6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Концерттар

"Би - 2": сәхнә фәрештәләре фанаттарын автографһыҙ ҡалдырҙы
29.04.04


       Өфө циркының залы яртылаш буш булыуына "Би - 2" йырсылар ы Шура менән Леваның иҫтәре китмәне. Фанаттары ла уларҙы шау
       - гөр килеп ҡаршы алды. "Би - 2" тураһында беҙ биш - алты й ыл элек ишетә башланыҡ һәм шунда уҡ билдәлелек яуланы был тө ркөм. "Би - 2" егеттәре үҙҙәрен Өфөлә яратыуҙарына был юлы л а инанды.
       - Беҙ Өфөлә ике йыл элек булып киткәйнек. Шул ваҡыттан ал ып ике арала йылы мөнәсәбәт булдырылды һәм һаман да һаҡлана . Бөгөнгө концерт быны тағы бер тапҡыр раҫланы, - тип белдер ҙе Шура "БАШвестъ" гәзите хәбәрсеһенә.
       Ә төркөмдөң һаҡсылары был юлы бигерәк ҡаты булды. Сәскә һәм бүләктәр тотоп сәхнәгә ынтылған үҫмерҙәрҙе кире урындар ына оҙатыу менән мәшғүл булды улар. Шура менән Леваға хатта
       ҡыҙҙарҙы яҡларға ла тура килде.
       ..."Би - 2" үҙҙәрен рок - төркөм тип атай. Хәйер, улар уй наған көйҙәрҙе рок тип әйтеүе ҡыйын. Төркөмдөң өсөнсө альбом ы "Иномарки" тип исемләнгән.
       "Ангелы" йырын йырларға Лева сәхнәгә ҡанаттар тағып сыҡты . Публикаға был бик оҡшаны.
       Ғөмүмән, был төркөм ижадына ғашиҡтар концерт яҡшы булды т ип иҫәпләй. Әммә һәр кемдең үҙ фекере. "Шул да булдымы конце рт! Аҡсамды кире ҡайтарығыҙ!" тиеүселәр ҙә булманы түгел. Ба шҡалары музыканттарҙың кейенеү бүлмәһе ишеген штурмлап булһа
       ла автограф алырға ашыҡты. Әммә көтөүҙәр бушҡа булды. Шура менән Лева сәхнәнән "Концерттан һуң барыһына ла автограф бир әсәкбеҙ" тигән вәғәҙәләрен тотманы.

Екатерина Спиридонова, Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал