6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Лилиә Сәхәбүтдинова. 07.05.2004 1 "Аманатҡа" - 75!
11.05.04


       Ошо көндәрҙә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сығарылған "Амана т" журналы үҙенең 75 йыллығын билдәләй. Юбилей уңайынанБашҡо рт дәүләт филармонияһында үткәрелгән тантанаға уҡыусылар, у ларҙың ата - әсәләре, уҡытыусылар һәм балалар донъяһына бита раф булмаған башҡа бик күптәр килде. Сараны БР Хөкүмәте ҡара мағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия идаралығы, БР Мәҙ әниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте буйы нса дәүләт комитеты ойошторҙо.
       Ҡунаҡтарҙы филармония фойеһында "ҡаршылаған" һүрәттәр күр гәҙмәһе байрам кәйефенә тап килә ине. Журналдың художество р едакторы Ләйлә Ғаянованың тырышлығы һөҙөмтәһендә бында йәш р әссамдарҙы ижады сағылыш таба, төп тема - тыуған яҡҡа һөйөү.
       Филармонияның художество етәксеһе Салауат Итбаев әҙерләгән
       программа сағыулығы менән айырылып торҙо. Байрамды артистка
       Айгөл Усманова һәм БР Халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев алып барҙы .
       Юбилейҙы 140 - сы башҡорт гимназияһының Байрам" бейеү кол лективы асты. Артабан журналдың коллективын хөрмәтле ҡунаҡ -
       БР Хөкүмәте Премьер - министр урынбаҫары, республиканың мәҙ әниәт һәм милли сәйәсәт министры Хәләф Ишморатов ҡотланы. Ул
       БР Президенты Мортаза Рәхимов исеменән йылы һүҙҙәр әйтте.
       - "Аманатҡа" күп көс һалына, - тип билдәләне Хәләф Хәлфет дин улы. - Журнал балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләүгә булы шлыҡ итә.
       Юбилярҙарҙы ҡотларға БР Мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтулли н ала килгән ине. Ул журналист Нурия Фазлыеваға БР Мәғариф о тличнигы танытмаһы тапшырҙы. Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфи я идаралығы грамоталарына шулай уҡ бухгалтер Миңлесәриә Ғүмә рова һәм йыйыу операторы Миңлебикә Сәйфуллина лайыҡ булды. Б Р Яҙыусылар союзы грамотаһы журналдың яуаплы сәркәтибе Әхмәҙ ин Әфтәхкә тапшырылды. Верстка буйынса инженер Тайфур Сәғито вты БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәхмәт хаты м енән билдәләне.
       Журналды сығарыу өҫтөндә барлығы туғыҙ кеше эшләй. "Яҙыус ылар" барлығы икәү - Венер Йәнбәков һәм Нурия Фазлыева. "Ама нат" бөгөн балаларҙың иң яратҡан журналдарының береһе булып тора. Күптән түгел ул үҙенең уҡыусыларын "Аманат" журналы йо ндоҙлоғо" тип аталған яңы рубрикаһы менән ҡыуандырҙы. Үҫмерҙ әргә "Мәңгелек сер" рубрикаһы айырыуса оҡшай. Ул мөхәббәт һә м дуҫлыҡ тураһында һөйләй. Мөхәрририәт журналды уҡыусыларҙы ң ижадын да иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
       "Аманат" журналының баш мөхәррире Артур Дәүләтбаҡов әйтеү енсә, бөгөн журналдың тиражы 15 мең экземпляр тәшкил итә.
       - 1969 йылда тираж 45 мең тәшкил итеүен иҫәпкә алғанда, б өгөнгө тираж аҙыраҡ, әлбиттә. Әммә республика журнал продукц ияһы аҙ сығарыла, шуға күрә беҙ ошо һанға ла риза. Тик был у ҡыусыларыбыҙҙы арттырырға йыйынмайбыҙ тигәнде аңлатмай. Альт ернатив яҙылыуҙар ойоштороу уңышлы үтә.

Юбилейҙар
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал