6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БЛОГPOST

БЛОГРОST: Башҡортостан үҙ халҡын ауыр хәлдә ташламай
07.02.11


       "Рөстәм Хәмитов блогы" Йәнле-журнал-коммьюнитиһы ҡатнашыусылары был арала ғәҙәттән тыш берҙәмлек күрһәтә. Башҡортостан блогерҙарының берләшеүенә студенттарыбыҙҙың сыуалыштар башланған Ҡаһирәнән ҡайтарылыуы сәбәпсе булды. "Йәнле журнал" ҡатнашыусылары йөҙөндә йәмәғәтселек республика етәкселегенең тәүәккәл аҙымын юғары баһаланы. Шулай булмай ни, ошо арҡала Башҡортостан студенттары ғына түгел, илебеҙҙең башҡа төбәк вәкилдәре лә Мысырҙан ҡайта алды бит.
       Блогерҙар хис-тойғоларын йәшермәй: "Шәп яңылыҡ! Афарин! Иң мөһиме, республика яҡташтарыбыҙға ғына түгел, Рәсәйгә осорға теләгәндәрҙең барыһына ла ярҙам итте! Бик етеҙ эшләнеләр!", - тип яҙа tinesik никнеймы аҫтында теркәлгән блогер.
       "Афарин егеттәр! Афарин беҙҙең Президент! Яҡындарыңа ярҙам - кешелек йәшәйешенең нигеҙе. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ", - тип алдағы блогер менән бер тауыштан үҙ фекерен белдерә ccccccccc12c.
       "БАШвест"тың бынан алдараҡ хәбәр итеүенсә, 2 февралдә Башҡортостан Республикаһы мосолмандары диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, "Әл-Әзһәр" ислам университетында уҡыған Башҡортостан студенттарын Мысырҙан сығарыуҙа ярҙам итеүен һорап, Президент Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итә. Ҡаһирәлә артабан ҡалыуҙың хәүефле булыуын аңлағас, егеттәр үҙҙәре Диниә назараты менән бәйләнешкә сыға. Шул уҡ көндә Башҡортостан чартер рейсы менән Мысырға самолет ебәрә. "ТУ-154" бортында 132 кеше Өфөгә ҡайта - улар иҫәбендә Башҡортостан студенттары, шулай уҡ Татарстан, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы, Ырымбур, Силәбе, Ульяновск өлкәләре, Мәскәү, Түбәнге Новгород һәм Пенза халҡы. Һәм унда бер студенттар ғына түгел, тәртипһеҙлектәр башланған ҡаланан сығырға теләгән ябай халыҡ, мәктәпкәсә йәштәге 20 бала һәм ауырлы ҡатындар ҙа була.
       Журналистарҙың, был сара нисә һумға төштө һуң, тигән һорауына Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Әббәс Ғәлләмов яуап бирергә ҡыйынһынды - йәнәһе, әле иҫәпләүҙәр алып барыла, шулай ҙа бер пассажирҙан да, тәбиғи, осош өсөн аҡса алынмаясаҡ, тип ышандырҙы ул.
       ""Барыһының да нисек ойошторолғанын һәм осош менән күпме проблемалар булыуын белеп, һеҙҙең ҡарарығыҙҙы батырлыҡ тип атарға мөмкин! - тип яҙа Президент блогында Ҡаһирәләге ваҡиғалар шаһиты azamatsalikhov - уның журналист булыуы күптәргә мәғлүмдер. - Самолетҡа ултырғанда һеҙ егеттәрҙең ҡыуанысына һәм күҙ йәштәренә шаһит булһағыҙ, - һәм бер нисә тәүлек аэропортта ултырып та, һаман тыуған иленә оса алмаған инглиздәр, американлылар, израиллеләр һәм украиндарҙың көнләшеп ҡарауын күрһәгеҙ икән. Унда беҙҙе вице-консул Тимур Әббәсғәләм улы ҡаршыланы, ул бер нисә тәүлек йоҡламаған, әммә республиканың үҙ халҡын да, башҡаларҙы ла ҡотҡарырға теләгәнен аңлағас, арымай-талмай ярҙам итте. Ғөмүмән, һине ярҙамһыҙ ташламаясаҡ төбәктә йәшәүеңде аңлауы шатлыҡлы!"
       Матбуғат конференцияһында Ҡөрьәнде профессиональ кимәлдә өйрәнергә теләгән студенттар менән эшләү өсөн яуаплы БР мосолмандары диниә назараты рәйесе урынбаҫары Руслан Сәйәхов, журналистар менән осрашыуға килгән студенттар үҙҙәре лә республика етәкселегенә ҙур рәхмәтен белдерҙе. Президент Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары, Рәсәй сит ил эштәре министрлығы һәм беҙҙең Мысырҙағы илселек менән килешеп эшләү арҡаһында ғына Ҡаһирәгә самолет ебәрә алдыҡ, тиһә лә, барыһы ла аңлай: Башҡортостан властары инициатива күрһәтмәһә, бөтәһе лә икенсе төрлө килеп сығыр ине.
       " Беҙҙекеләрҙе эвакуациялауҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт! <...> 30 минуттан һуң унда, Ҡаһирәлә, нәмәләр башланыуын кем белә, - тип ғәҙел билдәләй блогер new_day1. - Балаларыбыҙ
       һәм ололар өсөн рәхмәт! Оперативлыҡ өсөн рәхмәт!"
       Башҡортостан етәкселегенең рейтингына был аҙым ыңғай йоғонто яһаясаҡ, сөнки республиканың һине ауыр хәлдә ташламауын аңлау - үҙе үк ҙур баһа.
       "Ватандың үҙ кешеләрен ауыр хәлдә ташламауы шатлыҡлы. Намыҫлы кешеләрҙең намыҫлы эше", - тип һығымта яһай Президент блогының әүҙем ҡатнашыусыһы, "Байтул Мал" берҙәм финанс-сәнәғәт үҙәге" хәйриә фонды башлығы Артур Нәсибуллов (nasibullov), ул, әйткәндәй, Рәсәй ислам университетында уҡыта.
       Әммә бөгөн Президент блогында хәүефле яҙмалар ҙа күренде. "Рәсәйлеләргә Ҡаһирәлә ярҙам кәрәк, - тип белдерә өфөлө Яна Ғилметдинова (yanayaseera). - Әлеге ваҡытта Мысырҙа туристик юлламалар буйынса Хургадаға йәки Шарм-Әл-Шейехҡа килгән туристарҙан тыш, бөтөн ил буйынса йөҙәрләгән үҙ аллы туристар күп. Уларға Рәсәй илселегенән бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтелмәй, Рәсәй граждандарын эвакуациялау алып барылмай һәм планлаштырылмай. Мысырҙа интернет һәм кәрәҙле элемтә бөтә ерҙә лә эшләмәй, барыһы ла рәсми структуралар менән бәйләнешкә инә алмай. Ҡаһирә аэропортына барып етеүе ҡатмарлы, юлда мародерҙар эш итә, өҫтәүенә, башҡа илдәрҙең граждандарын эвакуациялау арҡаһында аэропортҡа илткән юл машиналар менән тулған. Беҙ Ҡаһирәләге "Пирамиза" отелендә туҡтаған бер нисә рәсәйле хаҡында хәбәрҙарбыҙ, улар бер нисә көн элек бында килгән һәм илдән сығырға бер мөмкинлектәре лә юҡ. Әлеге ваҡытта Ҡаһирәнең төрлө районындағы бер нисә турист менән бәйләнешкә индек, улар Рәсәй илселегенән бер ниндәй ҙә ярҙам ала алмай. Шулай уҡ Александрияла бер турист барлығын беләбеҙ, әммә уның менән бәйләнеш юҡ..."
       Олег Яровиков фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал