6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Тышҡы бәйләнештәр

Башҡортостанда Германия көндәре
18.05.04


       Башҡортостан Президенты республикала барған Германия көнд әрен Рәсәй Федерацияһы һәм Германия Федератив Республикаһы а раһындағы тәрән хеҙмәттәшлек өлгөһө тип атаны. Башҡортостанд а Германия көндәрен тантаналы асыу һәм "рус - герман хеҙмәтт әшлегенең перспективалары" тип аталған конференция БР Милли йәштәр театрында үтте.
       "Быйылғы йыл Рәсәйҙә Германия йылы тип иғлан ителде. Башҡ ортостан Республикаһы Германия менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә һәм был ил менән ике яҡҡа ла отошло мөнәсәбәт булдырыу халыҡ
       - ара һәм тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлектең приоритетлы йүнәле ше булып тора", - тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы.
       Республика башлығы Башҡортостанда Германия көндәре сиктәр ендә үткәрелгән саралар элекке һәм ышаныслы партнерҙар араһы нда хеҙмәттәшлек үҫешенә яҡшы этәргес булып торасағына ышаны с белдерҙе һәм Германияның Рәсәйҙәге Вәкәләтле һәм Тулы хоҡу лы Илсеһенә был көндәрҙе ойоштороу һәм үткәреүҙә күрһәткән и нициативаһы өсөн рәхмәт белдерҙе.
       Ханс - Фридрих фон Плетц, Германияның Рәсәйҙәге илсеһе үҙ
       сиратында "донъяла иң күп һанлы ике халыҡтың бәйләнеше Баш ҡортостанда юғары кимәлдә хуплау тапты" тип билдәләне.
       "Башҡортостанда Германия көндәре барыһына ла, беренсе сир атта, йәштәргә йүнәлтелгән, - тине Плетц әфәнде. - Ул барыһы на ла оҡшар тип ышанам".
       Башҡорт һәм немец яҡтарынан хөрмәт грамоталары һәм рус - герман мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә индергән өлөштәре өсөн рәхмә т хаттары Башҡортостан һәм Германия граждандарына тапшырылды . Бынан тыш немец теле буйынса республика олимпиада һәм конк урстарында еңеүселәр ҙә дәртләндерелде.
       Германияның Рәсәйҙәге Илсеһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Республ ика башлығы уға милли башҡорт кейеме һәм ҡурай бүләк итте һә м "бындай кейемде дүрт ҡатыны булған башҡорттар ғына кейгән"
       тип билдәләне.
       Германия көндәрен асыу ваҡытында Башҡортостанда Немец яҙы
       - "Көнсығыш - Көнбайыш" фестиваленең беренсе этабына йомғаҡ тар яһалды. Тантаналы сара "Люфтганза " - "Франкфурт - на - Майне - Өфө" авиакомпанияһының яңы рейсы презентацияһы менән
       тамамланды.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал