6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Эльвира Латипова. 05.05.2004 1 Ҡышын юғалтыуҙар күрмәнек
06.05.04


       Сираттағы ҡышты ла үткәреп ебәрҙек. Торлаҡ - коммуналь х еҙмәттә эшләүселәргә еңел тын алырға ла була: ҡуйылған мәсьә ләләрҙе яҡшы атҡарып сыҡты улар. Республика йортонда үткән с електор кәңәшмәһендә ҡышын йылытыу эштәре барышы һөҙөмтәләре
       тикшерелде. Ғәҙәттәгесә уны Башҡортостан Хөкүмәтенең Премье р - министры Рафаэль Байдәүләтов алып барҙы. Йылдың һалҡын а йҙарында әйтелгән структуралар халыҡты йылылыҡ һәм һыу менән
       тәьмин итеү буйынса нисек эшләне Үткән йылда билдәләнгән м әсьәләләрҙең ҡайһыһы хәл ителгән, ҡайһыһы - юҡ Был йүнәлешт әге һорауҙарға БР Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министры Гемань
       Әсәҙуллин яуап бирҙе.
       - Йылытыу сезоны ваҡытында бер ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш хәл дәр булманы, - тине ул.
       Был иһә республикала үҙ ваҡытында әҙерлек һәм профилактик
       саралар тейешле кимәлдә үткәрелеүен аңлата. Республика хөкү мәте тарафынан раҫланған программа тулыһынса башҡарылған. Ҡы шҡы һалҡындарға әҙерлектең матди яғына килгәндә, урындағы бю джеттар, торлаҡ - коммуналь комплекс предприятиелары һәм ойо маларының ремонт - төҙөкләндереү эштәренә тотонолған средст волары сама менән 600 миллион тирәһе баһалана. Дәүләт үҙәклә штерелгән капиталь һалымдар ҙа үҙ ролен үтәмәй ҡалманы. Һөҙө мтәлә республиканың барлыҡ тиерлек ҡала һәм райондарында объ екттарҙа эш алып барылды.
       Тармаҡ предприятиелары кәрәкле матди - техник средстволар
       алыу өсөн өс миллион һум бюджет ярҙамы алды. Тағы егерме ми ллион торлаҡ - коммуналь хеҙмәттәргә иллеләп махсус техника
       алып биреүгә тотонолдо. Энергия һаҡлау предприятиеларына 47
       миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, уларҙың алты миллион һум ға яҡыны - республика ҡаҙнаһынан.
       Әммә ҡайһы бер урында авария осрағы ла булған. Мәҫәлән, Б әләбәйҙә октябрь айында ике көн һәм ноябрь айында бер көн да уамында торлаҡ секторының өстән бер өлөшө һалҡын һыуһыҙ ҡал ған. Дәүләкән, Кушнарен, Нефтекаманың Әмзә ҡасабаһында йылыл ыҡ менән тәьмин итеүҙә проблемалар булғылаған. Нефтекамала я уаплы персоналдың эшләп еткермәүе сәбәпле ҡала халҡы оҙайлы ваҡыт буйына эсергә яраҡлы һыуҙан мәхрүм ҡалған.
       Сығышының аҙағында Гемань Әсәҙуллин кәңәшмәлә ҡатнашыусыл арға түбәндәге һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте:
       - Ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына, торлаҡ - комм уналь хужалыҡ етәкселәренә ситуацияны күҙ уңынан ысҡындырмай ынса йәйге ремонт ваҡытына конкрет мәсьәләләрҙе бөгөн үк бил дәләргә кәрәк.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал