6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Боронғо һөнәр серҙәре
12.05.04


       Бәрҙәш балыҡсыһы
       Ҡайһы бер ваҡыт яҙмыш кешенең тормошон уйламаған яҡ ҡа үҙгәртеп ҡуйыусан. Уның борма юлдарын алдан күҙаллау ҙа мөмкин түгел. Баллы сәй эсеп, оҙон - оҙаҡ әңгәмә ҡоро п ултырғандан һуң, Йылайыр районының билдәле ҡортсоһо Юр ий Меркулович Никитин менән ошондай фекергә килдек. Ул Б әрҙәш ҡасабаһында йәшәй. Ә боронғо һөнәр нескәлектәренә уны атаһы өйрәткән.
       - Бал ҡорто - эшһөйәр генә түгел, аҡыллы ла. Мин быны ысын күңелдән әйтәм. Миҫал өсөн, әйтәйек, быйыл барлыҡ нескәлектәрен иҫәпкә алып бал ҡорттарын ҡараным икән ти, бының өсөн улар мине етерлек кимәлдә бал менән тәьмин и тте. Киләһе йыл барыһын да шулай уҡ ҡабатлайһың, әммә ҡо рттар быны һиҙмәгән дә кеүек, бал да бирмәйҙәр. Эш нимәл ә һуң Эҙләнә башлайһың һәм иҫәпкә алынмаған ниндәйҙер ү ҙенсәлеккә тап булаһың. Ә ҡорттар өсөн был бик мөһим. Ке ше үҙенең эшмәкәрлеге менән климатҡа ҡырҡа үҙгәрештәр ин дерә. Ҡорттар быны онотмай...
       Юрий Никитин үҙе һәм һөнәре тураһында теләп һөйләй. Был журналист өсөн ысын табыш. Тыумышы менән ул Йылайыр районының перспективаһыҙ тип табылған бәләкәй генә ауыл дарының береһенән. Үткән йыл уға илле йәш тулған. Атаһы 100 йәше тулырға бер нисә йыл ҡалғас вафат булған. Ә Юри й үҙе атаһы етмеште үткәс донъяға килгән. Бына ошондай ҡ ыҙыҡлы арифметика.
       Юрийҙың тормошо еңел булған тип әйтеп булмай. Бары т ик үҙенең эшһөйәрлеге арҡаһында ғына аяғына баҫҡан ул. Н икитин бал ҡорттарының кәйефен белә тиҙәр уның турһында. Ҡортсолоҡ менән профессиональ рәүештә 1984 йылдан алып шөғөлләнә. Ә 1991 йылда үҙенең шәхси умарталығын булдыра . Был урын бал ҡорттары өсөн ожмахҡа тиң. Юрийға бал арт ынан тирә - яҡ өлкәләрҙән генә түгел, Санкт - Петербург,
       Архагельск ҡалаларынан да киләләр...
       Һәр кем үҙенсә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра
       Башҡортостанда ҡортсолоҡ - иң боронғо һөнәрҙәрҙең б ереһе. Был өлкәлә йолалар һаҡлана, быуындан быуынға тапш ырыла бара. Юрий Никитиндың төп эше экологик яҡтан таҙа бал алыу ғына түгел, сифаты буйынса ла иң яҡшы бал йыйыу ға ҡайтып ҡала. Ошо сәбәпле төпкөлдә йәшәй ҙә инде, ә ҡа тыны тыумышы менән Ырымбур өлкәһенән, улдары ла тирә - я ҡ ҡалаларға таралышып бөткән.
       Байғужа ауылынан тағы бер умартасы Рәшит Дәүләткирәй улы Мырҙагилдиндың да киләсәккә пландары ҡыҙыҡһыныу тыуҙ ыра. Ул - уҡытыусы, ауыл мәктәбендә эшләй. Ҡортсолоҡ уны ң өсөн тикшереүҙәр сығанағы. Ул оҙаҡ йылдар буйына ҡортт ар тураһында мәғлүмәттәр йыя. Мырҙагилдин Никитиндан олораҡ - 50 йәшен 1999 йылда б илдәләне. Яратҡан һөнәренә йәштәрҙе лә өйрәтә ул.
       Мәктәп умарталыҡтары
       1999 йылдың йәйендә республиканың Мәғариф министрлығы Рәсәйҙә беренселәрҙән булып 10 - 11 синыфтар өсөн "Ҡорт солоҡ" предметы индерҙе. Тәүгеләрҙән булып бындай дәрест әр Бөрйән районының 16 мәктәбендә уҡытылды. Биш йыл эсен дә республиканың 40 районының 160 мәктәбендә умартасы һө нәренә өйрәтә башланылар. Уҡытыусылар был программаның ү ҫешенә ышана, сөнки киләсәктә был уҡыусыларға эшкә урынл ашырға ярҙам итәсәк.
       Ейәнсура районы мәктәптәрендә лә был предметты уҡытыу ға яуаплы ҡарайҙар. Ҡайһы бер мәктәптәрҙең үҙ умарталыҡт ары ла бар. Балалар күс тоторға һәм уны умартаға ултырты рға өйрәнә, бал ҡорттарын дауалау, профилактика серҙәрен ә төшөнә. Аттестат алған сығарылыусылар үҙаллы умартасыл ар булып эшләй ала.
       Дөйөм республикала был йәһәттән эштәр нисек тора һуң Беҙҙә ҡортсолоҡто үҫтереү буйынса республика программаһ ы эшләй. Бер һүҙ менән әйткәндә, умартасыларға эшһеҙлект ән ҡурҡырға тура килмәй. Ағымдағы йылда ҡортсолоҡ продук ттарын эшкәртеү һәм бал фасовкалау буйынса республика ко мбинатын эксплутацияға тапшырыласаҡ. Уның ҡеүәте 4 - 5 м ең тонна балға иҫәпләнгән!

Анатолий Пастухов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал