6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Мәғлүмәткә эйә булған донъяға хакимлыҡ итә тиҙәр
30.04.04


       Ул ваҡытта иҡтисади мәғлүмәткә эйә булыусы нимәгә хужа ик ән Белгегеҙ киләме Ул ваҡытта http: // www.finance.bashinf orm.ru сайтына инегеҙ һәм нисек итеп аҡсағыҙҙы арттырырға ик әнлеген аңларһығыҙ.
       Кисә "Башинформ" агентлығы менән БР Милли банкыларының дө йөм эше - интернет - порталдың презентацияһы үтте. Унда БР Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов, уның урынбаҫары Радмир Ғ әниев, кредит ойошмалары Ассоциацияһы рәйесе, "Промтрансбанк " яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең беренсе премьер - министры
       Резеда Саҙрыева, башҡарыусы директор Лариса Землянова, БР ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары буйынса тикшереү һәм корпоратив фин анстар бүлеге начальнигы Рауил Әхтәмов, республика Милли бан кының мәғлүмәт - нәшриәт секторы етәксеһе Шамил Әминев, Башҡ орт тимер юлдар банкыһы идара рәйесенең беренсе урынбаҫары А лександр Богданов, "Росгосстрах - Аккорд" компанияһының корп оратив страховкалау бүлегенең әйҙәүсе белгесе Марат Вәлиев, "УралСиб" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бә йләнеш буйынса белгесе Рушана Ибраева һәм республика журнали стары ҡатнашты.
       Был кешеләрҙе бер урында һәм бер ваҡытта йыйыусы сәбәп ни мәлә һуң Иң беренсе сиратта - Башҡортостан финанс баҙары б уйынса киң мәғлүмәт спектры урынлашасаҡ универсаль сайт менә н танышыу. Унда банкылар, инвестициялау һәм страховкалау ком паниялары, ҡиммәтле ҡағыҙҙар һәм күсемһеҙ милек баҙарындағы яңылыҡтар, валюта курсы һәм башҡа мәғлүмәт ҡуйыласаҡ.
       Әммә яңылыҡтар менән таныш булыу - баҙарҙы тулыһынса беле ү тигән һүҙ түгел. Әлеге проекттың төп маҡсаты - ябай халыҡт ың финанстар йүнәлешендә белемен арттырыу. Шуға күрә сайтта оператив эш мәғлүмәтенән тыш аналитик мәғлүмәт, актуаль тема ларға комментарийҙар, баҙар яңылыҡтары ла табырға була. "Фин ликбез" һәм " Экономик һүҙлек" бүлектәре махсус рәүештә граж дандарҙың финанс белемен арттырыуға йүнәлтелгән.
       Республикала бындай сайт булдырыу кәрәклеге күптән һиҙелә
       ине. "Башинформ" агентлығының был яңылығына башҡалар түбәнд әгесә баһа бирҙе:
       Рөстәм Мәрҙәнов:
       - Банк эшмәкәрлегенә ҡағылған мәғлүмәтте таратыу буйынса
       беҙ матбуғат менән бергә ярайһы уҡ әүҙем эш алып барабыҙ. Б ыға башлыса "Вестник Национельного банка Республики Башкорто стан" һәм интервьюлар булышлыҡ итә ине. Хәҙерге банк систем аһы үҙенең клиенттар алдында асыҡлығы менән билдәле. Шуға кү рә беҙ "Башинформ"дың республика финанс сайты асыу тураһында ғы идеяһын ҡуш ҡуллап ҡаршы алдыҡ. Ул Интернет селтәре менән
       файҙаланыусы ябай ҡулланыусыларға ғына түгел, финанс ойошма ларының үҙҙәренә лә ҙур ярҙам буласаҡ.
       Радмир Ғәниев:
       - Бөгөнгө презентацияға килеүселәр составы буйынса бында Башҡортостандың барлыҡ финанс системаһы: банкылар, страховк алау һәм инвестиция компаниялары, пенсия фондтары һәм башҡа ойошмалар йыйылыуы күренә. Сайтты тултырыуҙа ла республикан ың бар финанс ойошмалары ҡатнашыуын теләге килә. Был Башҡорт остан иҡтисадын үҫтереүгә ярҙам итәсәк.
       Рауил Әхтәмов:
       - Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа финанс баҙарының үҫеүе күҙәтелә:
       капиталдар арта, активтар күбәйә, ҡиммәтле ҡағыҙ эмиссиялар ы даими сығарыла. Иҡтисад менән бәйле мәғлүмәт тә арта. Ғөмү мән, әлеге сайт - ваҡыт талабы булып тора. Уны булдырыусы "Б ашинформ" агентлығына килгәндә инде, уның материалдары Башҡо ртостанда мәғлүмәт критерийҙары буйынса барлыҡ талаптарға ла
       яуап биреүе билдәле. Әммә яңы проектта мин финанс баҙарының
       үҫеше тураһында полемика ла күрергә теләр инем.
       Александр Богданов:
       - Минеңсә, сайттың төп бурысы - халыҡ араһында финанс йүнә лешендә белемде арттырыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, банкыларҙың яңы мөмкинселектәре һәм хеҙмәтләндереү төрҙәре хаҡында күптәребе ҙ башлыса рекламаларҙан ғына белә.
       Марат Вәлиев:
       - Сайтта ҡуйылған финликбез үҙе генә лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыр а, әлбиттә. Ябай ҡулланыусы өсөн тағы бер ыңғай яғы бар. Ул үҙенең финанстарға ҡағылышлы белемен арттырыуҙан тыш теория менән практика араһында ятҡан "алтын дөрөҫлөк"тө табыу мөмки нселегенә эйә буласаҡ.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал