6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Күсемһеҙ милек

Йәшәү урынын һайлап алырға була
26.05.04


       Ҡасандыр Себер тарафтары рәсәйлеләрҙе тик аҡса төбәге
       кеүек кенә ҡыҙыҡһындыра ине. Илебеҙҙең был алыҫ мөйөшөнә ке мдер машина һатып алыр өсөн йә булмаһа йорт һалыуға аҡса йый ыр өсөн баралар ине. Әммә Себер яҡтарын даими йәшәү урыны ит еп һайлаусылар ҙа табылды. Тап улар өсөн хөкүмәт матди дәртл әндереү сараларының комплексын да ойошторҙо.
       Себер төбәктәрен үҙләштереү проблемаһы идея - фикс кеүе к ҡарала ине, сөнки унда яғыулыҡ - энергетика ресурстарының
       тос өлөшө тупланған. Үҙгәртеп ҡороу йылдары был пландарҙы
       бер аҙ үҙгәртә.
       Яңы иҡтисади шарттарҙа был төбәктең социаль һәм торлаҡ - коммуналь инфраструктураһы ҡиммәтҡә төшә. Ул арала Себер т өбәктәрендә халыҡ артып китте, иҡтисад темпы кәмей төшкәс, э шһеҙлек артты. Тап ошо сәбәптәр арҡаһында ғына кешеләр кирен ән оло ергә ҡайта башланы. Тыуған яҡтарға пенсия йәшендәге к ешеләр ҙә ҡайтырға теләк белдерҙе. Был проблеманы хәл итеү ө сөн хөкүмәткә миграция буйынса саралар күрергә тура килде.
       Мәҫәлән, " Рәсәй Федерацияһында торлаҡ баҙары" мәғлүмәт си стемаһы - шундай проекттарҙың береһе. Был йәшәү урынын алма штырырға теләгәндәр өсөн бик ҡулай система. Ул йылдан артыҡ эшләй һәм 45 төбәкте үҙ эсенә ала. Уның 500 -ҙән артыҡ мәғлү мәт сығанағы бар.
       Ағымдағы йылдың мартынан башлар Башҡортсотанреспубликаһы л а был проектта ҡатанша башланы. Төҙөлгән торлҡа күләме буйын са беҙҙең республика Рәсәй кимәлендә артта ҡалғандарҙан түг ел. "Азимут" күсемһеҙ милнк буйынса мәғлүмәт хеҙмәте төбәк вәкиле булараҡ сығыш яһай.
       Был программа нисек эшләй һуң
       Тәүҙә бөтә сығанаҡтар буйынса мәғлүмәт йыйыла. Уларҙың бары һы ла урындағы сығанаҡтар менән бәйле. "Күсемһеҙ милек баҙар ы" бюллетене тап ошо сығанаҡтарҙың мәғлүмәтенә таянып сығары лған да инде. Республикала ниндәй генә фатир һатылмаһын, был
       хаҡтағы мәғлдүмәт Себерҙең иң төпкөл райондарына тиклем бар ып етәсәк. Тимәк, республикала фатир һатып алырға теләүселәр
       тура килгәнде түгел, ә һайланып ҡына ҡарар ҡабул итә ала.
       Әйткәндәй, пилот проекты эшләй башлағандан бирле, Себер яҡт арынан 2000 мең кеше торлаҡ мәсьәләһен хәл итте. өсөнсө бюлл етень сығыу менән тағы ла 15 мең кешенең республикаға кире ҡайтыуы көтөлә.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал