6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Иҫтәлекле даталар

Салауат Юлаевтың бөйөклөгө быуаттар үткән һайын нығына
22.04.04


       Башҡорт халҡының тарихында Салауат Юлаев етәкселегендә
       баш күтәреү иң сағыу биттәренең береһе.
       Емельян Пугачевтың көрәштәше, шағир - импровизатор, заманд аштарының раҫлауынса, ул урыҫ телен ,төркиҙе белгән. 1771 - 72 йылдарҙа Шайтан - Көҙөй старшинаһы вазифаһын башҡара. 177 3 йылдың ноябрендә ихтилалға ҡушыла, Пугачев уны ихтилалсыл арҙың отрядын ойоштороу өсөн Төньяҡ -Көнсығышҡа ебәрә.
       Салауат Юлаев ихтилалсылар көрәшенең иң мөһим алыштарына
       етәкселек итә. Өфө һәм Көңгөр өйәҙе халҡы араһында Пугачев
       саҡырыуҙарын тарата, ихтилалсыларҙың Баш ғәсҡәрҙәрен аҡса,
       аҙыҡ -түлек, ҡорал менән тәьмин итә, яугирҙәр туплау менән
       шөғөлләнә.
       Уның төп маҡсаты башҡорттарға үҙаллылыҡ яулап алыу, башҡ орт ерҙәрен талап алыуҙы туҡтатыу, халыҡты феодаль иҙеүҙән а зат итеү булған. Үҙен ул һәдләтле хәрби начальник итеп таны та. Әлбиттә, Рәсәйҙә Екатерина икенсе тырышлығы менән, был һуғыш
       тураһында мәғлүмәттәр әҙ булһа ла, Европа баҫмалары Пугачев тың бөтә уңыштарын һәм уңышһыҙлыҡтарын ентекле һәм даими яҙы п бара. Бынан тыш Рәсәй ғалимдары үткән Крәҫтиәндәр һуғышы т ураһында мәғлүмәттәрҙе аҫтырыу мөмкинселеген табалар.
       Салауат Юлаев тере сағында, Уның Рогервик ҡәлғәһендә этл әнеп ятҡан сағында ла, европа уҡыусыһы башҡорт батырының ҡа һарманлығы тураһында уҡып белеп торған.
       Тикшеренеүселәр Салауат Юлаев тураһында сыҡҡан тәүге мә ғлүмәттәрҙе Александр Сергеевич Пушкиндың "Пугачев тарихы" китабы менән бәйләй. Салауат тураһында Пушкин китаптың алты нсы главаһында, баш күтәреүҙең икенсе этабын һүрәтләгән саҡт а, иҫкә алып үтә.
       Шағир һәм полководецтың тормошон, уның батырлыҡтарын т улы өйрәнеү, танышыу өсөн 250 йыллығына донья күрәсәк энцикл опедия үтә файҙалы. Китаптың өстән бер өлөшөн Салауат Юлаев
       тураһында мәғлүмәттәр биләй. Хәйер, бирелгән мәғлүмәттәр ун ың тураһында ғына түгел. Энциклопедияны төҙөүселәр милли гер ойҙы уратып алған кешеләр, хатта уның ҡан дошмандары тураһы нда ла һөйләүҙе урынлы тип тапҡан. Сөнки уларҙың барыһы ла Салауат Юлаевтың ғорур, батыр, оҫта яугир, шул уҡ ваҡытта, н ескә күңелле, халҡын бирелеп яратҡан шағир икәнлеген йәшерм әй.

Надежда Фартыгина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал