6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Иҫтәлекле даталар

Башҡортостан Еңеүгә тос өлөш индерҙе
11.05.04


       Быйыл беҙ 59 -сы тапҡыр Бөйөк Еңеү байрамын үткәрҙек. Дәһшәтле һуғыш йылдарында беҙҙең республикабыҙ тәрән тыл эс ендә ҡалһа ла, уның иңенә төшкән хәсрәттәр буйынса ул һәр ва ҡыт алда барҙы тиергә була.
       Сөнки эвакуацияға эләккән предприятиеларҙы, заводтарҙы ҡаб ул итеү, улаҙың халҡын урынлаштырыу, аҙыҡ - түлек менән тәьм ин итеү кеүек мөһим мәсьәләләрҙе беҙҙең республика халҡы ауы р булһа ла, ихлас күңел менән хәл итә. 1941 - 1942 йылдар эс ендә беҙҙең республика барлығы 100-гә яҡын фабрика һәм завод тарҙы, 300 меңдән ашыу ҡасҡынсыларҙы ҡабул итә.
       Ә Өфөлә эшләп килгән Коминтерн радиоһы бөтә доньяға яңыра ны бит.
       Башҡортостанда дөйөм хәрби формированиеларҙан тыш, ике (11 2 һәм 113) кавалерия дивизиялары булдырылды. Барлығы һуғыш й ылдарында республиканан 700 мең ир -ат саҡырыла, уларҙың 30 0 -ҙө һуғыш яландарында ятып ҡала. Республикала формалашҡан соединениелар талинград һуғышында, Курск дуғаһы алыштарында ҡатнаша. Ленинград блокадаһында, Белорусия, Украина, Польша һәм Германия ерҙәрен фашист илбаҫарҙарынан азат итергә тос ө лөшөн индерә. Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн 279 яҡташыбы ҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
       Һуғыш йылдарында Башҡортостан предприятиелары хәрби продук ция етештереүгә яраҡлаша. Билдәле "икенсе Баку" - Башҡортост ан һәм Татарстан нефтселәре Совет Армияһын яғыулыҡ менән тәь мин итеүсе базаһына әйләнә. Был ауыр йылдарҙа барлығы 5 млли он тонна нефть сығарыла, ә уны эшкәртеү 1,5 тапҡырға арта тө шә. Ошо ҡаһарманлыҡ түгелме ни Ауыл эшсәндәренең нинддәй ша рттарҙа эшләүән иҫкә төшөрәйек. Техника тулыһынсма тиерлек һ уғышҡа оҙатыла. Шулай булһа ла ҡарт -ҡоролар, ҡатын -ҡыҙҙар һәм балалар һуғыш йылдарында дәүләткә 160 миллион бот иген,
       980 мең центнер ит һәмбашҡа аҙыҡ - түлек тапшыра.
       Әлбиттә, был ҡоро һандар артында меңләгән кешеләрҙең әсе яҙ мышы, уларҙың ҡаһарманлыҡтары ята. Улар үҙ - үҙҙәрен йәлләм әгән өсөн генә лә Еңеү көнө тыуыуын онотмайыҡ.

Марина Шумилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал