6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Юбилейҙар

Тел фәнен яратһаҡ ҡына һүҙҙәр беҙгә йәшерен мәғәнәһен асыр
05.08.03


       Бөгөн бөтә илгә билдәле башҡорт ғалимы Талмаҫ Мәғсүм улы Ғ ариповҡа 75 йәш тула. 1994 йылда Хельсинкила сыҡҡан" Кто ест ькто в современной русистике" белешмәһендә беҙҙең күренекле яҡташыбыҙ тураһында ентекле мәғлүмәттәр бирелә. 2000 һәм 200 1 йылдарҙа Америка биография мәғлүмәттәре буйынса профессор Ғарипов "Йыл кешеһе" исеменә лайыҡ булған. Бындай оло баһа к емдең дә башын әйләндерергә һәләтле, тик Талмаҫ Ғариповтыҡын
       ғына түгел, сөнки ул бер ваҡытта ла исем, награда артынан ҡ ыуманы --улар уны үҙҙәре тапты.
       Һис шикһеҙ, Талмаҫ Мәғсүм улы бәхетле йондоҙ аҫтында тыуға нтип ышаныс менән әйтеп була. Ата - әсәһе, совет дипломаттар ы, улдарына төрөк теленән тәржемә иткәндә "арымаҫ" тигән мәғ әнә аңлатҡан исем биргәндәр. Мәғсүм ғәрәп телендә "бөйөк" ти гән мәғәнәне аңлата. Әйтергә кәрәк, был бер ҙә арттырыу түге л. Һәм тағы ла яҙмыш уға тоғро ғүмер юлдашы -- рус ҡыҙы Нина
       Черникованы бүләк иткән. Ул ( шундай тап килеүҙәр була ла и нде!) Талмаҫ Ғарипов менән бер йылда, бер үк көндә ( йәғни 3 1 июлдә ) Мәскәүҙә тыуған. 1946 йылда улар икеһе лә Мәскәү д әүләт университетының филология факультетына уҡырға инәләр. Талмаҫ Ғарипов бала саҡтан уҡ телдәр менән ҡыҙыҡһына. Ул күп
       телле ғаиләлә үҫә, өҫтәүенә 6 йыл ғүмерен ата - әсәләре мен ән Төркиәлә үткәрә. Сағыу биҙәкле көнсығыш донъяһы ла малайҙ ың уй - хистәренә йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә. Нисектер у ның ҡулына Николай Тихоновтың сит ил кешеләре өсөн ябыҡ булғ ан Афғанстанға үтеп инеп, ундағы халыҡтың тел һәм йолаларын өйрәнеүсе венгр сәйәхәтсеһе тураһындағы "Вамбери" тигән кита бы килеп эләгә. Ошо көндән алып малайҙа китап геройына оҡшау
       теләге уяна. Оҙаҡ ваҡыт Талмаҫ ата -аәсәләре менән бергә Өфөлә йәшәй, бил дәле 11 - се һанлы урта мәктәпте миҙалға бөтә. Үҙенең бала с ағы үткән ҡалаға ул йәш ҡатыны менән бергә йүнәлтмә буйынса килә. Нина Дмитриевнаға шунда уҡ Башҡорт педагогия институты нда ( һуңынан ул Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәү ләт унивеситетына әүерелде) эш тә табыла. Бында тел ғилеме һ әм рус теле кафедраһында доцент Ғарипова хаҡлы ялға сыҡҡансы
       эшләй, студенттарҙың иң яратҡан уҡытыусыларының береһе була . Уның ҡайһы бер уҡыусылары һаман да уның лекцияларын һаҡлай , сөнки улар шул тиклем ентекле һәм аңлайышлы бирелгән. Ә ни ндәй һәйбәт куратор булған ул, студенттар, айырыуса уларҙың дөйөм ятаҡта йәшәүселәре тураһында ҡайғыртыуын әле булһа һағ ынып һөйләйҙәр. Ирле - ҡатынлы Ғариповтарҙы бергә күреүселә р уларҙың шул тиклем пар килеүҙәренә иҫтәре китә торғайны. Талмаҫ Мәғсүмовичтың фәнни карьераһы бик уңышлы башланып кит ә. 1955 йылда ул ваҡытынан алда кандидатлыҡ диссертацияһын, ә 1974 йылда бына тигән итеп докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
       1956 йылдан башлап Фәндәр академияһының башҡорт филиалында }xkәй, 1966 йылдан иһә Башҡорт дәүләт университетында кафедр аға етәкселек итә. 1980 йылда профессор дәрәжәһендә Башҡорт дәүләт педагогия институтына күсә ( хәҙер педагогик универси тет). Әле ул дөйөм тел ғилеме кафедраһын етәкләй. Талмаҫ Ғар ипов биш йөҙҙән ашыу фәнни һәм педагогик эштәр авторы, Евра зияның егерме бер илендә, Германияла немец телендә докладтар
       менән сығыш яһаны, Венгрия һәм Рәсәйҙең алдынғы университет арында гаст - лектор булды. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортост ан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Бөтә Рәсәй кимәл ендә үткәрелгән иң яҡшы монографияға конкурс призеры. Рәсәйҙ ең көнсығыш белгестәре Ассоциацияһы президиумы, Рәсәй тюркол огтар комитеты ағзаһы. Професср Ғариповтың ҡаҙаныш һәм титул дар исемлеген әле бик оҙаҡ һанарға булыр ине.
       Талмаҫ Мәғсүм улына, үҙе әйтеүенсә, йәшәргә һәм ҡаҙаныштар
       яуларға күп ваҡыт спорт ярҙам итә, әйтергә кәрәк, улар студ ент саҡтан алып яҡын дуҫтар. Бадминтон менән шөғөлләнеү уға үҙен һәр ваҡыт яҡшы физик формала тоторға ярҙам итһә, шахмат
       иһә аҡыл өсөн бына тигән гимнастика. Әммә уның төп ярҙамсыһ ы һәм һаҡлаусы фәрештәһе -- Нина Дмитриевна. Еңел булмаған ғ аилә мәшәҡәттәрен тап ул үҙ өҫтөнә алған да инде. Ә улдары М аксим һәм Тимур билдәле фамилияны лайыҡлы дауам итәләр, һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан. Ғариповтарҙың өс ейән - ей әнсәрҙәре үҫә, һәр олатай - оләсәйгә хас булғанса улар бәләк әстәр өсөн бер нимә лә йәлләмәй.
       Талмаҫ Мәғсүм улы менән беҙ уның юбилейы алдынан осраштыҡ.
       Уның менән һөйләшеүе шул тиклем мауыҡтырғыс, энциклопедия м енән генә сағыштырырлыҡ белем кимәле, яҡшы хәтере һоҡланырға
       мәжбүр итә. Профессор һәр кем менән уның туған телендә һөйл әшергә тырыша. Рус, татар, башҡорт, немец телдәрен яҡшы белә , инглиз, француз, тажик һәм башҡа төрөк телдәрәндә лә арала ша ала, йәш ваҡытында эсперанто менән мауыҡҡан, латин телен дә хәтерләй. Күптән түгел йәмәғәткә "Гаудеамус" студенттар г имнының поэтик тәржемәһенең үҙ версияһын тәҡдим итте. Телгә
       ҡағылған төшөнсәләрҙә ул тулы итеп яуап бирә алмаған бер ге нә һорау ҙа юҡтыр ул. Беҙ уның менән сит телдәрҙе өйрәнеү тураһында ла һөйләштек, әлбиттә. Хәҙер, сит илдәргә барыу күптәр өсөн ғәҙәти эшкә ә йләнгән ваҡытта бер сит тел булһа ла белеү бик мөһим. Тик, м әҫәлән, инглиз телен мәктәптә һәм унивеситетта күпме генә өй рәнһәк тә, сит ил вәкилдәре менән осрашҡанда нисектер юғалып
       ҡалабыҙ, һүҙ әйтергә ҡурҡабыҙ, ә бит практика булмаһа телде
       теорияла белеүҙән файҙа юҡ. Профессор әйтеүенсә, телдә иң т аралған йөҙ һүҙҙе беләһең икән, тимәк һине аңлаясаҡтарына ши к юҡ, белемдең 50 проценты бар тигән һүҙ.
       Профессор Ғарипов шөғөлләнгән фәнни йүнәлештәрҙең береһе -д өйөм радиксология. Был термин тамыр лексикаһы тигәнде аңлата . Ғөмүмән, юбиляр менән аралашҡан ваҡытта мин шуны аңланым - - тел ғилеме һәм хатта пунктуация менән орфография ла күңелһ еҙ предметтар түгел, әгәр улар буйынса дәресте Талмаҫ Мәғсүм
       улы Ғарипов кеүек үҙ эшенең оҫталары алып барған осраҡта, ә лбитә.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал