6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Экология

Тәбиғәтте һаҡлап ҡалайыҡ
13.05.04


       13 - 14 майҙа Өфөлә "Көньяҡ Уралда биоүҙенсәлектәрҙе һа ҡлау проблемалары" темаһы буйынса фәнни - практик конференци я үтәсәк. Конференцияла йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ. Башлыса
       улар - Башҡортостан ғалимдары, юғары уҡыу йорттары, Рәсәй ф әндәр академияһының биология фәндәре бүлеге вәкилдәре, шулай
       уҡ күрше Ырымбур, Һамар, Силәбе региондарынан килгән белгес тәр.
       "Урал төбәгендә биоүҙенсәлектәрҙе һаҡлап ҡалыу" тип аталға нБөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды проекты етәксеһе урынбаҫар ы Әнүәр Әйүпов әйтеүенсә, форумды үткәреү урыны осраҡлы түге л.
       - Күрше төбәктәрҙең береһен дә үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы байлығы буйынса Башҡортостан менән сағыштырып булмай . Бында дала ла, урман - тауҙар ҙа ... - башлыса барлыҡ ланд шаф та бар.
       Ысынлап та Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды тарафынан пла нетаның иң мөһим ике йөҙ экологик регионы иҫәбенә индерелгән
       Көньяҡ Урал биоүҙенсәлектәре буйынса Рәсәйҙә иң бай иҫәплән ә. Территорияның үҙенсәлеге уның географик урыны - Европа ме нән Азия киҫешкән ерҙә урынлашыуына ла бәйле.
       Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау буйынса әүҙе м эш алып барылған төбәк булып тора. Башҡорт дәүләт универси тетының биология фәндәре кафедраһы профессоры Борис Миркин " Башинформ" мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһ ында ике йыл элек "Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡ ланыусы территориялар системаһының үҫеш концепцияһы"тип исем ләнгән хөкүмәт документының журналистар менән берлектә тик шерелеүен билдәләне. Ул Рәсәйҙә беренселәрҙән булып тора. Үҙ
       сиратында был беҙҙең төбәктә фән, дәүләт һәм халыҡ - ара тә биғәтте һаҡлау ойошмаһы уңышлы хеҙмәттәшлек итеүен күрһәтә.
       Буласаҡ конференцияға килгәндә, бында 150 - нән ашыу докл ад тыңланасаҡ, улар буйынса тезистар төҙөләсәк. Ғалимдар биш
       тематик секцияла эш алып барасаҡ. Шулай уҡ тематик "түңәрәк
       өҫтәлдәр", дискуссиялар көтөлә. Конференцияның төп өлөшөндә
       "Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡланған тәбиғәт те рриториялары системаһы" тип аталған проектты тикшереү тораса ҡ. Был тема буйынса ғалим Альберт Мулдашев сығыш яһай. Докум енттың үҙенсәлеге түбәндә: сама менән 20 йыл дауамында уның нигеҙендә республиканың тәбиғәтен һаҡлау эше алып барыласаҡ .

Лилиә Сәхәбетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал