6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Матбуғат

"Полиграфиздат. Реклама. Дизайн - 2004" күргәҙмәһе ун йыллыҡ юбилейын билдәләй
27.04.04


       "Башҡортостан" күргәҙмә комплексында "Полиграфиздат. Рек лама. Дизайн - 2004" тип аталған махсус күргәҙмә үҙ эшен баш ланы. Быйыл уның үткәрелә башлауына ун йыл тулды. Сараны БР Хөкүмәте эргәһендәге Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре
       идаралығы, Полиграфистарҙың төбәк - ара ассоциацияһы, БР Са уҙа - сәнәғәт палатаһы, "Эго - Дизайн"студияһы, БР Полиграфи стар ассоциацияһы ойошторҙо. Республикала полиграфияға, нәшр иәткә ҙур иғтибар бүленә. Быйыл үткәрелгән күргәҙмәнең прогр аммаһы ла бай булырға оҡшай. Беҙҙә бындай сараларҙа ҡатнашыу
       тәжрибәһе етерлек.
       Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға БР Хөкүмәте эргәһендәге Матбуғ ат, полиграфия һәм нәшриәт эштәре идаралығы начальнигы Борис
       Мелкоедов тәбрикләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Күргәҙмәне а сыуҙа Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Салауат К усимов, Полиграфистарҙың төбәк - ара ассоциацияһы беренсе ви це - президенты Дмитрий Закиров, БР Полиграфистар ассоциация һы президенты Ринат Шәкүров ҡатнашты.
       Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар офсет машиналарынан алып биҙәү м ашиналарына тиклем полиграфия ҡаҙаныштары менән таныша ласаҡ . Улар араһында "Форт Диалог", Волга - партнер, "Нисса" кеүе к даими ҡатнашыусылар менән бергә "Техника һәм технология", "Гейдельберг БДБ" "Зиглох - Колбус" фирмалары ла бар.
       Республиканың полиграфия ҡаҙаныштарын "Башҡортостан", "Бе лая река", "Китап" нәшриәттәре, полиграфия комбинаты, Өфө, Н ефтекама, Сәрлетамаҡ, Мәләүез, Сибай, Белорет һәм башҡа ҡала лар типографиялары тәҡдим итә. Республикалағы киң мәғлүмәт с аралары ла күркәм стендтары менән иғтибарҙы йәлеп итә. "Башҡ ортостан", "Ҡыҙыл таң", "Республика Башҡортостан", "Йәшлек" һәм башҡа гәзиттәрҙең, журналдарҙың стендтары эргәһенән кеше
       өҙөлмәй.
       Күргәҙмә сиктәрендә полиграфия предприятиелары етәкселәре , матбуғат белгестәре һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн семинарҙар, "тү ңәрәк өҫтәлдәр" үтәсәк. Семинарҙарҙы Мәскәү нәшриәт - полигр афия колледжы уҡытыусылары, "Апостроф - принт", "Форт Диалог " компаниялары белгестәре үткәрәсәк.
       Күргәҙмәгә килеүселәр тағы бер файҙалы эш башҡара - ваҡыт лы матбуғатҡа яҙыла ала. Уны Өфө почтамты ойоштора.

Лилиә Сәхәбетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал