6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Әҙәби мираҫ

"Уф - ЛИ" ижади кешеләрҙең барыһыа ла урын табасаҡ
05.05.04


       Шағир һәм прозаик Айҙар Хөсәйенов ойошторған "Уф - ЛИ" әҙәби берекмә ике йылға яҡын эшләп килә. Әҙәбиәт яратҡан һә м үҙҙәре ҡәләм тибрәткән кешеләр һәр кесаҙна һайын башҡалан ың Үҙәк ҡала китапханаһында йыйыла.
       - Үҙемдең тап ошондай ойшма булдырыуыма шатланып бөтә ал майым.- тип һөйләй Айҙар Хөсәйенов.- Сөнки уның тәүге ултыры шында уҡ әҙәбиәтте яратҡан кешеләр йыйылыуы асыҡланды.
       Өфө әҙәби берекмәһендә ҡәләм тибрәткән йәки әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең барыһы ла шөғөлләнә ала. Уларҙың һөнә рҙәре буйынса кем һәм нисә йәштә булыуы мөһим түгел. Шуға күрә берекмәлә йәшәтәр, студенттар менән бергә пенсионерҙар ҙа күп.
       Ошо осорҙа берекмә нимә менән шөғөлләнгән һуң Айҙарҙың һй ләүенсә, байтаҡ нәмәләр эшләнеп өлгөргән. Шиғыр һәм проза әҫ әрҙәре тикшерелгән. Ғәзим Шафиҡов, Николай Грахов, Анатолий Иващенко, Владислав Троицкий, Мадриль Ғәфүров, прозаик Шамил
       Хәзиәхмәтов ҡунаҡта булған. Әлбиттә, йәш көстәр менән арала шыуға ваҡыт һәм теләк тапҡан яҙыусылпарға берекмә бик тә рә хмәтле.
       Шуныһы ла бар, төрлө кеше йыйылғанлыҡтан ҡайһы саҡта тәнҡит те дөрөҫ аңламауыслар ҙа осрай. Ни эшләйһең бит, йәш кеше кү тәргән нәмәләрҙе ололар ауырыраҡ ҡабул итә. Әммә урынлы һәм
       нигеҙле тәнҡит өсөн йәш яҙыусылар рәхмәтле генә. Ни өсөн ти гәндә уларһыҙ камиллашыу тураһында уйларға ла ярамай.
       Айҙар фекеренсә, оло әҙәбиәткә юл бәләкәй генә аҙымдарҙан б ашлана. "Уф -ЛИ" берекмәһендә тәүгә һуҡмаҡ үтеләсәгенә ышан ғы килә, әлбиттә.
       "Башвесть" гәзите лә был изге ниәттән ситтә ҡалғыһы килмәй.
       Һәм тиҙҙән беҙҙең сайтта әҙәби бит асыласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал