6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Энергетика

"Башкирэнерго" йылытасаҡ һәм яҡтынан да өҙмәйәсәк
26.04.04


       Башҡорт энергетиктары көҙгө - ҡышҡы көсөргәнешле арауыҡты
       лайыҡлы үткәреп ебәрә алды. "Барлыҡ ҡулланыусылар ҙа йылылы ҡ һәм яҡтылыҡ менән тулы күләмдә тәьмин ителде", - тип белде рҙе журналистарға "Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәтене ң генераль директоры Николай Курапов.
       Ә ҡыйынлыҡтар етерлек булды: иң һыуыҡ ваҡыттарҙа газ һәм мазутҡа , тимер юлға хаҡ артты. Һәм һөҙөмтә булараҡ яҡтылыҡ һәм йылытыуға ла тариф күтәрелде. Бында асыҡлыҡ индереп кит ергә кәрәк: "Башкирэнерго" тарифты күтәрмәй, уның бындай хоҡ уғы юҡ. Тариф кимәлен федераль энергетика комиссияһы билдәл әй, төбәк энергетика комиссияһы урындағы шарттарға ярашлы рә үештә иҫәпләй, хөкүмәт раҫлай. Әйткәндәй, республикала йылыл ыҡ һәм яҡтылыҡҡа хаҡтар Рәсәй буйынса иң түбәндәрҙән һанала.
       80 энергосистема араһында "Башкирэнерго" электр энергияһы т арифы буйынса 71 - се, яҡтылыҡ буйынса 69 - сы урында тора.
       2003 йылда предприятиеның килеме 402 миллион һум тәшкил и ткән. Халыҡтың йылылыҡ һәм яҡтылыҡ өсөн ваҡытында түләргә ты рышыуҙары ҡыуандыра: ағымдағы йылдың беренсе кварталында ҡул ланылған энергияның 94,5 проценты өсөн түләнгән. Ә былтыр, ә йтәйек, был һан 86,5 процент тәшкил иткәйне. Был йүнәлештә п роблемалар 1996 - 99 йылдарҙа һиҙелерлек булғайны.
       "Башкирэнерго" акциялары Рәсәйҙә бындай предприятелар ара һында иң яҡшы өсәү иҫәбендә икәнлеген әйтеп үтергә кәрәктер.
       Тиҙҙән дивидендтар артырға тейеш - был турала акционерҙарға
       25 майҙа үтәсәк йыйылышта хәбәр ителәсәк.
       Шулай итеп, башҡорт энергетиктары уларға күрһәтелгән ышан ысты тулыһынса аҡланы тип әйтергә була: үткән йыл Урал берлә штерелгән диспетчер идаралығы белгестәре энергия объекттарын
       ентекле тикшергәндән һуң барлыҡ башҡорт энергосистемаһына ҡ ышҡа әҙерлек паспорты бирергә бер тауыштан риза булды. Һәм, әйтергә кәрәк, яңылышманы. Ә энергетиктар ул арала киләһе ҡы шҡа әҙерлек эштәрен башланы...

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал