6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефле хәл

Ғорурлыҡ ҡәҙерлерәкме, бала бәхетеме
12.05.04


       Тәрбиәләү, иҫбатлау судья вазифаһына инмәй, әлбиттә.
       .. Шул иҫәптән ғаилә проблемалары менән шөғөлләнгән судь
       я бурыстарына ла. Улар бары тик берҙән - бер дөрөҫ ҡарар
       ға килергә тейеш. Тик йәш ғаилә емерелгән ваҡытта нисек
       итеп битараф ҡалырға мөмкин һуң Ә был күренеш көндән -
       көн арта бара. Октябрь районы суды судьяһы Рәйсә Дауытов
       а әйтеүенсә, айырылышыу, атайлыҡты билдәләү һәм алиментҡ
       а биреү кеүек ғаризалар ике йыл элек булған хәл менән са
       ғыштырғанда өс тапҡыр артҡан. Сәбәптәр етерлек: йәш кеше
       ләр араһында ирекле мөнәсәбәт, социаль һәм әхлаҡи өлгөрм
       әгәнлек, матди проблемалар һәм башҡалар.
       Эскәмйәлә йәш ғаилә ултыра. Бер - береһенә оҡшаштар,
       ғәҙәттә бындай парҙар бәхетле була. Үҙ - ара һөйләшәләр.
       Өс йәшлек балалары ошонда уҡ уйнай. Тик быны ғаилә идил
       лияһы тип уйлау кәрәкмәй. Ир менән ҡатын вокзалда поезд
       көтөп ултырмай. Улар айырылышырға килгән. Баланы үҙҙәре
       менән алып килгәндәр, сөнки ҡалдырырға кеше юҡ: олатай -
       оләсәйҙәр эшләй, балалар баҡсаһына урынлаштырырға өлгөр
       мәгәндәр әле. Ниһәйәт судья бушаны һәм уларҙы үҙ янына с
       аҡырҙы. Малай ҙа инде һәм ҡыҙыҡһынып компьютерҙы тикшерә
       башланы. Әлеге ваҡыты уның да яҙмышы хәл ителеүен аңлам
       ай шул бала.
       Был хәл нимә арҡаһында килеп сыҡҡан һуң Суд залында
       ғаилә "холоҡтарыбыҙ тап килмәй"ҙән башҡа бер нимә лә әйт
       мәне тиергә була. Тик һуңынан ғына ирҙең хыянат итеүе ас
       ыҡланды. Һәр хәлдә ҡатын "Әгәр айырылышмаһам, мин үҙемде
       ихтирам итеүҙән туҡтаясаҡмын" тип бер туҡтауһыҙ ҡабатла
       ны. Һәм ошондай һүҙҙәрҙе һәр көн тиерлек ишетергә тура к
       илә. Бала һәм уның киләсәге нисектер артҡы планға күсә.
       - Һеҙгә ниңә айырылышырға , - ти Рәйсә Мансаф ҡыҙыҡат
       ынға, - һеҙ баланы ҡарай алаһығыҙмы һуң
       - Ул бит алимент түләйәсәк! - тип яуаплай йәш әсә.
       - Малай атаһын яратамы
       - Улар күрешеп торасаҡ!
       Бер сәғәт буйына ғаиләне һаҡлап ҡалырға тырышыу һөҙөм
       тә бирмәй. Атай кеше быны барыһынан да яҡшыраҡ аңлай, бу
       ғай, шуға күрә өндәшмәй. Ниһәйәт, судья тағы бер тапҡыр
       барыһын да уйларға ҡушып, ғаиләне оҙата.
       Киләһе эш - Ғәлиә Сәлихованың балаһының атаһы Салауа
       т Сәлиуллин булыуын раҫлап, алимент юллау тураһындағы ға
       ризаһын тикшереүгә ҡағыла. Ғәлиә менән Салауат биш йыл с
       амаһы дуҫлашып йөрөйҙәр - быны судта өс шаһит раҫланы. Ғ
       өмүмән, атайлыҡты билдәләү кеүек мәсьәләлә РФ Ғаилә коде
       ксының 49 - сы статьяһына ярашлы рәүештә, суд ниндәй ҙә
       раҫлауҙарҙы иғтибарға ала. Шуға күрә судҡа ҡатындың өс д
       уҫы ла килгәйне.
       Етди тойғо булғандыр, күрәһең, егет менән ҡыҙ дуҫтары
       ның тыуған көндәренә бергә килә, байрамдарҙы бергә ҡаршы
       лай, институтта уҡыуҙан буш ваҡыттарын да гел бергә үткә
       рә. 2002 йылыдң февраль айында, ҡыҙ ауырға ҡалыу сәбәпле
       , өйләнешергә булалар. Туйҙы көтөп тормай, Салауат менән
       Ғәлиә, ата - әсәләренең ризалығын алып, никахлаша. Ул ю
       ридик көскә эйә түгел, әлбиттә, әммә судта был матди дәл
       ил булып тора. Йәштәр бергәләп Салауаттың ата - әсәһендә
       йәшәй башлай. Тик ғаилә тормошо башланмаҫ элек үк өҙөлә
       . Сәбәп булып ҡунаҡта ултырғанда Ғәлиәнең бер егеткә -
       Салауаттың дуҫына ниндәйҙер кимәлдә иғтибар күрһәтеүе то
       ра.
       Сентябрь башында Ғәлиәнең ҡыҙы тыуа. Уғ аРәзәда тип
       исем ҡушалар. Был ваҡытта йәш ҡатын инде туғандарында йә
       шәгән була. Уның ниндәйҙер өмөтө була әле - ата кеше яңы
       тыуған ҡыҙына ҡарарға килер тип уйлай ул. Тик уныһы ба
       ла табыу йортона ла, һуңынан да күренмәй. Ай ярым көткән
       дән һуң Ғәлиә судҡа мөрәжәғәт итергә була.
       Салауат судта үҙен бер ҙә ирҙәрсә тотмай: " Мин уға н
       исек ярҙам итәйем Мин әле эшләмәйем, студентмын" ти ул.
       Хәйр баланан да баш та тартмай ул. Суд ҡарары менән Сәл
       ихованың дәғүәһе ҡәнәғәтләндерелә.
       Һәм бына Рәйсә Мансаф ҡыҙына бөтөнләй ғәҙәти булмаған
       , бер ниндәй ҙә әхлаҡ сиктәренә һыймаған осраҡты тикшер
       ергә тура килә. Куклин Иван Петрович, ярайһы уҡ бай кеше
       , юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы үҙенең улынан баш тарта.
       Үҙен ир тип һанаған ир үҙ ғүмерендә йорт һалырға, ағас у
       лтыртырға һәм ул тәрбиәләргә тейеш ти халыҡ мәҡәле. Ҡырҡ
       йәшлек Иван Петрович иһә үҙенә оҡшап торған баланан ба
       тартып судҡа ғариза яҙа, йәнәһе үҙен баланың атаһы тип и
       ҫәпләмәй. Бәлки, ғәйеп үҙенең иренә хыянат иткән ҡатын
       далыр. Юҡ, ул ҡатын дингә ышанған, изге кеше. Әлбиттә, э
       ш бында түгел. Һуң ни өсөн Куклин ике тапҡыр байтаҡ аҡса
       түгеп, балаһының үҙенекеме -түгелме икәнлеген тикшереүг
       ә биреп маташа Һуңғы тапҡыр ул тикшереүҙе Новосибирск т
       икшеренеү институтында үткәреп, баланың 98,8 процентҡа ү
       ҙенеке булғанлығын раҫлаған белешмә ала. Әммә Куклин ипт
       әшкә ул кәрәкмәй бит! Сираттағы суд ултырышы уны атай ке
       ше тип раҫлап, алимент түләргә тигән ҡарар сығарһа ла, у
       л БР Юғары судына кассацияға бирә.
       Рәйсә Даутова үҙенең эше тураһында һөйләгәндә, ҡәнәғ
       әтләнеү тойғоһо урынына юҡ сәбәпте бар итеп айырылшҡан а
       та-әсәләргә асыу кисерергә тура килеүен йәшермәй. Хоҙай
       балаларҙы юҡҡа ғына бирмәй бит, улар ғаиләне нығыта, ҡан
       менән бәйләй. Үгәй ата -әсәй балаға туғандарын алмаштыр
       а алмай бит. Һүҙҙәрен һүҙ итергә тырышып, ғаиләне тарҡат
       ыусылар булыуы әрнетә.

Ирина Шипунова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал