6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Әхлаҡ

Ҡатын - ҡыҙҙар намыҫы өсөн!
25.05.04


       Май байрамдары "йола" буйынса һәр төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрг ә бай. Шуға күрә Майское ауылы һәм Туймазы районының Серафим овка ҡасабаһы араһындағы ағаслыҡта янған "Москвич - 2141" ма шинаһы һәм уның хужаһының мәйете табылғас, оперативниктар бы ны алдан уйланған йә иһә "иҫерек" үлем тип күҙаллағандар ине . Әммә ысынында барыһы ла сериалдарҙағы һымаҡ күпкә ҡатмарлы раҡ килеп сыҡты.
       Ғәҙәттә бындай енәйәттәрҙе асыу ҡыйынға тура килә. Был юл ы ла байтаҡ ҡына тир түгелә. Һәләк булыусы тураһында барыһы ла билдәле булһа ( 55 йәшлек, Нижнетроицкий ҡасабаһында йәшә гән, өйләнгән, балалары айырым йәшәй, күптән түгел Себерҙән ҡайтҡан) ә үлтереү мотивтары һәм ғәйепләнеүсе тураһында тәү ге сәғәттәрҙә бер нимә лә асыҡ түгел ине. Шулай ҙа БР покура тураһының алдан уйланған үлтереү һәм бандитизм осраҡтарын ти кшереү бүлегенең өлкән тәфтишсеһе Тимур Зәйниев етәкселегенд ә һәм республика прокуратураһы прокурор - криминалисы Марат Ғәниев ҡатнашлығында урындағы милиция был ауыр енәйәтте биш - алты көн эсендә аса алды. Енәйәт ҡылыусы - Серафимовка ҡас абаһында йәшәүсе 18 йәш тә тулмаған ҡыҙ булып сыға. Туймазы районының эске эштәр бүлегенә шаһит күрһәтеүҙәре алыу өсөн с аҡырылған ҡыҙ үҙ ғәйебен таныуы тураһында белдерә.
       Был фажиғәнең тарихы бик күңелһеҙ башлана. Серафимовкағаҡ ыҙ ғаиләһе менән күптән түгел күсеп килә, ә быға тиклем ул һ әләк булған ирҙең ауылдашы була. Дәрестәргә йөрөмәү сәбәпле мәктәпте тамамлай алмай. Декабрь айында атайһыҙ бала таба. Ә ммә башфна төшкән бурысҡа яуаплы ҡарай, казиноға эшкә урынла ша, балаһы менән үҙен тәьмин итеүҙән тыш ғаиләһенә лә ярҙам итә. Һәләк булыусы менән нимә бәйләй уларҙы Өҫтәүенә ир кеш ене уның ауылдаштары өндәшмәҫ, ҡырыҫ кеше булараҡ хәтергә ал а. Баҡһаң, уларҙы өс йыл элек булған ваҡиға бәйләй икән.
       Бер көнө кис ҡыҙҙың әсәһе уны ниндәйҙер китаптарҙы ҡайтар ып бирергә ҡушып, өҫтә әйтелгән иргә ебәрә. Ҡыҙҙың һүҙҙәре б уйынса ул ишекте бикләй һәм бәйләнә башлай. Ҡыҙҙың ярҙам һо рап ҡысҡырған тауыштарын ишетеп, күршеләре уның өйөнә шылтыр ата. Ирҙең ҡатыны йүгереп килә. Көсләүсе үҫмергә 800 һум би рә һәм ғариза яҙмауын үтенә. Тиҙҙән ҡыҙҙың ғаиләһе күсеп кит ә. Май айының беренсе көнөндә сәғәт киске туғыҙҙар тирәһен дә ир кеше ҡыҙҙың әсәһенә тағы ла китаптар алмаштырырға килә . Әйтелгән осраҡтан һуң башҡа бәйләнеү булмағас, ҡыҙ уға ыша нып, үҙен күрше ҡасабаға алып барыуын һорай. Ун беренсе ярты ла юлға сығалар. Ир ҡапыл ағаслыҡҡа борола һәм ҡыҙҙы көсләрг ә маташа. Ҡулына автомобиль салонында ятҡан буш шешәне эләкт ереп ҡыҙ көсләүсенең башына һуға. Һуңынан, "барыһын да иҫенә
       төшөргәс", туҡтай алмай һәм шырпы яндырып бензин багына ырғ ыта.
       Һәләк булыусының шәхесе үҙенсәлекле: ғәҙәти булмаған мед ицина менән шөғөлләнеп, ул әле 1998 йылда уҡ ЮНЕСКО ҡарамағы ндағы Бөтә донъя ғәҙәти булмаған медицина ассоциацияһының үҙ Ґ­Ґ гипноз һәләттәрен раҫлаусы дипломына эйә була. Дөрөҫ ун ың башҡа "документтары" ла - төрлө йәштәге, шул иҫәптән бали ғ булмаған ҡыҙҙарҙың яланғас төшкән фотолары табыла. Ауылда штары уның бала саҡтан фото менән мауыҡҡанын раҫлай. Әлеге в аҡытта тикшереү эштәре алып барыла, экспертизалар үткәрелә, ҡыҙ 105 - се статья буйынса - үлтереү - ғәйепләнә.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал