6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Күргәҙмәләр

Ҡиммәт машиналар һәм сибәр ҡыҙҙар - "Автосалон"да ҡарарлыҡ н әмәләр байтаҡ
14.05.04


       Башҡаланың Спорт һарайында "БашЭкспо" күргәҙмә үҙәге та рафынан ойошторолған "Автосалон" асылды. Көтөлгәнсә, унда ҡа тнашырға теләүселәр һаны байтаҡ булып сыҡты. "Автосалон. Авт отехсервис" Уралтранс" беҙҙә унынсы тапҡыр үткәрелә.
       Күргәҙмә директоры Сергей Акатьев һүҙҙәре буйынса, йылдан йыл күргәҙмә масштаблыраҡ була бара. Быйылғыһы иһә башҡалары
       менән сағыштырғанда айырыуса киң һәм тап юбилейҙарса - унд а барлығы 150 фирма ҡатнаша!
       Күҙҙең яуын ҡамаштырып бында етди "Мерседестар", ҡеүәтле "БМВ"лар, нәзәҡәтле "Хонда" һәм абруйлы "Форд"тар урынлашҡан . Ә беҙҙең етештереүселәр, әлбиттә, ВАЗ һәм ИЖ машиналарын к үрһәтә.
       Спорт һарайы алдында иһә ҙур габаритлы техника ҡуйылған: ав тобустар һәм йөк машиналары. Шулай уҡ бында вело һәм мототех ника өлгөләрен ҡарарға була.
       Әлбиттә, күргәҙмәне ойоштороусылар тамашасыларға, ҡунаҡтар ға ҡоро техника өлгөләре генә тәҡдит итмәй. Төрлө конкурстар , уйындар күргәҙмә программаһын биҙәп торҙо. Шуға ла бында килгән һәр бер кешенең кәйефе көр ине.
       Паралель рәүештә бында "Туризм. Спорт. Ял итеү - 2004" күр гәҙмәһе лә асылғайны. Әммә "Автосалон" эргәһендә ул бер аҙ т оноҡ күрһәтелгәндәй тойолдо. Әммә был хәл уның актуаллеген к әметмәй. Ни тиһәңдә тиҙҙән отпускылар ваҡыты башлана бит.
       Ике күргәҙмә лә ун бишенсе майға тиклем һуҙыласаҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал