6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Германия илсеһе студенттар менән һөйләшеү ваҡытында бала сағ ында сит телдәрҙе яратмағанын белдерҙе
20.05.04


       Өфөлә булыу графигы тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Германияны ң Тулы хоҡуҡлы илсеһе Ханс - Фридрих фон Плетц ике сәғәт дау амында республика студенттары менән әңгәмәләште. Осрашыу Өфө
       юридик институтында барҙы. Илсе әфәндене уның тормош иптәше
       фон Плетц ханым һәм БР Хөкүмәте Премьер - министр урынбаҫар ы Хәләф Ишморатов оҙатып йөрөнө.
       Уҡыу йортоноң осрашыу барған залы шығырым тулы булды. Сту денттар ҡунаҡ менән теләп осрашты. Фон Плетц әфәнде лә осраш ыуҙан ғәнәғәт ҡалды. Һорауҙарға яуапты ашыҡмайынса, уйлап би рҙе ул, үҙе лә һорауҙар бирергә онотманы.
       Илсе халыҡ - ара террорсылыҡҡа, уларға ҡаршы көрәштә Герм ания һәм Рәсәйҙең берҙәмлегенә ҙур иғтибар бүлде, был йәһәтт ән илдә нимә эшләнеүе тураһында һөйләне.
       Студенттарҙы башлыса Европа интеграцияһына ҡағылышлы һора уҙар ҡыҙыҡһындырҙы.
       - Ваҡыт үтеү менән илдәр үҙҙәренең асылын юғалтмаҫмы - т ип һораны ҡайһы берәүҙәр. Үҙ мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу өсөн Ге рмания нимә эшләй- тигән һорау бирҙе башҡа студенттар. Йәшт әр шулай уҡ Рәсәйҙә Германия йылы үтеүгә бәйле мәғариф һәм ф әнни - тикшереү маҡсаттарында сиктәр асылыуы мөмкинме тип ҡы ҙыҡһынды.
       Ханс - Фридрих фон Плетцтың фекере буйынса Европаның берл әшеүе шарттарында бер - береңә ышаныу мөһим.
       - Европа Союзына инеү өсөн илдәрҙең территориаль яҡынлығы
       мөһимме - тигән һорау яңғыраны залдан.
       - Был һорауға бик оҙаҡ яуап бирергә мөмкин, тине илсе әфә нде, - Европа интеграцияһы бик оҙаҡ дауам итә. Башта союз ба ры тик алты илде берләштерҙе. Был илдәрҙә католик һәм лютера н диндәре хакимлек итә ине. Хәҙер был хәл үҙгәрҙе. Быйылдан башлап ЕС 25 дәүләтте берләштерә. Был илдәрҙә христиан дине,
       ислам һәм башҡа диндәр ҙә бар.
       Студенттар илсенең карьераһына, уның сит телдәрҙе белеүен ә ҡағылышлы һорауҙар ҙа бирҙеләр. Асыҡланыуынса, Ханс - Фрид рих фон Плетц ҡырҡ йылға яҡын дипломатия хеҙмәтендә эшләй ик ән. Рәсәйгә лсе булып 2002 йылда тәғәйенләнгән. Бында күсеүг ә икеләнеүҙәре рус телен белмәүенә бәйле булған. Алты аҙна б уйы рус телен өйрәнергә тура килә. Илсе әфәнде бала сағында сит телдәрҙе бөтөнләй яратмаған. Тәүге"сит" тел булып уның ө сөн латин теле торған. Был телдә тәүге шиғырын ятлағансы ете
       йыл үткән. Әммә ваҡыт үтеү менән барыһы ла үҙгәрә. Илсе әфә нде бик теләп сит телдәр өйрәнә башлай. Бөгөн ул инглиз, фра нцуз, фин телдәрендә лә һөйләшә белә.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал