6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тәбиғәт

Тәбиғәткә бер ҡараш
18.05.04


       Төрлө мәғлүмәт сараларында тәбиғәткә арналған махсус рубр икалар етерлек. Ә беҙҙең фатирҙа тәбиғәткә алып сыға торған
       тәҙрә лә бар.
       Беҙ Өфөнөң үҙәк урамдарының береһендә йәшәйбеҙ. Өсөнсө ҡа ттан автомашиналар юлы һәм халыҡ тулы тротуар күренә. Быға т әүлек әйләнәһенә эшләгән киосктарҙы ла өҫтәһәң, картина тағы
       ла тулылана. Тап тәҙрә төбөндә гараждар һәм сүп - сар өйөмө
       урынлашҡан. Хәйер, һәр ҡалалағы кеүек инде. Гараждар артына н уҡ башланған тере тәбиғәттең бер өлөшөн иҫәпкә алмағанда. ..
       Был 9 ҡатлы йортҡа күсеп килгәс, мин тәҙрә артында елдә с айҡалған ағастарға иғтибар бирмәнем дә шикелле. Ҡалала ағас бөткәнме ни, йәнәһе. Ә инде тәҙрә артындағы картинаға күҙҙәр
       бер аҙ өйрәнгәс, тәбиғәт ҡосағында ( хатта заповедник тип т ә атарға мөмкин булыр ине) йәшәүебеҙ асыҡланды. Беренсе булы п быны икенсе сныфта уҡыған ҡыҙыбыҙ күреп ҡалды. "Ә беҙҙең у рманда тейендәр бар. Мин уларҙы күреү генә түгел, хатта ашат тым да", - тип яңылығын систе ул. Ҡыҙыҡай артыҡ уйлап сығара
       башланы, берәй бесәй балаһы алып ҡайтырға кәрәктер, моғайын
       тип уйлап ҡуйҙым мин.
       Әммә бер - ике көндән ҡыҙымдың уйлап сығармағанына ышаныр ға тура килде. Йәкшәмбе көнө иртә менән тороп тәҙрәгә ҡараны м һәм үҙ күҙемә ышанмай ҡатып ҡалдым. Тейен! Ботаҡтар буйлап
       һикереү генә түгел, аҙыҡ эҙләп ергә лә төшәләр ине улар. Һу ңынан иғтибар менән ҡарағас, ниндәйҙер таныш булмаған ҡоштар
       иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. "Был турғай түгел!" тип кенә әйтә
       алдыҡ. Китаптарҙан ҡарап, уларҙың нисек аталғанын белдек...
       Дөрөҫөн генә әйткәндә, тейендәр һәм урман ҡоштарына оҙаҡ ҡы на өйрәнә алманыҡ - һоҡланып ҡарағанда ла ҡурҡытып ҡуймайыҡ тип ҡатып ҡала торғайныҡ. Ә киләһе йыл тейендәр күҙгә салынм ағас, ҡала уларҙы һәләк иткән икән тип ысын күңелдән көйөндө к.
       Быйыл апрель һалҡын килде, әммә таҙартыу өмәләре үткәрелд е. Тик гараж артындағы территорияны ғына бер кем дә таҙартма ны, күрәһең уның "хужаһы" юҡтыр. Ағастар араһында һыу ҙа киб еп етмәгән ине әле. Бынан тыш ағас араһында автомобиль шинал ары, пластик пакеттар һәм бутылкалар тулып ята.
       Һәм бына 1 май көнө ҡыҙым мине тәҙрә янына саҡырҙы. Яланғ ас ботаҡтар араһында ҡала халҡы өсөн бөтөнләй ят ҡош - ҡыр ө йрәктәре күренде.

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал