6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Башҡортостандың һәр 942 - се кешеһе ВИЧ - инфекциялы
01.08.03


       Нисек кенә ҡаршылашһаҡ та, егерменсе быуат ауырыуы СПИД бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ егерме беренсе быуатҡа үтеп инде һәм ил һ әм континенттар буйлап атлауын дауам итә. Бөтә илдәге ситуац ия өсөн яуап биреүе ҡыйын, әлбиттә, шуға күрә мин Рәсәйҙә, д өрөҫөрәге, Башҡортостандағы ВИЧ - инфекциялылар хәлендә бер аҙ туҡталмаҡсымын. Ғөмүмән, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары баһаһ ына нигеҙләнеп әйтһәк, ер шарында бөгөн 42 миллион ВИЧ - инф екциялы кеше теркәлгән. 22 миллиондан ашыуы инде был донъя м енән хушлашҡан, уларҙың 3 миллионы үткән йылда... Рәсәйҙә Вич - инфекция бөгөн Ненецк автономиялы округында ғы на теркәлмәген, Рәсәй Федерацияһының ҡалған 88 субъектында, ҡайҙалыр аҙыраҡ, ҡайҙалыр күберәк һанда, СПИД вирусын йөрөтө үселәр бар. Әлеге көндә Рәсәйҙә 240 меңдән ашыу кеше ВИЧ - инфекциялы, У ларҙың күп өлөшө ( 20 меңгә яҡын) Свердловск өлкәһендә йәшәй . Унан һуң Мәскәү өлкәһе (19 мең), Һамар өлкәһе ( 16670 кеш е)һәм башҡалар килә. Күрше Һамар, Силәбе, Ырымбур өлкәләре менән сағыштырғанда, беҙҙең республикала был вирусты эләктереүселәр һаны күпкә кә мерәк. 15 июлгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда СПИД вир услы 4771 кеше теркәлгән, уларҙың 4245 - е республикала йәш әй. Был кешеләр араһында алтмышты үткәндәр ҙә осрай... 26 июлдә Өфөнөң йәштәре һәм үҫмерҙәре араһында ВИЧ - инфекци яға тикшереү үтеүгә саҡырыусы Икенсе мәғлүмәт акцияһы тамамл анды. Хәҙерге йәштәрҙең ун биш йәштән үк әүҙем тормош алып б арыуы бер кем өсөн дә сер түгел, һәм был тормошто сәләмәт т ип атауы бик ауыр. Шуға күрә республиканың СПИД һәм инфекция
       ауырыуҙарын профилактикалау үҙәге һәм "Әсәйҙәр наркотиктарғ а ҡаршы" тип аталған Өфө ҡала йәмәғәт ойошмаһы бына инде ике нсе тапҡыр "Йәштәр һәм һаулыҡ" тигән исем аҫтында мәғлүмәт а кцияһы үткәрә. Акцияның маҡсаты -- башҡорт башҡалаһында ВИЧ - инфекцияныңта ралыу темпын аҡрынайтыу. Бының өсөн нимә эшләнә һуң, тиһеге ҙме Беренсенән, йәштәр араһында ВИЧ - инфекцияны профилакти калау саралары тураһында мәғлүмәт көндәгегә ҡарағанда әүҙеме рәк таратыла. Ә шулай ҙа иң мөһиме - ҡаланың электр транспор тын, электрон таблоларҙы, реклама плакаттарын киң ҡулланыу, киң матбуғат сараларында сәләмәт тормошто пропагандалау, ВИЧ
       - инфекцияға аноним һәм бушлай тикшереү үтергә саҡырыуыр у л. "Йәштәр һәм һаулыҡ" акцияһы рамкаһында "Башинформ" агентлығы нда үткән пресс - конференцияла сығыш яһап, республиканыңСПИ Д һәм инфекцион ауырыуҙарҙы профилактикалау үҙәге баш врачы Шамил Ғәббәсов ошондай киң масштаблы саралар ваҡытында ВИЧ -
       инфекцияға аноним, бушлай тикшеренеү үтергә теләүселәр һаны
       күпкә арта, тип белдерҙе. Быйыл Башҡортостанда 579 ВИЧ - инфекция йөрөтөүсе билдәләнгә н, был былтырғы йыл менән сағыштырғанда бер ярым тапҡырғакәм ерәк. Медиктар аҙлап булһа ла был ҡурҡыныс ауырыуҙың беҙҙең
       республика территорияһында кәмеүен билдәләй. Әгәр элек ВИЧ - инфекциялы ауырыуҙарҙың күпселеге ир -аттар булһа, хәҙер был һан кире яҡҡа үҙгәрә башланы. ВИЧ - инфекци я таралыуының иң ҡурҡыныс үҙенсәлеге иһә ауырлы ҡатандар ара һында был вирусты йөрөтөүселәр һаны артыуы. Был тимәк ауырыу
       әсәләрҙән тыуған балалар һаны ла арта тигән һүҙ... Бөгөн Өф ө ҡалаһының 1 - се һанлы Балалар йортоноң махсус бүлегендәге
       16 баланың дүртәүһе һау тип табылған. Ҡалғандары белгестәрҙ ең ентекле күҙәтеүе аҫтында ҡала, һәм әлегә балаларҙың ҡайһы һы һау, ҡайһыһы ауырыу икәнлеге тураһында һүҙ йөрөтөргә иртә рәк әле... Ҡанһыҙ статистикаға ярашлы рәүештә, ВИЧ - инфекция эләктереү селәр араһында беренсе урында йәштәр тора -- 82 процент. Соц иаль яҡтан ҡарағанда ауырыуҙарҙың яртыһы -- эшһеҙҙәр. Респуб ликала таралыусы ВИЧ - инфекцияның "этәргес көсө" булып нарк отиктар тора. Әммә бының менән бер рәттән "енси танышыу"ваҡы тында ВИЧ - инфекция эләктереү "бәхетенә" эйә булыусылар һан ыла артҡандан арта бара. Бөгөн һәр бер аптекала һаҡланыу өсө н әллә күпме препараттар табырға мөмкин булһа ла, үҙ ғүмерҙә рен аямаған "ҡыйыуҙар" табылып тора. Бөгөнгө көнгә ВИЧ - инфекция йөрөтөүселәрҙең уртаса республи ка күрһәткесе 100 мең кешегә 104 тура килә ( Рәсәйҙә иһә 100
       мең кешегә 167,5). Тик беҙҙең Күмертау был күрһәткесте лә ү теп китте -- бында 100 мең кешегә 347,9(!) ауырыу тура килә.
       Мәләүезд хәл саҡ ҡына яҡшыраҡ -- 100 меңгә 219 кеше. Өфө Ба шҡортостан ҡалалары араһында бишенсе урынды биләй -- 100 мең гә 165,2 кеше... Өҫтә әйтеп үтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, тағы бер тапҡыр иҫегеҙг ә төшөрөп үтке килә -- ғүмер бер генә һәм хоҙай һаҡланғанды һаҡлармын тигәнен онотмайыҡсы.

ГАЛИНА ЗАЙЦЕВА.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал