6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Концерттар

Джаз яратыусылар өсөн...
23.04.04


       Бөгөн Өфөлә йәшәүсе джаз яратыусылар өсөн һөйләшергә тема
       бар. Әлеге ваҡытта уларҙың ошо көндәрҙә "Юбилейный" Мәҙәниә т һарайында Игорь Бутман һәм Кеви Махогани биргән концерттар
       тураһында һүҙ алып барыуҙарына иманым камил. Игорь Бутман биг - бэнды ( Игорь Бутман - саксофон, Антон Баронин - рояль , Виталий Соломонов - контрабас, Эдуард Зизак - барабандар) Өфөлә беренсе тапҡыр ғына түгел, һәм һәр ваҡыт яңы вокалист алып килеп ҡыуандыра улар.
       Кевин Махогани бөгөнгө көндә иң абруйлы джаз башҡарыусыла рҙың береһе. Һуңғы дүрт йыл эсендә джаз изданиелары билдәлә үенсә, ул беренсе һанлы вокалист булып тора.
       Тамашасылар өсөн ғәҙәти булмаған күренеш тип музыканттарҙ ың сәхнәлә үҙҙәрен ябай тотоуын әйтергә булыр ине. Тамаша ба рышында улар бер - береһе менән һөйләшә, көлөшә, шаярыша, һө ҙөмтәлә "бар кешеләр ҙә бер - береһенә туған" атмосфераһы ба рлыҡҡа килә.
       Музыканттар әйтеүенсә, улар ниндәйҙер айырым бер нимә уйн амай. Бер концерт та импровизацияһыҙ үтмәй. Хәйер бынан тыш та тамашасы Бутман квартеты башҡарыуында ике концерттың бер
       төрлө яңғырамауын аңлай. Джаз - ул йөрәктең ирекле хәрәкәте , һүҙ менән генә аңлатып булмай торған ижади акт.
       "Джаз журналистары" фекеренсә, Игорь Бутмандың фонтандай урғылған энергетикаһы башҡа музыканттарға ла күсә. "Шуға күр ә биг - бэнд уның менән бергә сығыш яһаған Уинтон Марсалис, Джордж Бенсон һәм башҡаларҙы һоҡландырҙы ла инде. 2002 йылды ң февраль айында "Россия" кинозалында биг - бэнд донъя джазы
       йондоҙҙары Джо Ловано, Рэнди Брекер, Билли Кобэм, Ди Ди Бри джуотер, Кевин Махогани, Тутс Тилеманс менән бергә сығыш яһа ны.
       "The New York Times" Бутманды Уинтон Марсалистың русса са ғылышы тип атаны.
       Саксофонды кеше тойғоларын тулыһынса бирә алыусы инструме нт тип әйтергә кәрәк. Әйтергә кәрәк, саксофон һәм Бутман бер
       - береһен ярты һүҙҙән аңлай: шатлыҡ, фантазия, башҡарыу оҫт алығы - джаздың барлыҡ сифаттары Бутманға күсте йәки киреһен сә Бутмандан джазға күскән.
       Канзас - Ситиҙа тыуып үҫкән Кевин Махогани әлеге ваҡытта майамиҙа йәшәй."Джаз триумфынан" һуң, ҡыуанысҡа ҡаршы, уның Бутман менән хеҙмәттәшлеге туҡталманы, киреһенсә, һөҙөмтәлер әк кенә була башланы.
       Һәр йәкшәмбе Игорь Бутман биг - бэнды Мәскәүҙең иң яҡшы д жаз клубында сығыш яһай. Тимәк, турне тамамланғас, 28 апрелд ән музыканттар мотлаҡ унда ҡайтасаҡ. Әлегә гастролдәр дауам итә - бөгөн улар Силәбелә, иртәгә - Екатеринбургта, артабан - Пермь, Ижевск, Ҡазан, Яр Саллыһында буласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал