҙә беҙ, күңел тауышына битараф ҡалып, ваҡытына күрә кәрәгерәк булған нәмәне һайлайбыҙ. Шула й ҙа тормош үҙе ҡасан да булһа алыҫта ҡалған хыялды тормошҡа
       ашырырға күндерә. Билдәле художник Владислав Меостың әсәһе Валентина Суровцева
       - Меос менән дә шулай булған. Валентина Федоровна 1913 йылд а Иглин ҡасбаһында тыуған. Бухгалтерлыҡҡа уҡып сыҡҡас, ул ба р ваҡытын тип әйтерлек һандарға бағышлай.Баласаҡ хыялы ҡайҙа лыр алыҫта тороп ҡала, төп урынды көндәлек проблемалары менә н тулы ябай тормош биләй. Ирен юғалтҡанда уға әле утыҙ йәш т ә тулмаған була. Эдуард Михайлович Меос, Төнъяҡ - Осетия АСС Р хакимиәте ағзаһы, Орджоникидзе сиктәрендә барған һуғышта ф ашист бомбаһы ярсыҡтары тейеп һәләк була. Валентина Федоровн а бер үҙе улын тәрбиәләй, ғүмеренең күп өлөшөн өй һәм эш ара һында йүгереп үткәрә. Йылдар үтә. Бер көндө ул улының бергә эшләгән иптәше менән х удожество фонды эштәре тураһында һөйләшкәндәрен ишетеп ҡала һәм башын сайҡап былай ти:" Балалар, уҡыған ваҡытта һеҙ рәсс ам булырға хыяллана инегеҙ, ә хәҙер ниндәйҙер плакаттар төшө рәһегеҙ". Ҡапыл уның йөҙө асылып китә:"Ҡайҙа әле мин һеҙгә н исек яҙырға кәрәклеген күрһәтәм", - ти ул. Һәр беребеҙҙе уратыусы тирә - яҡты ул икенсе төрлөрәк итеп к үрә. Өйрәнелгән бүлмә, сәскәләр, ҡала майҙаны йәки урам, йыл ға яры уның полотноларында гүйә терелгән кеүек була. Уның бө гөнгө күргәҙмәләрендә сағылыусы тап ошо балаларса бер ҡатлыл ыҡты бында килеүселәр төрлөсә ҡабул итә, кемдер һоҡлана, ә к емдер кире ҡаға. Ә профессионаларға килгәндә инде, башҡорт с әнғәте класигы Борис Домашников был һүрәттәрҙе күреп:"Ниндәй
       эштәр!.. Барыһы ла асыҡ һәм таҙа! Ниндәй һайлап ала белеү о ҫталығы! Барыбер мәктәп беҙҙе боҙа, үҙеңде һаҡлап ҡалырға ҡа масаулай" ,-- тип билдәләне. Үҙешмәкәр рәссамдың 90 йәшенә арналған өсөнсө күргәҙмәһендә Валентина Меостың йөҙҙән ашыу картинаһы ҡуйылды. 1993 һәм199 8 йылдарҙа "Урал" галереяһында һәм Ҙур күргәҙмә залында үтк ән тәүге ике күргәҙмәһенән айырмалы рәүештә, хәҙерге ҡайһы б ер картиналары профессиональ эштәргә яҡын. Уның һүрәттәрендә
       иң мөһиме һыҙыҡтарҙың туралығы түгел, ә рәссамдың тормошто нисек итеп күреүе булһа ла, алға китеш һиҙелә. Йоҡо бүлмәһен ең яҡты тондарҙа бирелеүе авторҙың үҙ йортон яратыуы, вазала
       уртаҡ урын тапҡан ялан сәскәләре һәм баҡса пиондары уның үҙ
       - үҙе һәм тирә - яҡ менән дуҫ булып йәшәй белеүе тураһында һөйләй. Һары төҫ менән зәңгәр төҫ гармонияла бирелә: пасха б айрамын әфлисундар тулыландыра. Тәбиғәттең төрлө торошон буя уҙар аша бирергә ашығып һәм бик яратып яҙған Валентина Федор овна. Асыҡ һәм аңлайышлы эштәр араһында береһе генә һорауҙар
       тыуҙыра -- ул берҙән - бер автопортрет, картинала йәш Вален тина нимә тураһындалыр моңая. Рзмерҙары ҙур булмаған, экспрессия һәм фантазия ташып торған
       картиналар һоҡланыу һәм ниндәйҙер йылылыҡ тойғоһо тыуҙырала р. Әйтегеҙсе, тағын ҡайҙа һеҙ Владимир Ильич Ленинды һәм уны ң һеңлеһен принц һәм принцесса кейемендә күрер инегеҙ Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Валентина Федоровна "Ижад" күргәҙмә залынд а үҙенең картиналары араһында була алмай, ул бик ауыр йөрөй һәм өйҙән сыға алмай тиерлек. Хәҙер картиналар ҙа яҙмай инде
       ул, әйтер һүҙемде картиналарымда әйттем, ти ул. Әйткәндәй, авторҙың һуңғы эштәренән өсәүһе Михаил Васильевич
       Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейы т арафынан һатып алынған. Бер ҡатлы тип атарлыҡ булған сәнғәт тамашасыларҙа ғына түгел, белгестәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу уята, кү рәһең. Һүрәттәрҙә: Валентина Суровцева - Меос һәм уның картиналары.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал