6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Конфликттар

Һуңлаған ғәфү үтенеү
24.05.04


       Швейцарияның "Скайгайд" авиадиспетчер хеҙмәтенә 2 июлдә Боде н күле өҫтөндә булған авиаһәләкәттә һәләк булғандарҙың туған дарынан ғәфү үтенеү өсөн ике йыл кәрәк булды. "Скайгайдтың " генераль директоры Ален Россье авиаһәләкәт ҡорбандарының т уғандарынан ике телдә ғәфү үтенде. Рус телендәге тәржемәне у ға латиницала яҙып бирҙеләр. Башҡаларға нисектер, белмәйем, әммә ҡайһы берәүҙәргә уның һүҙҙәре ҡоро һәм һалҡын яңғыраған
       кеүек тойолдо.
       Швейцария бындай аҙымды Германияла авиаһәләкәт тураһында техник отчет баҫылғандан һуң ғына яһаны. Унда Боден күле өҫт өндәге авиаһәләкәттең сәбәптәре тулыһынса бирелгән. 19 реком ендацияның унауһы башлыса Швейцария авиадиспетчер хеҙмәтенә ҡағыла. Әйткәндәй, отчетта "Скайгайд" компанияһының исеме ат алмай, "Цюрихта осоштарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм кон тролдә тотоу үҙәге" тип әйтелә. Компанияның исеме әйтелмәүе уға мәғлүмәт сараларының, һуңынан - судтың баҫымын кәметеү өсөн эшләнгән күрәһең. Фажиғәлә ғәйеплеләрҙе суд билдәләргә тейеш, әлбиттә. Әммә 71 кешенең һәләкәте өсөн күрәләтә ғәйеп ле булып та ике йыл буйы үҙ ғәйебен танымаған компанияның ис емен йәшерергә маташыу әҙәпһеҙлектер тип уйлайым.
       Авиаһәләкәт сәбәптәре ике төркөмгә бүленгән. Әммә төп сәб әп булып Швейцария авиадиспетчерының ике самолеттың бер эшел онда килеүенә һуңлап иғтибар итеүе тора.
       Шул уҡ ваҡытта һәләкәттән һуң ике йыл дауамында уның ҡорб андары тағы ла артты. Һүҙ һәләк булғандарҙың туғандары тураһ ында бара. Башҡортостанда ғына инсульт, инфаркт, нервы көсөр гәнешлегенән 11 кеше вафат булды. Башлыса улар һәләк булған балаларҙың олатай - оләсәйҙәре. Ә ата - әсәләр иһә дүрт нөкт әлә ҡатып ҡалды тиергә була: өй - эш - зыярат - дауахана.

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал