6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Концерттар

Ижадта ул үҙ урынын тапҡан
14.05.04


       Рәссам үҙенең профессиональ ижад юлын һынлы сәнғәт өлк әһендә башлай. Уның тәүгә эштәре 1984 йылда республика ки мәлендәге күргәҙмәлә ҡуйыла. Ә һикһәненсе йылдар аҙағында р әссам графикаға күсә. Нәҡ бына графика өлкәһендә уның ижады
       үҙ йөҙөн" аса. Рәмилдең ҡылҡәләм техникаһы иркен һәм еңел - ҡәҙимге нәмәләр тураһында ихлас дөйөмләштереп, аныҡ тел м енән һөйләү маһирлығына эйә. Ул өсөнсө меңйыллыҡта ла үҙенең
       яҙыу манераһына, стиленә, темаһына тоғро ҡалды.
       Ижади үҫешендә яңы кимәл билдәләп, нигеҙле һәм ныҡлы про фессионаллек менән эшләй. Рәмил Мәғлиевтың графикаһы ярайһы ғына шартлы һәм шул уҡ ваҡытта реаль. Күләм һәм саманан ашма й стилләп, әҫәрҙәренең төп эмоциональ характеристикаһын юғал тмаҫҡа - уларҙың лирик йөкмәтке менән тулыланыуына өлгәшерг ә тырыша. рәссамдың геройҙары ябай, саф, пейзаж мотивтары ла
       күңелгә ятышлы. Һүрәттәрендә донья ысынбарлығы композиция
       конструктивизмы менән аһәңдәш берләшә. Ҡылҡәләм оҫтаһы фек еренең асыҡ сағылдырылыуына өлгәшә. Әммә деталдәрҙе һанап с ығыу, ентекле бәйән итеү менән шөғөлләнмәй.
       Рәмил Мәғлиевтың автолитографиялары республика һәм халыҡ -ара кимәлдәрҙә үткән күргәҙмәләрҙә һәм конкурстарҙа белгест әрҙең юғары баһаһына лайыҡ булды, тамашасыларҙа һоҡланыу той ғоһо уятты. Башҡортостандың графика сәнғәтендә Рәмил Мәғлиевтың эштәре ү ҙенсәлекле художество алымы, график почеркы, композиция ҡоро лошо, образлы һүрәтләнеше менән айырылып тора,

Людмила Кашапова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал