6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

"Нурлы" "Алтын Америка"ға лайыҡ булды
31.07.03


       Быйылғы йылдың июль айында Өфөнөң "Нурлы" минераль һыу сығ арыусы заводы "Алтын Америка"тип аталған Халыҡ - ара сифат п ремияһына лайыҡ булды. Етештереүсе өсөн был көтөлмәгән хәл.
       Баҡһаң, ундай премия юғары сифат менән айырылып торған, ха лыҡ - ара танылыу тапҡан тауар һәм хеҙмәт өсөн тапшырыла икә н. Еңеүселәрҙе Америка менеджмент Ассоциацияһы ағзаһы, "othe r ways" халыҡ - ара ойошмаһы билдәләй.
       Завод өсөн был тәүге награда түгел, уның продукцияһын күп тапҡыр төрлө күргәҙмәләрҙә, йәрминкәләрҙә, фестивалдәрҙә бил дәләгәндәре бар. Әммә бындай юғары кимәлдәге премия тәүгеһе,
       -- тип таный директор Илдар Мөхәмәтйәнов.
       "Нимәһе менән данлы һуң "Нурлы" Әлбиттә, иң тәүҙә үҙенең
       "Юматовский" һәм "Нурлы" минераль һыуҙары менән. Минералка ларҙың ике төрө лә шифалы ( ашҡаҙан һәм эсәктәрҙең эшен яҡшы рта,бауыр - бөйөр ауырыуҙарынан файҙалы), минералләштереү, й әғни, кальций, магний, натрий, калий, тоҙҙар кеүек файҙалы минерал матдәләр күләме менән генә айырыла. Һыу үҙебеҙҙә, "Й оматау" һәм "Зеленая роща" шифаханаларында табыла. Әйткәндәй , урындағы һыуҙы ҡулланыу бик мөһим икән, сөнки кеше организ мы быуындан быуынға "тыуған"һыуға, ундағы микроэлементтар со ставына яраҡлаша.
       Минераль һыуҙан тыш, завод балалар яратып эскән "Байкал",
       "Тархун", " Лимонад", "Тоник" тәмле һыуҙарын да сығара. Ди ректор Илдар Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, был продукттарҙы әҙерлә гәндә бары тик натураль сеймал ғына ҡулланыла. Ҡайһы бер ете штереүселәр, билдәле булыуынса, шәкәр урынына төрлө тәмләтке стәр ҙә ҡуллана. Ул ваҡытта инде эсемлектең тәме бөтөнләй ик енсе төрлө була. Бынан тыш балалар өсөн әҙерләгәндә шәкәрҙе алмаштырыусылар ҡулланыу бөтөнләй ярамаған эш.
       "Нурлы" етештергән квас та дан тота. Завод был йүнәлештә а ртабан әүҙемерәк эшләргә планлаштыра. "Нурлы" квасын халыҡ я ратып эсә, шуға күрә предприятиеның бурысы - был эсемлеккә х аҡты түбәнәйтеү.
       Заводтың ҡеүәте бик үк ҙур түгел. Шуға күрә предприятиеның
       подукция баҙарын киңәйтеү, республиканан ситкә сығарып һат ыу мөмкинлеге юҡ. Әммә етәкселектең планында етештереү ҡорам алдарын модернизациялау, яңыларын арттырыу тора. Бизнес - п лан төҙөлгән дә инде, хәҙер инвесторҙар эҙләү ҡыҙыу бара. Ки леп сыҡһа алдағы йәй магазиндарҙа "Нурлы" етештергән һыраның
       яңы төрө лә барлыҡҡа килер тип ышанғы килә. Өҫтәп әйтәйек һыра"тере "буласаҡ, сөнки уны пастеризация үткәрмәйенә тулты расаҡтар. Баҡһаң, йылытҡан ваҡытта һыра ҡайһы бер файҙалы ми нерал һәм витаминдарын юғалта икән. Әйткәндәй, завод өсөн һы ра етештереү бик үк яңы йүнәлеш түгел. Үҙгәртеп ҡороуға тикл ем предприятие һыра заводы статусында ине. Әммә 1985 йылғы " ҡоро" закон ваҡытында завод ҡорамалдары тулыһынса юҡҡа сығар ылып металлоломға ебәрелде...
       Ит етештереү проекты буйынса ла эш алып барыла. Директор И лдар Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, маркетингтар тикшереүе был прод уктҡа һорау барлығын күрһәтте. Ит продукцияһы заводҡа сезон араһында һыуға булған һорау ҡырҡа түбәнәйгән ваҡытта ла ҡеүә тен юғалтмай эшләргә ярҙам итәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал