6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Абруй

Рәсәй байҙарының ҡан баҫымы күтәрелә
18.05.04


       Миллиардерҙар һаны буйынса Рәсәй донья кимәлендә өсөнсө урынды биләй һәм был һис тә шаяртыу түгел. Был күрһәткес буй ынса беҙҙең илебеҙҙе Америка Ҡушма Штаттары һәм Германия ғын а уҙған.
       Был хаҡта американдарҙың яратып уҡыған Форбес журналы х әбәр итә. Ә бына был журналдың рус варианты рәсәй байҙарыны ң йөҙ кешенән торған исемлеген килтерә. Әлбиттә, бындай мәғл үмәттәргә төрлө кеше төрлөсә баһа бирә. Әйтеүҙәренсә, аҡса т оҡтары исемлегенә кергәндәрҙең ҡайһы берҙәренең ҡырҡа рәүешт ә ҡан баҫымдары күтәрелә. Йәнәһе лә, уларҙы исемлеккә керете леүе хоҡуҡ һаҡлау органдарының иғтибарын йәлеп итәсәк һәм ун да күрһәтелгән суммалар дөрөҫ иҫәпләнмәгән. Әйткәндәй, алтын
       йөҙлөктәге алты кеше енәйәт тикшереүе аҫтында. Был һан иһә,
       белгестәр фекеренсә, нормаль күрһәткес һәм процент.
       Йәшерен -батырыны юҡ: Рәсәй миллиардерҙарының 80 проценты үҙҙәренең сикһеҙ байлыҡтарын СССР тарҡалған осорҙа эшләп ҡал а, ҡалғандары ғына үҙ капиталдарын үҙ аллы формалаштыра. Эшҡыуарҙарҙың 70 проценты тәбиғи ресурстар өлкәһендә эшләй. Тимәк, дәүләт иң килемле тармаҡтарҙы үҙ контроленә алып, эш ҡыуарҙарҙың энергияһын һәм капиталын башҡа тармаҡтарға йүнәл тә ала.
       Рәсәй эшҡыуарҙарының шәхси капиталдары илебеҙҙең эске тул айым продукты күләменең 24 процентын тәшкил итә. Мәҫәлән. АҠ Шта был һан ни бары 6 процент тәшкил итә. Былай ғына түгел,
       хатта иң күп байлыҡ бер ҡалала төпләнеүе менән дә айырылып тора. Доньяла Мәскәүҙән тыш бер генә ҡала ла миллиардерҙар һ анының шул тиклем күп булыуы менән маҡтана алмай.
       Рәсәй мультимиллионерҙарының уртаса портреты түбәндәгесә:
       45 йәштән уҙған ир-ат, башҡалала юғары белем алған, үҙенең байлығын кооперация өлкәһендә башлаған һәм һуңынан тәбиғи р есрустар йәки банк өлкәһе менән бәйләгән, хәҙерге мәлдә күп ваҡытын Европа илдәрендә үткәрә һәм үҙ байлығын балаларына мираҫларға ниәтләнә.
       Гел ир - аттарҙан торған исемлекте берҙән -бер ҡатын ке ше боҙа. Ул да булһа Мәскәү ҡалаһы мэрының ҡатыны Елена Бату рина. Үҙенең байлығын ул башҡалар кеүек тупламаған, ә башлы са төҙөлөштә ойошторған. Бының сере лә ябай - Лужков әфәнде,
       күрәһең, ҡатынына файҙалы заказдарҙы "табыу" менән ярҙам и теп торғандыр. Шуның өсөн Мәскәү ҡалаһындағы был бизнес булғ анда иҡтисад тармағын ситкәрәк этеп тә була. Нефть һәм метал лдан килгән аҡса төҙөлөш обьекттарына етмәй шул. Шулай итеп , үҙенең байлығы менән Елена Батурина тулыһынса иренә бурысл ы.
       Һәр ваҡыттағыса Көнбайышта күсемһеҙ милеккә хаҡтарҙы тап
       рус эшҡыуарҙары ҡуя тигән фекер менән килешмәй булмай. Сөнк и тап улар унда футбол клубтарын, Фаберженың үлемһеҙ алтын й омотрҡаларын, ҡиммәт яхталар һатып ала. Әлбиттә, бындай ими дж булдырыу бизнес стратегияһына инә инеүен. Әммә бөгөн беҙҙ ең байҙар хатта ғәрәп шейхтарын да арттырып ебәрә. Әлбиттә, еңел генә эшләнгән аҡса еңел генә таралып бөтөүсән.
       Ҡасандыр илебеҙҙең ҡот осҡос бай кешеһе Борис Березовский, байлығының байтаҡ өлөшөн тотоноп, рейтингтың 47 юлына тикле м төшкән. Бөгөн уның ни бары 620 миллион доллар аҡсаһы иҫәпл әнә. Элеккесә ҡасандыр "ЮКОС" тың башлығы, бөгөн "Матросска я тишина" тотҡоно Михаил Ходорковскийҙың кеҫәһендә 15,2 мил лиард доллар.
       Башҡортостандан алтын исемлеккә кергәндәр юҡ. Әммә БР През иденты вазифаһына элек дәғүә итеүсе Сергей Веремеенко 90 -с ы урынды биләй, уның килеме 240 миллион тәшкил итә. Икенсе э лекке кандидат Рәлиф Сафиндың байлығы 210 миллион доллар.

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал