6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Яҙмыш

Иғтибар, хәҙер объективтан ҡошсоҡ осоп сыға... Һәм шулай ал ты тиҫтә йыл буйына
27.04.04


       Өфөлә йәшәүселәр араһында Анатолий Михайлович Виноградовт ыҡы кеүек бай фотоархив бер кемдә лә юҡтыр, моғайын. Бына ин де ярты быуат дауамында ул ул фотография менән мауыға. Өфөлә
       Анатолий Михайлович 1956 йылдан алып йәшәй. Ул - фронтовик,
       отставкалағы майор, шуға күрә Еңеү көнө уның өсөн оло байра мдарҙың береһе.
       Ул бик теремек, һомғол буйлы ( офицерлыҡ һөҙөмтәһе), бына н тыш бик яҡшы әңгәсәсе лә. Тик ҡарҙай сал сәстәре менән һаҡ алы ғына уның олпат йәше тураһында һөйләй: 22 апрель көнө Ан атолий Михайловичҡа 78 йәш тулды.
       Мәктәпте тамамлағас моряк булырға хыяллана ул, хәрби диңг еҙ мәктәбенә уҡырға инеү теләге менән яна. Һәм әгәр ҙә һуғыш
       сыҡмаһа, уның теләктәре мотлаҡ аҡланған булыр ине. 1944 йыл да фронтҡа саҡырыла, беренсе Украина һуғыш хәрәкәттәрендә ҡа тнаша.
       Еңеү көнөн лейтенант Виноградов Стәрлетамаҡта ҡаршы ала. Унда командование ҡушыуы буйынса белем ала. Һуғыш йылдарында
       ҡалала хәрби училище эшләй, һуңынан ул Өфөгә күсә. Йәш һалд аттан миномет белгесе әҙерләйҙәр. Училищенан һуң уға совет һ аладаттары менән бергә өс йыл буйына Германияла хеҙмәт итерг ә тура килә. Артабан Прибалтика хәрби округында хеҙмәт көтә егетте. Тап ошонда уның фотография менән мауығыуына башланғы с һалына ла инде. Виноградовҡа супераппарат - "Практика" тип
       аталған немец аппаратын һатып алыу бәхете тейә. Бергә хеҙмә т иткән иптәштәрен, тәбиғәт күренештәрен мәңгеләштерә ул. От пуск ваҡытында тыуған Тверь яҡтарына ҡайтҡас, һуңынан иҫкә а лыр өсөн барлыҡ туғандарын да фотоға төшөрә. Был тәжрибә яра йһы уҡ уңышлы килеп сыға һәм дуҫтары уға был эш менән етди ш өғөлләнергә кәңәш итә.
       1956 йылда Анатолий Михайлович ғаиләһе менән Прибалтикан ана Өфөгә күсеп килә. Ул ваҡытта армияла ҡыҫҡартыу бара, шуғ а күрә уға хәрби карьераһын туҡтатырға тура килә. Фотоател ьеға эшкә урынлаша. Тиҙҙән республиканың "Совет Башҡортоста ны" гәзите үткәргән конкурста ҡатнаша. "Ленисы", "Нефтяник Башкирии", "Черниковский рабочий" гәзиттәре менән хеҙмәттәшл ек итә башлай. 1962 йылдың апрель айында уны "Совет Башҡорто станы" гәзитенә фотокорреспондент итеп эшкә саҡыралар. Ҡырҡ йылға яҡын ошо гәзит штатында хеҙмәт итә ул, әле ике йыл ғын а фотоға төшөрөү эштәре менән шөғөлләнмәй, үҙенең архивын тә ртипкә килтерә. Унда меңләп һоҡланғыс һүрәттәр бар. Виноград овтың үҙ ҡағиҙәһе бар: үҙ хәтереңә ышанма, һәр нимәне ҡағыҙғ а билдәләп бар. Шуға күрә һәр бер фотоның артында уның ҡайҙа , ҡасан төшөрөлөүе, кемде һүрәтләүе хаҡында мәғлүмәт табырға
       була. Виноградовтың фотоларында республика һәм уның башҡала һы тормошонан йөҙләгән ваҡиғалар сағылыш таба. Өфөнөң нисек төҙөлөүө, уның завод һәм фабрикалары ҡеүәтләнеүе, урам һәм п арктарҙың үҙгәреүе күренә уларҙа.
       Анатолий Михайлович фотографиялар яһауҙан тыш, уларға ли рик өҫтәмәләр биреүгә лә оҫта. Ғөмүмән, Виноградовты белеүсе ләр өсөн ул - тәртиплелек һәм ышаныс эталоны булып тора. Ул - республика һәм Халыҡ - ара күргәҙмәләр лауреаты, БАССР һәм
       РСФСР - ҙың атҡаанған мәҙәниәт эшмәкәре.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал