6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Граждандар йәмғиәте

Паблик рилейшнз: уңыштар һәм хаталар өҫтөндә эш
23.04.04


       "ПР" аббревиатураһы ҡайһы бер өфөлөләр өсөн буш өн генә булыуҙан туҡтаны. Улар һуңғы бер нисә йыл эсендә аҡрынлап йә мәғәтселек менән бәйләнеш фәндәрен өйрәнде, хәҙер килеп уны ң нескәлектәренә үтеп инәләр. Һәм уңышһыҙ түгел. Йәш Өфө пиа рсылары хәҙер инде пиар баш ҡалаларында ла танылыу таба. Өфө
       дәүләт нефть техник университеты студенткаһы Анастасия Мирс анованың Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй йәмәғтселек менән бәйләне ш буйынса студент эштәре конкурсында еңеүе беҙҙә был фәндең үҫешендә яңы осор башланды тип белдерергә мөмкинселек бирә. Хәҙер инде теоретик белемде арттырырға, башҡаларҙың тәжрибәһ ен өйрәнергә ҡала. Әйткәндәй, "Гәлсәр әфлисун" дың Эксперт комиссияһы ағзалары унда ҡатнашыусыларҙы наградлау тантанаһы нда ошондай мәмкинселек бирҙе. Студент эштәренең етешһеҙлект әре нимәлә һуң Биш минуттан белгес булырға тороусылар ҡайһы
       бер ваҡыт үҙҙәре өсөн ПР маҡсаттары һәм алымдарын билдәләй алмайҙар.
       Хәйер, хаталар өҫтөндә эште студенттар һәм уҡытыусыларға ғына түгел ойошма етәкселәренә лә башҡарырға тура килер, моғ айын. Ә киләһе "Гәлсәр әфлисун" уның ни тиклем эффектлы булы уын күрһәтәсәк, сөнки конкурс, уны ойоштороусылар фекеренсә,
       йәммәғәтселектең төрлө өлкәһендә, шул иҫәптән пиар өлкәһенд ә лә үткән процестар барометры функцияһын үтәй.
       Конкурсты икенсе төрлө "хеҙмәт баҙары" һәм " йәш кадрҙар мәктәбе" тип тә әйтәләр. Бөгөн буласаҡ пиарсыларға ла, шулай
       уҡ эш менән тәьмин итеүселәргә лә эш урындары кәрәк, ғөмүм ән, был өлкәлә белгестәр талап ителәсәк. Конкурс ойошма етәк селәренең ҡыҙыҡһыныуын тыуҙыра, әлбиттә, һәм был эштең урыны нан ҡуҙғалыуын раҫлай. Әммә ҡайһы бер саҡта уны тиҙләтеү ҙә талап ителә.
       Башҡортостандағы конкурстың төбәк этабын ойоштороуслыр, и мидж консультант консалтинг хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, ниһәйәт
       Рәсәй йәмғиәте тауар хеҙмәтләндереү һәм идеяларҙы дөрөҫ тор мошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһына башланы. Йәмғиәт менән бәйләнеш
       буйынса белгестәрҙең хеҙмәтләндереүе менән ҡулланыусыларға талантлы һәм юғары кимәлдә әҙерләнгән пиарсыларҙың булыуы ни
       тиклем мөһим икәнлеген аңлатыу кәрәкмәй. Һәм бындай ҡыҙыҡһы ныу беренсе сиратта "Гәлсәр әфлисун" менән бәйле. Ә бына еңе үселәрҙе бүләкләү тантанаһы тураында һөйләгәндә шуға иғтибар
       итергә кәрәк - быйыл беҙҙең делегация Мәскәүгә яңы ағза сиф атында түгел, ә уңышлы уңышлы сығыш яһаған пиарсылар иҫәбенә
       инде. Юғарыла әйткәнсә, ниминацияларҙың береһендә төп призд ы Өфө нефть университеты студенты Анастасия Мирсанова алды. Тап ул махсус инструменттар ярҙамында йәш шағирҙың исеме мен ән таныштыра алды. Өфө дәүләт сервис институтының биш студен тынан торған коллектив "Стар Травел" компанияһына арналған " Лето по - американски" эшен күрһәтеп конкурстың дипломанты б улды.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал