6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Лилиә Сәхәбүтдинова. 28.04.2004 1 "Наурыҙ гүзәле" иң гүзәл ҡыҙҙы билдәләне
29.04.04


       Матурлыҡ һәр ваҡыт үҙенә тартып, арбап тора.
       Бына "Наурыҙ гүзәле" конкурсында ла, бәйгенең биш сәғәт тән ашыу барыуына ҡарамаҫтан, бер кем дә тамашасы залын ташл ап китергә ашыҡманы. Һәр кемдең дә кемдең иң матур татар ҡыҙ ы исемен белгеһе килде.
       Иң матур татар ҡыҙы исемен яулау өсөн республиканың төр лө район һәм ҡалалрынан барлығы 12 гүзәл ярышты. Ун ике һан ы татар фольклорында осраҡлы һан түгел. Хәтерләйһегеҙме, "Б еҙ, беҙ, беҙ инек, беҙ ун ике ҡыҙ инек".
       Шулай итеп, сәхнгәг сыҡҡан ҡыҙҙар беҙҙе нимә менән шатла ндырҙы һуң" Беренсе сиратта, әлбиттә, күҙҙең яуын алып торағ ан матурлыҡтары менән.
       Икенсенән, үҙҙәренең үҙенсәлекле теләктәре менән. Мәҫәлә н, "Минең теләгем" бәйгеһендә ун алты йәшлек Әлиә Вәлиева ү ҙенең иренә ун ике ҡыҙ бүләк итергә теләүен белдерҙе. Айгөл Биктимерова үҙен киләсәктә "Ҡатын -ҡыҙҙар теләге" тип аталға н тапшырыуҙың алып барыусыһы итеп күрергә теләй. Үҙенең тәүг е тапшырыуын ул матурлыҡ конкурсына бағышлаясаҡ. Алина Тазет динова үҙен барыһын да йылытҡан һәм нурлаған ҡояш булырға те ләй. Башҡа ҡыҙҙар иһә аҡ ат менән килеп төшәсәк принцтарҙы к өтөүҙәрен йәшермәне.
       Изге йолаға әүерелгән милли кейемдәрҙе күрһәткән бәйгелә ҡы ҙҙар үҙҙәренең һомғоллоғо менән таң ҡалдырҙы. Баҡһаң, уларҙы ң барыһы ла яҡшы бейеүсе икән.
       Талапсан жюри ағзалары конкурсанткаларҙы төрлө сетерекле
       хәлдәргә ҡалдырып та, һынап ҡараны. Әммә ҡаушап, ҡурҡып ҡал ған ҡыҙҙар табылманы. Улар араһында хатта көнкүреш ҡалдыҡта рын эшкәртеүсе завод асырға теләгән "президент " та булды. Ә ммә нимә генә тип әйтмәһендәр, ҡатын -ҡыҙҙың урыны был кресл ола түгел, ә йорт йәме булыуҙалыр.
       Конкурс та тап шулай атала бит - "Наурыҙ гүзәле"! Оҙон күлдәктәрҙә, ҡулдарына гөлләмәләр тотоп сәхнәгә сыҡҡан ҡыҙҙа рҙы тамашасылар көслө алҡышлауҙар менән ҡаршы алды.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙҙәрен бөтә яҡлап камил итеп күрһәткән
       ҡыҙҙар туған телдәрен ул тиклем яҡшы белмәүҙәре менән бер а ҙ күңелде ҡырҙы. Ни тиһәң дә гүзәлдәр бөтә яҡлап гүзәл булы рға тейеш бит.
       Шулай итеп, бәйгеләрҙең барыһын да уңышлы үтеп, Нефтек ама ҡалаһы ҡыҙы Әлиә Хәкимйәнова еңеүсе тип танылды. Шаран, Ҡыйғы һәм Федоровка районы ҡыҙҙары Әлиә Вәлиева, Әлиә Сәйетб атталова, Диана Әхмәтдинова беренсе, икенсе һәм өсөнсө урынд арҙы бүлеште.
       Конкурс тураһында һүҙҙе тамашасылар тураһында бер -ике һү ҙ менән тамамлағым килә. Уларҙың саманан тыш шашыуы, ҡысҡыры уҙары жюри ағзаларына, журналистарға ныҡ ҡамасауланы. Ҡайһы
       бер көйәрмәндәрҙең башҡа конкурсанткаларҙың плакаттарын йы ртып ырғытыуҙарын бер нимә менән дә аңлатып булмай. матурлыҡ бәйгеһе үҙенең булмышы менән матур мөнәсәбәт һәм тәртип тал ап итеүен белмәү ҡыҙғаныс. Эштәр шул көйө барһа, конкурс үҙе нең асылына ҡаршы киләсәк түгелме ни

Конкурстар
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал