6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Башҡортостан яҙыусыһы ике йылды янартауҙарҙа үткәрәсәк
09.02.11


       Башҡорт яҙыусыһы һәм ярайһы билдәле сәйәхәтсе Камил Йыһаншин донъя буйлап сәйәхәт итеүгә ике йыл ярым самаһы, аныҡлап әйткәндә, 900 көн ваҡытын сарыф итергә ниәтләй. Ул алты кешенән торған төркөм составында үҙенсәлекле "Ерҙең утлы ҡулсаһы" Рәсәй ғилми-спорт экспедицияһында - Ер шарының Тымыҡ океандағы янартауҙар ҡулсаһы буйлап сәйәхәттә ҡатнашасаҡ. Экспедиция Аляскалағы Уэльс принцы морононан Көньяҡ ҡотопҡа һәм икенсе ярымшар буйлап йәнә төньяҡҡа юлланасаҡ. Сәфәр дауамында сәйәхәтселәр Ерҙең Утлы ҡулсаһына ингән бөтә континенттар, материк һәм утрауҙарҙағы иң бейек янартауҙар һәм һүнгән вулкандарға күтәреләсәк. Улар йәмғеһе 70 вулканға менергә иҫәп тота. Рәсәй тикшеренеүселәренең юлында боронғо цивилизациялар төйәктәре, сүллектәр, боҙлоҡтар, каньондар, Ер шарының иң оҙон тауҙар теҙмәһе, кеше ашаусылар йәшәгән утрауҙар һәм юғары цивилизациялы дәүләттәр ята.
       Төркөм етәксеһе - тәжрибәле сәйәхәтсе, вулканолог, Рәсәйҙең спорт туризмы буйынса спорт мастеры Краснодарҙан 44 йәшлек Константин Мержоев. Командаһына ул яҡташтарын, дүрт йәш егетте һайлап алған. Уларҙың барыһына ла 25-26-шар йәш. Үҙенең 60 йәшен билдәләгән Камил Йыһаншин йәше буйынса экспедициялағыларҙан айырыла, әлбиттә. Ләкин уның үҙ юбилейын сәйәхәттә - Перула, Титикака күлендә билдәләүен иҫәпкә алһаҡ, Камил Фәрухша улының тәжрибәле булыуы аңлашыла. Әгәр йәшерәк ваҡытында геология партияларында хеҙмәт итеүен, кит аулаусылар судноһында матрос булыуын, Сихотэ-Алинь армыттарында штаттағы һунарсы булып эшләүен, хәҙер Башҡортостандың Ҡырағай йәнлектәрҙе һаҡлау фондын ойоштороусы һәм уның президенты булыуын, бынан тыш, бик күп илдәр күреүен өҫтәһәк, был тәжрибә ярайһы бай, тигән һығымта яһарға мөмкин. Өҫтәүенә, Йыһаншиндың кандидатураһын Мержоевтың уҡытыусыһы, экспедицияның администраторы һәм координаторы - билдәле сәйәхәтсе, спорт туризмы буйынса Рәсәй һәм СССР-ҙың күп тапҡыр чемпионы Екатеринбургтан Николай Рундквист хуплаған.
       - Константин Мержоев менән тәүгә аралашҡас та, мин был идея менән яна башланым, - ти Камил Йыһаншин. - Бик ҙур һәм күләмле проект. 70 мең километр ара, 70 янартауға менергә! Экспедиция климат бүлкәттәре иҫәбе буйынса ла уникаль - был мәңгелек боҙлоҡтар ҙа, тропиктар ҙа, сүллектәр ҙә, ә оҙайлылығы буйынса - 900 көн самаһы. Экспедицияны Рус география йәмғиәте ойоштора һәм финанслай. 15 февралдә мин Мәскәүҙә булырға тейешмен, бөтөн төркөм шунда йыйыла. Экипировка алып, уны үлсәм буйынса таманлау кәрәк. Әлеге ваҡытта осош мәсьәләһе хәл ителә - Нью-Йорк аша йәки туранан-тура Төньяҡ Боҙло океан аша Алясканың иң ҙур ҡалаһы Анкориджға юлланасаҡбыҙ. 20 февралгә ике рейсҡа ла билеттарға бронь алынған.
       Маршрут үтә оҙон һәм ҡатмарлы булғанға күрә, ниндәйҙер участкаларҙы төшөрөп ҡалдырыу мөмкинлеге лә ҡарала. Мәҫәлән, Камил Йыһаншин былтыр һәм унан алдағы йылдарҙа Николай Рундквист менән Аргентинала, Перу, Боливия һәм Чилила булғас, уның был участканы яңынан үтмәүе лә ихтимал, шулай ҙа маршрутты тулыһынса үтеү теләге бар, ти ул.
       - Экспедиция Уэльс принцы морононан старт ала, - тип һөйләй Өфө сәйәхәтсеһе, - артабан Юкон йылғаһы буйлап Төньяҡ Американың иң бейек янартауы Мак-Кинлиға менәбеҙ. Унан һуң Кордильерҙар буйлап түбән төшәбеҙ, Колумбия яйлаһы, Колорадо яҫы таулығы аша үтәбеҙ. Был яҫы таулыҡтар оло, бейек вулкандар менән уратып алынған, ә соҡоро бер километр ҡалынлығындағы базальт менән ҡапланған. Миллионлаған йылдар эсендә һыу был базальтта йөҙәрләгән метр тәрәнлектәге каньондар яһаған. Колорадо йылғаһы бөтә донъяға билдәле 1800 метрлыҡ Оло каньонды хасил иткән. Артабан өс янартауға менеп, Мексиканы үтәбеҙ. Артынса - Гондурас, Коста-Рика, Никарагуа, Панама.
       Унан һуң Көньяҡ Америка. Колумбия - бик үк тыныс булмаған ил, урыны менән урындағы власть юҡ, шуға күрә унда вулкандарға барып тормаҫтар, моғайын. Ә бына Колумбиянан һуң бик ҡыҙыҡлы ил - Эквадор буласаҡ (испанса "экватор"). Янартауҙар иҫәбе буйынса уға еткән ил юҡ. Вулкан өҫтөнә вулкан, уларҙың араһындағы бөтөн ерҙе лава ҡаплаған. Унан һуң Перу - боронғо цивилизация - инкылар империяһы үҙәге. Унда ла бер нисә вулканға менеү, инкыларҙың боронғо баш ҡалаһы Кусконы ҡарау планлаштырыла. Артабан Чили, Утлы ер утрауы.
       Горн морононан Дрейк боғаҙы аша беҙ оҙон антарктик ярымутрауға эләгәбеҙ, - тип дауам итә Камил Йыһаншин. - Унда беҙҙе ҡатмарлы юл арауығы - 50 көн дауамында саңғыларҙа автономлы сәйәхәт көтә. Беҙ Беллинсгаузен менән Амундсен диңгеҙҙәре яры буйлап Росса боҙлоғона үтәбеҙ. Шулай уҡ Антарктиданың берҙән-бер янартауы - 3794 метрлыҡ Эребусҡа менеү планлаштырыла. Унан һуң Рәсәйҙең "Ленинградская" поляр станцияһына, артабан француздарҙың станцияһына барабыҙ. Бынан һуң катамаран тибындағы яхтаға тейәлергә тейешбеҙ, уны арендалауҙы Рәсәй география йәмғиәте үҙ өҫтөнә ала. Шул яҡтарҙа йөҙгән бихисап Рәсәй яхтсмендары бар. Шуларҙың береһе беҙҙе Папуа Яңы Гвинея утрауҙарына алып барасаҡ. Унда ла вулкандар күп, уларҙың күбеһе ХХ быуатта ла әүҙемлек күрһәткән. Артабан - Филиппиндар, унда йәмғеһе 29 вулкан иҫәпләнә, әммә беҙ бишәүһенә генә менергә йыйынабыҙ. Унан һуң велосипедтарҙа Японияны үтергә кәрәк.
       Ғөмүмән, сәйәхәт ваҡытында бер нисә төрҙәге юл йөрөү саралары файҙаланыласаҡ. Үрҙә телгә алынған саңғылар, яхта һәм велосипедтарҙан тыш, мотоциклдар, катерҙар һәм катамарандар ҡулланыу ҙа планлаштырыла. Юлдың ниндәйҙер өлөшөн сәйәхәтселәр йәйәү үтәсәк. Маршрутта урындағы вулканологтар менән осрашыуҙар ҙа планлаштырылған. Экспедицияның һуңғы этабы Сахалин, Курил утрауҙары аша үтәсәк һәм Петропавловск-Камчатскиҙа тамамланасаҡ. Һөҙөмтәлә сәйәхәтселәр биш континент аша үтәсәк.
       Любовь Колоколова һәм Камил Йыһаншин фотолары.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал