6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Яҙмыш

Уның йәшәү мәғәнәһе - заводта
11.05.04


       Еңеү байрамын юҡҡа ғына "күҙ йәштәре аша йылмайыу байрам ы" тип әйтмәйҙәр: уның бигерәк ҡыйбатҡа төшөүе, юғалтыуҙарҙ ың күплегенә бәйле был. Ә хәҙер, йылдар үткәс, һуғышта ҡатна шыусылар һәм тыл хеҙмәткәрҙәре һаны кәмегәндән кәмей.
       "БЭТО" акционерҙар йәмғиәтенең ветерандар советында иҫәпт ә бөгөн 88 ветеран тора, бер йыл элек улар байтаҡҡа күберәк ине.
       Әсхәт Ғиндулла улы Сәйфуллинды "БЭТО" акционерҙар йәмғиәт ендә һәр кем белә. Уның биографияһы тулыһынса ошо заводҡа бә йле. 1942 йылдың февраль айында 15 йәшлек үҫмер егет фабрика
       - завод училищеһына уҡырға инә. Бер юлы уҡырға ла, эшләргә лә өлгөр әул. Ярты йыл эсендә тырыш егет токарь һөнәрен үҙлә штерә. Тиҙҙән комсомол сафына инә. Бик тырышып эшләй, хатта Стаханов паегына - өҫтәмә йөҙ грамм икмәккә лайыҡ була.
       Совинформбюро яңылыҡтарын тыңлай - тыңлай деталдәр әҙерл әгән Әсхәт үҙен хыялында фронтта күрә. Шул уҡ 1942 йылда сна йперҙар, автоматсы - пулеметсылар курсын "бик яҡшыға"тамамл ап, бер юлы ике хәрби һөнәргә эйә була. Әммә фронтҡа эләгеүе
       еңелдән булмай, уға бронь бирелә. Әсхәт туҡтауһыҙ хәрби ком иссариат тупһаһын тапай. Фронтҡа осраҡлы рәүештә генә эләгә егет. Күрше ҡатын уға фронтҡа яңы алыныусылар рәтенә баҫырға
       кәңәш итә. План килеп сыға һәм 1943 йылдың декабрь айында Ә схәт Сәйфуллин һалдатҡа әйләнә. Уны дәүләт бәйләнешенең 4 - се һанлы айырым полкына билдәләйҙәр. Бында уға тағы барлыҡ н ескәлектәренә тиклем таныш аппаратура менән эшләргә тура кил ә. Яурынына ауыр телефон аппараты аҫҡан егет фронт юлдары б уйлап йөҙҙәрсә километр атлай. Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнаша, Сиваш өсөн һуғыштар барышында ҡаты яралана. Артабан полк Көн байышҡа йүнәлә. Карпат аша Әсхәт Ғиндулла улы Прагаға тиклем
       барып етә, еңеүҙе шунда ҡаршылай.
       Әммә Сәйфуллиндың армия менән бәйләнеше һуғыш тамамланғас
       та туҡтамай. Полк мәктәбен тамамлағас ул биш йыл дауамында совет - румын сигендә хеҙмәт итә. Һуңынан Өфөгә, үҙенең тыуғ ан заводына әйләнеп ҡайта. Эш көндәре башлана. Уны бригадир,
       мастер, баш мастер итеп тәғәйенләйҙәр. Цех коммунистары пар торг итеп һайлай.
       1994 йыл аҙағында етмешкә яҡынлащып килгән Әсхәт Ғиндулла
       улы хаҡлы ялға сыға. Ветерандың түшен Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
       "Праганы азат иткән өсөн" һәм башҡа бик күп миҙалдар биҙәй.
       Әсхәт Ғиндулла улының хеҙмәт ҡаҙаныштары тураһында уның С ССР Радиосәнәғәт министрлығының социалистик ярыш отличнигы, Киров исемендәге завод премияһы лауреаты һәм иң мөһиме "БР а тҡаҙанған машина төҙөүсе" исемдәренә лайыҡ булыуы һөйләй.
       Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Әсхәт Ғиндулла улы өйҙә ултырып өйрәнмәгән. Оҙаҡ йылдар буйына ул "БЭТО" асыҡ акцион ерҙар йәмғиәтенең Ветерандар советы рәйесе урынбаҫары вазифа Ъын башҡара.
       Өфө ерендә лә уның тамырҙары ныҡ: йорт төҙөгән, ҡыҙ һәм у л үҫтереп тәрбиәләгән, ултыртҡан ағастары ла бик күп. Ейәндә ренең уңыштарына шат - улар икеһе лә Мәскәүҙә белем ала.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал