6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Кем кемде туҡмаған Иглин районы эске эштәр бүлеге ике йыл б уйы ошо һорауға яуап таба алмай
07.05.04


       Был тарих бер яҡтан ҡарағанда көләмәсте хәтерләтә. Тик уның төп геройына ғына көлкө ҡайғыһы түгел. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙ мәткәрҙәре тарафынан был хәлдең нисек баһаланыуына риза булм ауын белдереп юғары инстанцияларға хаттар яҙа ул әлеге ваҡыт та. Тик ҡатындың ғәҙеллеккә булған өмөттәре көндән - көн кәм ей. Теләк булғанда бер үк факттарға төрлөсә ҡарарға мөмкинле ге һәр кемгә мәғлүм.
       Көнсөл ҡатын
       Өфөлә йәшәүсе бик үк йәш булмаған Р. - ҙың ҡатыны бик к өнсөл була. Һуңғы ваҡытта уның бар эше ирен хыянатта ғәйеплә үгә ҡайтып ҡала. Ысынлап та хыянатсы булғанмы ул, юҡмы - йөҙ
       процент ышаныс менән бер кем дә әйтә алмай. Ирҙең "һулға" йөрөргә яратыуына шаһиттар юҡ. Ә Р. үҙе әйтеүенсә, ҡатынының
       көнсөллөгө һис тә урынһыҙ.
       2002 йылдың май айында был ғаилә тыуған яғына - Иглин рай онында урынлашҡан ауылдарҙың береһенә ҡайтып, унда ҡалған ба ҡсаһын ҡараштырып килмәксе була. Тағы ғауға сыға. Ҡатыны хәл әл ефетен ауылдашы, баҡса буйынса күршеһе Разия Садиҡованан көнләшә башлай. Һуңғыһының Р. менән ике аралағы мөнәсәбәттә ре бары тик дуҫтарса мөғәмәлә икәнлеген аңлатырға тырышыуы л а һөҙөмтә бирмәй. Артабан булған хәлдәр тураһында Разия Сади ҡова хәтерләй:
       - Ғауға булдырмаҫ өсөн мин баҡсанан сығып киттем. Р. - ҙы ң алыҫ туғаны Әхмәтйәнов миңә:" Күҙ алдарында йөрөмә. Улар я рашҡансы ана зыяратта булып тор", - тине. Бер нимә лә уйлама йынса мин ауыл ситенә киттем. Зыяратта ... Р. - ҙы күреп бик
       аптыраным, әммә бер нимә лә һиҙҙермәнем. Ата - әсәйем ҡәбер лектәре тирәһен йыйыштырҙым, күршем был ваҡытта үҙ туғандары
       ҡәберлектәре янында булды. Бер аҙ ваҡыт үткәс улар әллә ҡай ҙан килеп сыҡҡан Әхмәтйәнов менән бергә минең эргәмә килделә р. Өсәүләп һөйләшеп торҙоҡ. Һуңынан Әхмәтйәнов китте һәм .. .Р. - ҙың ҡатынын алып килде. Улар килгән ваҡытта күршем үлә н өҫтөндә ята, мин уның янында ултыра инем. Р. - ҙың ҡатыны беҙҙе бергә күреп ҡотороноп китте һәм бысраҡ һүгенеп миңә йә беште. Р. миңә ярҙамға килмәһен өсөн Әхмәтйәнов уның өҫтөнә менеп ултырҙы. Көнсөл ҡатын минең муйынымдағы алтын сылбырҙы
       өҙөп төшөрҙө, уны мин һуңынан эҙләп ҡараһам да таба алманым . Ҡатын мине сәсемдән һөйрәкләп йөрөттө, һуңынан килене менә н типкеләнеләр. Әхмәтйәнов Р. - ҙы ебәргәс кенә тынысландыл ар. Сатанлай - сатанлай мин ситкә киттем. Ата - әсәйем ҡәбер е эргәһендә аңымды юғалтҡанмын...
       Туҡмалған ҡатын
       Разия дауаханаға мөрәжәғәт итә. Туҡмалыу һөҙөмтәһендә ун ың мейеһе һелкенә, күп һанлы йәрәхәттәр ала, һул аяғында ике
       бармағы һына. Ҡатын 36 көн буйы гипста йөрөй. Медицина учре ждениеһынан был хәл тураһында милицияға хәбәр итәләр. Тикшер еү эше Иглин районы эске эштер бүлегенә йөкмәтелә. Хоҡуҡ һаҡ лау органдары алтын сылбырҙы йолҡоп алыуға бер ниндәй ҙә юри дик баһа бирмәйенсә, эште мировой судҡа йүнәлтә. Процесс ва ҡытында Р. Разияның һүҙҙәрен тулыһынса раҫлай. Тикшереү ваҡы тында зыян күреүсе һорауы буйынса комиссия экспертизаһы үткә ргәндән һуң, Садиҡованың йәрәхәттәре башта Иглин судмедэкспе рты билдәләгәнсә еңел түгел, ә урта дәрәжә ауырлыҡта тип таб ыла.
       Эш икенсе йүнәлеш ала. Материал райондың эске эштәр бүлег енә кире ҡайтарыла һәм артабан район судына йүнәлтелә. Әгәр тәүҙә билдәләнгән 115 - се статья буйынса кешегә штраф йәки бер йылға тиклем холоҡто төҙәтеү эштәре янаһа, 112 - се стат ья ҡатыраҡ - өс йылға тиклем иректән мәхрүм ителергә лә мөмк ин. Әммә Иглин районында прокурор вазифаһын башҡарыусы Моста фин ҡабатлап үткәрелгән судмедэкспертизаһын шик аҫтына ала.
       Ниһәйәт, бер йылға һуҙылған тикшереү эштәре тамамланып, к өнсөл ҡатынды ғәйепләүгә килеп еткәс, прокурорҙың енәйәт эш ен асыу хаҡында ҡарар сығарырға "онотоуы" асыҡлана. Тикшереү
       эштәре өр - яңынан башлана. Р. - ҙың ҡатыны менән килене үҙ
       һүҙен һөйләүен дауам итә: йәнәһе, Садиҡова беренсе булып ул арҙың сәсенә йәбешкән, типкеләгән, һөҙөмтәлә аяҡ бармаҡтарын
       һындырған. Әхмәтйәнов менән Р. ... бер нимә лә күрмәүҙәрен иҫбатлай башлай.
       Тәфтишсе Баранова ҡатындарҙың һүҙен дөрөҫ тип таба һәм ен әйәт эшен асыуҙан баш тартыуҙа "Әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып (
       ҡатындың аяҡ бармаҡтары гражданка Р. - ҙы типкеләгәндә, йә ниндәйҙер ҡаты предметҡа типкән осраҡта ғына һыныуы ихтимал ), енәйәт составы булмау сәбәпле енәйәт эшен туҡтатырға" ти п яҙа. Аяҡ бармаҡтарын һындырыу өсөн ниндәй көс менән тиберг ә кәрәк һуң Һәм, иң мөһиме, судмедэкспертиза Р. - ҙың ҡатын ы һәм киленендә бер ниндәй ҙә йәрәхәт эҙе тапмай. Шул уҡ ваҡ ытта Садиҡовала улар етерлек. Был һорауҙар һауала аҫылынып ҡ алды тип әйтһәң дә була.
       Үҙен үҙе туҡмағанмы Үҙен хаҡһыҙ кәмһетелеүсе тип һанаған Садиҡова инстанциялар б уйлап ялыуҙар яҙа башлай: район һәм республика прокуратураһы на, БР Эске эштәр министрлығына яҙа. Эште икенсе тәфтишсегә ҡушып яңырталар. Иң ҡыҙығы шунда: ҡәберлектәге "һуғыштан" һу ң ҡатыны менән рәсми рәүештә айырылышҡан Р. тиҙҙән уның менә н тағы яраша һәм ғаилә бергә йәшәй башлай. Ул ғына ла түгел,
       яңынан ҡушылғандан һуң Р. - ҙың "күҙҙәре асыла". Бер һорау алыу ваҡытында ул бер нимә лә күрмәнем тип белдерә ине, бер йылдан һуң ( !), тикшереүсе һорау алғанда, Садиҡова уның ҡат ынын туҡмауы "хәтеренә" төшә.
       Енәйәт эше тағы туҡтатыла. Был юлы ниндәй сәбәп буйынса һу ң Сәбәп шул уҡ. Ышаныслыраҡ булһын өсөн хоҡуҡ һаҡлау органд ары хеҙмәткәре РФ Конституцияһының 49 - сы статьяһына ла һыл тана. Шуныһы ҡыҙыҡ, тикшереүсе был ваҡытта урлашыу өсөн төрм әлә ултырған Әхмәтйәновтан да, Разиянан да ҡабат һорау алмай . "Садиҡованың ҡайҙа иәнлеге билдәле булмау сәбәпле, унан һо рау алыу мөмкин булманы", - тип яҙа тикшереүсе. Бик сәйер, с өнки Разия был ваҡыт эсендә бер ҡайҙа ла барырға йыйынмай һә ¬ миллициянан повестка ла алмай. Садиҡованың адвокаты Иглинд а йәшәй. Уны хатта махсус рәүештә саҡырырға ла кәрәкмәй, ул үҙе йыш ҡына райондың эске эштәр бүлегендә була.
       Шулай итеп, тикшереү материалдарында Р. - ҙың ғаилә ағзал ары шаһит сифатында ҡалыуын дауам итә. Зыян күреүсе лә бар, уның физик һәм руха йәрәхәттәре булыуы ла сер түгел, тик шик леләр ҙә, ғәйеплеләр ҙә юҡ. Барыһы ла шаһит. Һөҙөмтәлә Разия
       үҙен үҙе туҡмаған килеп сыға...
       Р.S. Әйткәндәй, адвокат хеҙмәттәренә түләү өсөн пенсионер ка Садиҡова эшкә сығырға мәжбүр була.

Людмила Кашапова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал