6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Әхлаҡ

Аҙаҡҡы диагноз
26.04.04


       Улырҙың ғаилә тормошон бер туҡтауһыҙ арҡан тартышыу менә н сағыштырырға булыр ине. Әммә бер ваҡыт был тартышҡа тағы н имәлер килеп ҡушылды һәм ҡапыл һалҡын һәм үтә тыныс булып ки тте...
       Олег ишекте үҙенең асҡысы менән асып инде һәм ҡолаҡ һалды : тынлыҡ. Хәйер төндә шулай булырға тейеш тә инде. Улына ирт ә менән мәктәпкә, ә Эваның йөҙөндә һуңғы ваҡытта битарафлыҡ маскаһы, йәнәһе, нимә теләйһең, шуны эшлә. Өйрәнелгән хәрәкә т менән, ҡарамайынса Олег курткаһын элгескә ырғытты, аяғынан
       ботинкаларын һелкеп төшөрҙө һәм аш бүлмәһенә йүнәлде. Һыуыт ҡыстан һут алды һәм, ишеген япмайынса, эсергә тотондо. Күҙен ә иҙәндә ятҡан ҡағыҙ киҫәге салынды. Олег уны алды һәм ҡарар ға тотондо. "Атайым, әсәйем, мин һәм көсөк" тип яҙылған ине улының ҡулдары менән. Сашаның үтенесле күҙҙәре иҫенә төштө. "Көсөк... Бында этһеҙ ҙә баш әйләнә". Һәм автоматик рәүештә ҡағыҙҙы кеҫәһенә тыҡты һәм йылмайып ҡуйҙы. Хәҙер тиҙ генә ға илә "фронтын" йомшартырлыҡ сәбәп табыр кәрәк. Ваҡыт бик аҙ ҡ алған - бер биш - алты сәғәттән һуң Олег поезда китеп барыр ға тейеш. Оҙайлы, ун көнгә һуҙылырға тейеш командировка. Ыңғ айында кейемен сисә- сисә ул йоҡо бүлмәһенә йүнәлде. Олег О строгов - тәфтишсе. Нисек итеп "органдарға" барып эләгеүен у л үҙе лә әйтә алмаҫ ине, моғайын, сөнки уның ата - әсәһе - я бай эшселәр. Ә инде һорауҙарға ул "фамилия ҡушыуы буйынса" т ип яуапларға ғәҙәтләнгән. Олег ябай тәфтишсе генә лә түгел, "важняк". Һуңғы йыл эсендә Остроговтың карьераһы алға китте.
       Әммә барыһы өсөн дә түләр кәрәк. Эш графигы арҡаһында ҡатын ы менән һәр ваҡыт һүҙгә килешкән Олег хәҙер килеп өйөнә тағы
       ла һирәгерәк ҡайта башланы. Дөрөҫ, уның юғалыуҙарын һәр ваҡ ыт эш менән генә аңлатып булмай. Туйҙан һуң бер нисә көн эсе ндә Олегтың ҡатын - ҡыҙҙарға ҡарашы үҙгәрмәҫен һиҙгән Эва ай ырылышырға ғариза бирҙе. Әсәһе уның был уйын кире ҡаға. "Ша шыр, шашыр ҙа бөтөр".- тине ул. Ә ул туҡтау түгел, элеккенән
       дә артырып уҡ ебәрә башланы. Эва, ғаиләнне тарҡатмаҫ өсөн, сит ҡатындың хушбуй еҫтәрен, Олегтың күлдәгендә ҡалған ирен
       буяғыстарҙың да эҙен күрмәҫ булды. Төндәрен уның эргәһендә йоҡлай алмай этләнгән Эва иренең башҡа ҡатындарҙың исемдә рен әйткән саҡтарҙа, бер нимә лә ишетмәгән кеше булды. Ҡыйы н, түҙерлек әмәл ҡалмаған саҡтарында ул иренең кеҫә телефоны н тикшерә ине. Әлбиттә, улар араһында тик бер генә номер унд а ҡыҙыҡһындыра ине. Ул да булһа ҡасандыр ире менән мөхәббәт утын тоҡандырған Юля.
       Эва уның хаҡында теләр -теләмәҫ генә иҫкә ала. Улдары С ашаға ике йәш тулды тигәндә, Олег шым һәм тыныс кешегә әйлән де лә ҡуйҙы. Уның бер ҡасанда үҙ-үҙенә йомолғанын күреп өйрә нмәгән Эваны бер генә һорау борсой ине - кем икән ул
       Эва иренең бөгөн дә бер тапҡыр ҙа шылтыратмауын иҫкә төшө рҙө. Ә бит Сашаның иртән үк температураһы күтәрелгәйне. Бары Ъы ла көтөлмәгәнсә тиҙ асылды ла ҡуйҙы. Ниндәйҙер мәлдә Эва үҙенең өҫтөнән кеше алдында күлдәген тартып төшөргәндәй итеп
       тойҙо.
       Ял көндәренең береһендә Олег, тауышын ғәҙәттәгесә тигеҙ һә м тыныс ҡына итеп, былай тип ташланы: - Мин һиңә күптән әйтергә йөрөй инем. Тик бына Сашаның ғына шәбәйеүен көттөм. Мин икенсе бер ҡыҙға ғашиҡ булдым.
       Әммә Олегтан ун йәшкә кесерәк Юля үҙен бөтөнләй икенсе тө рлө тотто. "Ҡатынымдан киттем, әйҙә өйләнешәйек" тип килгән Олгеты ул үҙенең тимер шикелле тауышы менән аптыратты:
       - Һин мине дөрөҫ аңламаның... Минең кейәүгә сығырға уйымда
       юҡ ине. Атай - әсәйемдә ҡаршы буласаҡ.
       Боҙ кеүек һалҡын ҡарашын ул Олегҡа төбәне "йә, нимә әйтерһе ң". Бер йыл Олег үҙенең ата-әсәһендә йәшәне. Юля менән бәйлә неш яйлап бөтөнләй өҙөлдө. айырылышыуҙы рәсми рәүештә эшләм әгән Эва менән Олегты ике яҡ та тырыша торғас, бергә йәшәрг ә күндерҙеләр.
       Бер заман, сираттағы командировканан ҡайтҡас, Олег дауа ханаға эләкте. Шаян холоҡло ир быға аптырманы: шаярҙы , көл дө, насар нәмәләр тураһында уйламаны ла хатта. Үпкә шешеүе б өгөн ҡурҡыныс ауырыу түгел шул. Әммә бәлә көтмәгән урындан килә бит. Көндәрҙең береһендә сас сәсле табиб Олгеты үҙенең
       кабинетына саҡырып килтерҙе. "Ултыр,-тине ул,- һөйләшеү етд и буласаҡ".
       Рак диагнозын Олег ышанмайыраҡ ҡабул итте. Һуңынан бөтөн өләй өндәшмәҫлек булды. Төнө буйы табибтарҙың ҡәтғи тыйыуына
       ҡарамаҫтан, ул тәмәке төтәтте. Бер төндә ул утты ла яндырма й, сигарет артынан сигарет һуҙҙы. Ҡулында күптән түгел генә Эва бүләк иткән зажигалка ялтырай ине. Уны ҡапыл ток һуҡҡанд ай булды "Уға был турала нисек әйтермен һуң". Был юлы инде Э ва айырылышырға ҡаршы булмаясаҡ.
       Ә Эва был ваҡытта, иренең күлдәген илаған битенә терәп, бе р генә һорауға яуап эҙләп йонсой ине -Ниңә шылтыратмайһың миңә"

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал