6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ


Владимир Шакиев. 17.05.2004 1 Һалдаттар саҡырыу пунктында уҡ кәрәк - яраҡ менән тәьмин ите ләсәк
19.05.04


       Ошо көндәрҙә Өфөлә генерал һәм полковник, ғөмүмән, хәр биҙәрҙе күп күрергә мөмкин булды. Сәбәп шунда: Башҡортостанд а, хәрби йәһәттән өлгөлө төбәк булараҡ, хеҙмәткә саҡырылыусы ларҙы урында уҡ хәрби кейем менән тәьмин итеп ебәреү буйынса
       эксперимент үткәрелде. Был ҡарарҙы Рәсәй Президенты Владими р Путин үткән йылдың декабрь айында Магадан өлкәһендә 93 саҡ ырылыусы һалҡын тейҙереп ауырыу, уларҙың береһе вафат булыу осрағынан һуң ҡабул итте. Әйтелгән фажиғә йәш һалдаттарҙы хе ҙмәт итеү урынына барып еткәндән һуң ғына кейендереү арҡаһын да килеп сыға. Саҡырылыусылар ҡышын Алыҫ Көнсығыштағы ҡаты
       климат шарттарына әҙер булмағандар, командирҙар ҙа был тура ла алдан уйламаған, күрәһең. Рәсәй Армияһында бындай хәлдәр булырға тейеш түгел.
       Төбәктәрҙең мөмкинселектәрен, беренсе сирата уларҙың матд и базаһын өйрәнеп, саҡырылыусыларҙы хеҙмәт итеү урынына оҙат ыр алдынан ҡышҡы һәм йәйге кейем менән тәьмин итергә, ә был экспериментты Башҡортостанда үткәрергә ҡарар ителде. Бына ин де ике йыл дауамында ул хеҙмәткә саҡырыу һорауҙары буйынса Р әсәйҙә иң яҡшыларҙан һанала, Волга яны - Урал хәрби округына
       ингән 20 регион араһында беренсе урын биләй. Йыл да Башҡорт остан армияға һигеҙ мең, Татарстан - ете мең кеше оҙата. Яҙғ ы - йәйге саҡырыу ваҡытында 5620 яҡташыбыҙ хәрби частәргә оҙ атыласаҡ, шул иҫәптән 155 кеше ракета ғәскәрҙәренә, һауа - д есант ғәскәрҙәренә - 196, сик ғәскәрҙәренә 654 кеше саҡырыла . Егеттәр Свердлов, Силәбе, Пермь һәм башҡа өлкәләрҙә әҙерле к үтәсәк.
       "Ниңә экспериментты Башҡортостанда үткәрергә булдығыҙ"- тигән һорауға Волга яны - Урал хәрби округы штабының ойоштор оу - мобилизация идаралығы начальнигы Евгений Чернов: "Респу блика Рәсәй Армияһы ҡеүәтле булһын өсөн бик күп эш башҡара, ә Президент Мортаза Рәхимов Хәрби Көстәр инициативаһын хупла п ҡаршы ала. Шуға күрә хәрби етәкселек экспериментты тап беҙ ҙә үткәрергә ҡарар итте", - тип яуапланы.
       Бының өсөн махсус урын билдәләнде. Унда кейем биреү пункт ы, душ, ремонт бүлмәһе ( кейемде таманлап тегеү өсөн) бар. Б ының өсөн ниндәйҙер кимәлдә аҡса кәрәк, әлбиттә. Башҡортоста ндың хәрби комиссары Тимофей Азаровтың һүҙҙәре буйынса, быйы л республика Хөкүмәте хәрби хеҙмәткә саҡырыуға 4,5 миллион һ ум бүлгән. Саҡырыу пункты территорияһында алты ай эсендә 200
       саҡырылыусы өсөн ашхана, клуб һәм эш бүлмәләре булған бина төҙөлдө.
       Хәрби комиссарҙар буласаҡ һалдаттар өсөн яҡшы шарттар мен ән танышты, автоматты һүтеү һәм йыйыу, противогаз кейеү һәм башҡа күнегеүҙәрҙе ҡараны.

Әрме һәм йәмғиәт
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал