6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Реформалар

Рәсәйҙә пенсия рефораһы тураһында бәхәстәр дауам итә
22.04.04


       Касьянов Хөкүмәте үлтереп маҡтаған пенсия реформаһы ул ти клем үк яҡшы булмай сыҡты, күрәһең. Һәр хәлдә тупланған һәм дәүләт бүлгән аҡсаға ҡалған көндә нисек йәшәргә тип баш ватҡ андар өсөн. Хәйер, киләсәк тураһында уйларға иртәрәктер әле,
       сөнки бөгөнгө көндөң хәйерле булыуы - булмауы билдәле түгел
       бит әле.
       Белгестәр фекеренсә, пенсияға тупланыу элементын индереү п енсия күләмен ҡыҫҡартыуға килтерҙе. Бөгөн пенсия реформаһы ә леге пенсионерҙар иҫәбенә алып барыла тиергә лә була. Улар и ҫәбенә буласаҡ пенсионерҙарҙың тупланған өлөшөнә 160 миллиа рд һум аҡса йыйылған да инде. Бынан тыш яңы пенсия системаһы на булған ышаныс Хөкүмәттең тырышлығы менән кәмей төштө. Биг ерәк тә уның туплау системаһынан урта йәштәге граждандарҙы -
       1966 йылғыларҙы - сығарып, Рәсәй Пенсия фондына ирекле рәүе штә эш хаҡының 4 процентын күсерергә тәҡдим яһағандан һуңы шаныс тигән нимә ҡырҡа кәмене. Йәмәғәтселек, әлбиттә, бындай
       тәҡдимгә ғаризалар һәм баш тартыу ялыуҙары менән яуап бирҙе
       лә инде. Мәҫәлән, Ҡулланыусылар йәмғиәттәренең халыҡ -ара к онфедерацияһы урта йәштәге граждандарҙың туплау системаһынан
       сығарылыуын ҡабул итерлек түгел тип иҫәпләй. Конфедерация и ҫәпләүенсә, һуңғы ваҡытта һалым закондарын үҙгәртеү сәбәпле
       ( күҙ уңында берҙәм социаль һалымды кәметеү тотола) пенсия реформаһы конструкцияларын етди тикшереү үткәреү ҡаралған. К онфедерация фекеренсә, был аҙым хөкүмәттең дөйөм социаль с әйәсәтенә ышанмаусанлыҡ тыуҙыра. Бынан тыш граждандарҙың хоҡ уҡтары боҙола, сөнки 2002 - 2004 йылдарҙа формалашҡан 195 3 - 1966 йылғы граждандарҙың тупланған пенсиялары менән нисе к хәл ителере асыҡ түгел.
       Бынан тыш тәҡдим ителгән тәҡдим социаль - иҡтисади сәйәсәт тең мөһим йүнәлештәренең береһенә - хәйерселек менән көрәшеү гә ҡаршы килә. Ысынлап та, былай ҙа түбән эш хаҡына эшләгәнә дәр киләсәктә әллә була, әллә юҡ пенсияға өмөт итеп, үҙ ирк е менән 4 процентын алып барып йөрөмәҫ. Ә инде сит ил машина ларында ғына йөрөгән, банк ойошмаларында байтаҡ аҡса тотҡанд ар үҙҙәренең киләсәктә ниндәй пенсияға йәшәрен хөкүмәттең яр ҙамынан тыш та хәл итә аласаҡ.
       Бер яҡтан пенсия реформаһы тупикта кеүек: йәшәтәргә киләсәк тәге пенсияларын булдырыр өсөн урта йәштәгеләрҙе пенсия сист емаһынан сығарып, уларға 4 процентты үҙҙәренә түләүҙе тәҡдим
       итеп, әлеге пенсионерҙарҙы ҡарарға ҡушыла бит. Әммә Рәсәйҙе ң финанстар министры Алексей Кудрин килеп тыуған сетерекле хәлде ҡәнәғәтһеҙлек йәки социаль шартлау тыуҙырыр тип иҫәплә мәй. Улай ғына ла түгел, ул әлеге яңылыҡтар пенсионерҙарҙың хәлен ҡырҡа яҡшыртасаҡ тип иҫәпләй.
       Кудриндың әйтеүенсә, пенсия реформаһы буйынса закон проектт арының күпселеге 22 апрель көнө ҡараласаҡ, ә 29 апрель көнө уларҙы минситрҙар кабинеты тикшерәсәк. Яңы Хөкүмәткә ышанырғ  яраймы юҡмы икәнлеген тиҙҙән күрәсәкбеҙ.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал