6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Музыка

Һаңғырауҙар ... ҡулдары менән йырлай
31.07.03


       Ымлап йырлауҙың нимә икәнен беләһегеҙме Белмәйһегеҙ Тимәк был мәҡәлә һеҙҙең өсөн. Беҙҙең һәр беребеҙҙә юҡ- юҡ та йырлап алыу теләге тыуа. Хис - тойғоларыңды йыр аша биреү бер үҙең моңайып ултырғанда ла мөмкин, яҡшы компанияла булһа тағы ла яҡшыраҡ. Ә бына әгәр һ ин һаңғырау йә телһеҙ, тәбиғәт тарафынан ҡыйырһытылғанһың ик ән,ул саҡта ни эшләргә Танау аҫтынан мыырлап йөрөр өсөн дә бит ул көйҙө башта ишетергә, иҫтә ҡалдырырға кәрәк. Был нисек кенә моңһоу булмаһын, һаңғырауҙар донъяһы йыр жанр ы өсөн ябыҡ. Ҡолағы ишетмәгән кеше йырҙы "ишетһен"өсөн уны ы мдар теленә һалыр кәрәк, шул ваҡытта ғына ул йырлай аласаҡ. Ымлап йырлау бына шулай барлыҡҡа килә лә инде. Ниңәлер ымлап йырлау көнбайыш илдәрҙә ул тиклем таралмаған,у нда һаңғырауҙар күберәк бейеү жанрына иғтибар бирәләр. Ә рәс әйҙә иһә был ике йүнәлеш бер - береһенә үрелеп үҫешәләр. Өфөләге һаңғырауҙар мәҙәниәт йортоноң "Шанс" ымлап йырлау ст удияһы ун йылдан ашыу эшләп килә. Бөгөн унда 15 йәштән 35 йә шкә тиклем егермеләп кеше йөрөй. Башта художество етәксеһе Г өлнара Ғабдуллина берәй популяр йырҙы һаңғырауҙар теленә тәр жемә итә, һуңынан аңлайышлы итеп уны үҙенең уҡыусыларына етк ерә. Әйтергә кәрәк, һәр бер оҡшаған йырҙы был телгә тәржемә итеп булмай. Мәҫәлән, Алла Пугачеваның популяр "Старинные часы" йырын биктырышһалар ҙа тәржемә итә алмағандар. Бай рус телен ән айырмалы рәүештә һүҙ һәм фразаларҙың бар мәғәнәһен һаңғыр ауҙар телендә тапшырыу мөмкин түгел.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал