6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Реформалар

Башҡортостанда коррупцияға ҡаршы көрәш программаһы иң яҡшы проект тип табылған
01.08.03


       Рәсәйҙә ришүәт алыу - биреү проблемаһы өлгөрөп етеү генә түг ел, "боҙола" ла башланы инде. Чиновниктар, хоҡуҡ һаҡлау һәм һалым йыйыу органдары хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм башҡала рҙың"өҫтәмә аҡсалата ярҙам" алыуы бер кем өсөн дә сер түгел . Бөгөн бик намыҫлы, йә иһә бик ҡурҡаҡ, йә халыҡ әйтмешләй, бик ялҡау кеше генә ришүәт алмай. "Индем"фонды хәбәр итеүенс ә, тик бизнес ҡына ла чиновниктарға 33,5 миллиард доллар түл әй. Аудитор - консалтинг компанияһы хәбәр итеүенсә, чиновниктар ҙың һатылмаусанлығы уларҙың эш хаҡы менән билдәләнә -- федер аль министр урынбаҫары 12800 һумға ( оклад -- 4050һум ), мин истрлыҡ департаменты етәксеһе 11900 һумға ( оклад -- 3780 һу м), идара начальнигы 10800 һумға ( оклад -- 3420 һум). Ошо у ҡ ваҡытта чиновник иҫ киткес гонорарҙар ала -- кәрәк ҡарарҙы
       ойоштороу өсөн 100 мең долларҙан башлап, депутат белешмәһе өсөн -- бер меңдән биш мең долларға тиклем, арбитраж судта " үле"процеста еңеп сығыу өсөн -- 10 меңдән 100 мең долларға т иклем. Шуға күрә ситуациянан файҙаланып ҡалыу мөмкинлеге булған дәү ләт кешеләренең бик һирәге быны ҡулдан ысҡындыра, әлбиттә. Р әсми эш хаҡы менән "ҡара" эш хаҡының араһындағы айырма бик ҙ ур. Эштән ҡыуылыу мөмкинлегенә иҫтәре китеп бармай уларҙың, ә хәлдең ултыртыуға тиклем барып етеүе бик икеле. Иң мөһиме
       -- Рәсәй Федерацияһының Енәйәттәр кодексында статья буйынс а мөлкәтте тартып алыу ҡаралмаған, ул ваҡытта иһә зыян күре лер ине. Урыныңды юғалттың икән ти, ҡурҡырға түгел, яҡшы кеш егә урын һәр ваҡыт табыла ул. Беҙҙең илдә дәүләт эшмәкәрҙәре
       етешмәй бит. Ана шул уҡ штаттарҙа уларҙың һаны өс тапҡыр, ә
       Швецияла хатта туғыҙ тапҡыр күберәк. Рәсәй Президенты Пути н да үҙенең РФ Федераль йыйылышына хатында чиновниктар бик к үп булыуға ҡарамаҫтан илдә кадрҙар етешмәй тип белдерҙе. Бер
       яҡшы реформа кәрәк! Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте уны тормошҡа
       ашырырға, ә чиновниктарға конкурс үткәрергә уйланы ла инде.
       Тик был эш барып сығырмы ла, һеҙҙең менән беҙҙең йәшәйештә был нисек сағылыр икән, бына нимәһе ҡыҙыҡ. Әлегә беҙ планетала иң аҙаҡҡы тип әйтерлек -- 71 - се урында
       барабыҙ. Дөрөҫ, ике йыл элек беҙ 81 - се урында инек. Ә Баш ҡортостан Республикаһы иһә "Transparecy Internation"коррупци яға ҡаршы тикшереүҙәр үҙәге күрһәтеүенсә, Рәсәйҙең иң аҙ ко ррупциялы төбәк тип билдәләнеүенән тыш, беҙҙең республикала
       коррупцияға ҡаршы көрәш программаһы ла иң һәйбәт проект тип
       табылған.

ВЛАДИМИР ШАКИЕВ.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал