6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БЛОГPOST

БЛОГРОST: Рәсәй Президенты Башҡортостан блогерҙарын тыңланымы?
10.02.11


       Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев "ҡышҡы" һәм "йәйге" ваҡытҡа күсеүҙән баш тартырға ҡарар итте. Был хаҡта ул шишәмбе көндө Мәскәүҙә йәш ғалимдар, фән һәм инновациялар өлкәһендә 2010 йылғы Рәсәй Президенты премияһы лауреаттары менән осрашыуҙа белдерҙе.
       Дәүләт башлығы әйтеүенсә, ағымдағы йылдың 27 мартында рәсәйлеләр һуңғы тапҡыр сәғәт телдәрен бер сәғәт алға күсерәсәк. һәм ошоноң менән ваҡытты үҙгәртеү буйынса 30 йыл дауам иткән эксперимент тамамланасаҡ. Көҙгөһөн беҙ "ҡышҡы" ваҡытҡа күсмәйәсәкбеҙ.
       Президентыбыҙҙы бындай ҡарар ҡабул итеүгә кем этәрҙе һуң? Ысынбарлыҡта был мәсьәлә күптән өлгөрөп еткән. Электр энергияһын экономиялау һәм йәнә бер нисә иҡтисади факторҙарҙы иҫәпкә алып, 1981 йылда "ҡышҡы" һәм "йәйге" ваҡытҡа күсеү тураһында ҡарар ҡабул ителгәндән бирле был ҡарарҙың һөҙөмтәлелеге буйынса бәхәстәр туҡтамай. Һәм Дмитрий Медведев уға сик ҡуйҙы:
       - Беҙ бик оҙаҡ тикшеренеүҙәр алып барҙыҡ. Беҙ ысынлап та яҙлы-көҙлө сәғәт күсереүгә өйрәнеп бөттөк, шулай ҙа бөтәбеҙ ҙә ғәҙәт буйынса бәхәсләшеүҙән дә туҡтамайбыҙ, сөнки биоритм боҙола, һәм ошо барыһына ла насар йоғонто яһай. Бөтәһе лә йоҡлап ҡала, йәки иртә тора һәм артыҡ бер сәғәт дауамында үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Мин һауынсыларҙың икенсе ваҡытта килгәнен аңламаған бәхетһеҙ һыйырҙар хаҡында әйтеп тә тормайым. Дөйөм алғанда, яраҡлашыу кәрәклеге стресс менән дә, ауырыуҙар менән дә бәйлелер, тип иҫәпләйем. Бәлки сәғәтте үҙгәртеүҙән баш тартыу һәм бөтөн илдә "йәйге" ваҡытты ғына ҡалдырыу файҙалы булыр. Ошо фекерҙән сығып, мин ағымдағы йылдың көҙөнән алып "ҡышҡы" ваҡытҡа күсеүҙе бөтөрөргә ҡарар иттем. Һәм был хаҡта Хөкүмәткә тейешле күрһәтмә бирәм.
       Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Рәсәй Президенты миҙгел ваҡытына күсеүҙе бөтөрөү тураһында беренсе тапҡыр 2009 йыл аҙағында Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә әйтте. Ул ваҡытта Президент сәғәт күсереү практикаһы һөҙөмтәһен шикле тип билдәләне. Уҙған йылдың октябрендә был теманы ЛДПР депутаттары күтәрҙе. Ә ағымдағы йыл башында ошондай уҡ закон проектын Дәүләт Думаһына "Берҙәм Рәсәй" депутаттары индерергә йыйына ине.
       Шул уҡ мәлдә РФ Президенты ярҙамсыһы Аркадий Дворкович сәғәт күсереү арҡаһында электр энергияһы экономияланыуының буш һүҙ булыуы хаҡында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, "ҡышҡы" ваҡытҡа күсеүгә бәйле электр энергияһы экономияһы дөйөм ҡулланылыштың 0,1-0,2 процентын ғына тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта "ҡышҡы" ваҡыттан баш тартыу Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә көн яҡтылығының ете проценттан 17 процентҡа тиклем артыуына килтерәсәк.
       "Ҡышҡы" һәм "йәйге" ваҡытҡа күсеү мәсьәләһе Башҡортостанда ла күтәрелде. Атап әйткәндә, уҙған йылдың октябрендә, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Нәжиб Йәмилев Мәскәү ваҡытына күсергә тәҡдим иткәндән һуң.
       Был мәсьәләне "Рөстәм Хәмитов блогы" Йәнле журнал-коммьюнитиһының әүҙем ҡатнашыусылары ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Дмитрий Медведевтың сәғәт күсереүҙән баш тартыу тураһындағы сығышына тиклем Башҡортостан Президентының блогында был теманы malderscali никнеймы аҫтында теркәлгән блогер күтәрҙе. Әммә ул "ҡышҡы" ваҡытты ҡалдырыуҙарын һорағайны: "Минең бик ҙур үтенесем бар. Әгәр был һеҙҙән торһа, яҙғыһын сәғәтте "йәйге" ваҡытҡа күсермәй, "ҡышҡы" ваҡытты ҡалдырыуҙарына өлгәшегеҙ әле. Был Башҡортостан өсөн уңайлы. Юғиһә ваҡыт былай ҙа тиҙ үтә, бер нәмәгә лә өлгөрмәйбеҙ, ә улай бөтөнләй ашығыс ритмда тормош башланасаҡ. Балаларҙы йәйгеһен иртә йоҡлатып булмай, яҡты, ә иртән уятыуы ҡыйын, сөнки етелә түгел, алтыла торорға тура киләсәк. Әгәр был һеҙҙән тормаһа, әйтегеҙ әле, был үтенес менән тағы ла кемгә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Сөнки мин ҡағылған тема бик күптәрҙе борсой. Алдан уҡ рәхмәт".
       Уны "Рөстәм Хәмитов блогы" Йәнле журнал-коммьюнитиһының әүҙем ҡатнашыусыһы lina_seregina ла ҡеүәтләне: "Әгәр киләсәк, балалар хаҡында уйлаһаҡ, был "сәңгелдәк"те күптән бөтөрөргә кәрәк ине. Был темаға ата-әсәләр менән һөйләштем: сәғәт үҙгәреүе арҡаһында балаларҙың ике аҙна дауамында башы ауырта, йоҡоһо ҡаса. Иртәнге, төшкө, киске аш ваҡыты күскәнгә күрә, аппетит юғала. Бер сәғәт алдан ашарға теләмәйҙәр, бала мәктәпкә ас китә, асығыуы арҡаһында унан башы ауырып ҡайта. Күптәр Рәсәй кимәлендә был проблеманы күтәреп ҡараны, әммә әлегә бер нәмә лә килеп сыҡмай. Әгәр бына халҡы сәләмәтлеге хаҡына Башҡортостан был мәсьәләне күтәрһә, был эш ил буйынса ла етеҙерәк китер ине. Был тәҡдимде ике ҡуллап ҡеүәтләйем!"
       Блогер daut55_kor ҙа үҙ фекерен белдерҙе: "Рәсәй Думаһы ҡояш менән идара итеү уйынынан баш тартырға итә, шикелле. Һүҙендә торор, тип ышанам. Мин, был тәжрибәләр зыянлы һәм уларҙы бер ниндәй экономиялар менән дә аҡлап булмайҙыр, тип уйлайым".
       "Рөстәм Хәмитов блогы" ЙЖ-коммьюнитиһының әүҙем ҡатнашыусылары был тәҡдимдәрен ағымдағы йылдың 3 февралендә индергәйне. Биш көндән һуң Рәсәй Президенты "ҡышҡы" ваҡытҡа күсеүҙән баш тартыу хаҡында хәбәр итте. Шулай булғас, блогерҙар, Дмитрий Медведевтың һеҙҙең фекерегеҙгә ҡолаҡ һалыуы менән ғорурлана алаһығыҙ.
       Фото faqs.org сайтынан.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал