6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

"Европа" сауҙа үҙәге янғындан һуң тергеҙелерме?
02.02.11


       "Европа" мода үҙәгендәге янғынға ла бер аҙнанан ашыу ваҡыт үтте. Башҡортостандың баш ҡалаһындағы сауҙа-күңел асыу комплексында фажиғә 22 ғинуарҙа булып үтте, унда ике кеше һәләк булды, һигеҙе дауаханаға эләкте. Был ваҡиға буйынса тикшереү алып барыла.
       "Европа"ның элек нисек булғанын хәҙер фотоларҙан ғына күрергә мөмкин. Бөгөн бина фасады бөтөн донъя һыуыныуы хаҡындағы фильмдың декорацияһына оҡшаған - унда ҙур боҙбармаҡтар эленеп тора. Сауҙа комплексы биләмәһе ҡамау эсенә алынған, төп ишек бикле, шулай ҙа яңғыҙ урам һепереүсеһе уның тупһаларын ҡарҙан таҙартып тора.
       Ошо арала "БАШвестЪ" янғын урынында булып ҡайтты. Фажиғә мәлендә бында булған ике өфөлө экскурсовод сифатында янған мода үҙәге буйлап йөрөттө. Рөхсәт алғас, беҙгә запас ишектән бина эсенә үтергә насип булды. Баҫҡыс янында йөк машинаһы тора - ресторан һәм бутиктар хужалары иҫән ҡалған әйберҙәрҙе сығара.
       Көндөҙгө ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, сауҙа комплексының беренсе ҡатында ҡараңғы, кешеләр фонарҙар менән йөрөй, әйберҙәрен йыйыштыра. Ҡайһы бер магазиндарҙың ишеге мисәтләп ябылған, быяла стеналар артында - ут ҡағылмаған кейем-һалым һәм аксессуарҙар. Мода үҙәгенең беренсе ҡатында кафеның бар өҫтәле һаҡланған. Кәштәләрҙә - һут ҡойолған шешәләр, һауыт-һаба, быяла артындағы витринала хаҡтары күрһәтелгән штруделдәр, пирожныйҙар, ҡағыҙға яҙылған меню ята. Шаршауҙар ҙа шул килеш тора, ни бары һөрөм ултырған.
       Икенсе ҡатта емереклектәр күберәк. Версияларҙың береһе буйынса, сауҙа-күңел асыу комплексындағы янғын яңы "Концерт клаб" бинаһының иҙәнен һалғанда сыҡҡан. Был клуб февраль башында асылырға тейеш булған. Бинала иҫән ҡалған әйбер юҡ тиерлек, барыһы ла янып бөткән. VIP-ҡунаҡтар өсөн кабинкаларҙан алып сәхнәнән һәм Рәсәйҙә аналогы булмаған, 72 панелдән торған йыйылма плазма экрандан һөлдәләр генә ҡалған. Был сәхнәлә мюзиклдың премьераһы үтергә тейеш булған. Уны донъяға билдәле хореографтар ҡуйған, ролдәрҙе Өфө театрҙары артистары башҡарған.
       Өсөнсө ҡатта бер стенаһы үҫемлектәр менән биҙәлгән ресторан урынлашҡан булған. Тупраҡ тултырылған, һыу һибеү системаһы булған махсус конструкция сәскәгә төрөнгән үҫемлектәрҙе вертикаль рәүештә тотоп торған. Ресторанға беренсе тапҡыр килгәндәр үҫемлектәрҙең яһалма булмауына тәүҙә ышанмай ҙа торған. Бында ла бер нәмә лә ҡалмаған - төпкө хужалыҡ бүлмәһендә һауыт-һаба ҡуйылған өҫтәл менән бина ишеге алдындағы боронғо рыцарҙарҙың тимер кейеме генә иҫән.
       - Кискеһен ресторанда тантана үтергә тейеш ине, абруйлы ҡунаҡтар саҡырылды, беҙ һуңғы әҙерлек эштәрен башҡара инек, - ти "БАШвест"ҡа фажиғә шаһиты, Өфө вузының һуңғы курстарында уҡыған студент Илья Насиров. Уҡыуҙан буш ваҡытында ул ресторанда эшләгән. - Аҫта геүләү тауышы ишетелгәндә мин тәҙрә таҙарта инем, артынса төтөн күтәрелгәнен, бер аҙҙан ялҡын телдәрен күрҙем. Беҙ юғалып ҡалманыҡ, шунда уҡ халыҡты эвакуациялай башланыҡ - бөтөн хеҙмәткәрҙәр ҙә мотлаҡ рәүештә инструктаж үткәйне, уның ҡағиҙәләрен теүәл үтәнек. Өс секунд эсендә бинаға төтөн тулды. Төтөн шулай тиҙ таралалыр, тип бер ҡасан да уйламағайным.
       Йәш кеше әйтеүенсә, бинанан улар өҫтәмә ишектән сыҡҡан, һәм урамға сығып еткәс, артынса шартлау яңғыраған. Янғындың икенсе шаһиты ресторанда танышын көтөп ултырған, янғынға бер нисә минут ҡалған арала беренсе ҡатҡа төшкән. Һуңынан инде кире күтәрелеү мөмкинлеге булмаған. Өҫтәлдә ятып ҡалған ноутбук менән эш ҡағыҙҙарын ут юҡ иткән.
       Ике йәш кеше лә, юғалып ҡалмай, янғын сыҡҡан бинанан тиҙерәк сығыуҙарына ҡарамаҫтан, күпмелер ваҡыт үткәндән һуң барыбер стресс кисергән. Береһенең әйтеүенсә, ул ике көн буйы бөтөнләй һөйләшмәгән, хатта яҡындарына ла яуап ҡайтармаған.
       Бер нисә көндән һуң, шок үткәс, шулай ҙа бер аҙ тулҡынланыу менән ул журналистарға бында булып үткән ваҡиғалар хаҡында ентекләп һөйләй. Биналар буйлап сәғәт ярым йөрөнөк, аяҡ аҫтында - ҡом, быяла ярсыҡтары, боҙ, һуңғы ҡаттарҙа - һыуыҡта бәҫ менән ҡапланған көл, янған предметтар. Беҙҙе оҙатып йөрөүсе егеттәрҙең береһе емереклектәр араһында официантты саҡырыу өсөн ҡулланылған ҡыңғырауҙы тапты, икенсеһе - ситтәре янып бөткән эш ҡағыҙҙары өйөмөн. Тынып ҡалған ҡыңғырау янғындан һуң бер аҙна үткәс шылтыраны.
       Янғында төтөндән ике кеше тонсоғоп үлгән, ресторандар күмергә әйләнгән. Сауҙа-күңел асыу үҙәгенең һуңғы ҡатында урынлашҡан "Лимузин" художество галереяһы ла ҙур юғалтыу кисергән. Экспозиция залында күргәҙмәһе үткән башҡорт рәссамы Рәис Ғәйетовтың картиналары янған. Шулай ҙа галерея директоры кабинетында булған картиналар һаҡланған. Ут бында килеп етмәгән. Сыҡҡанда запас ишеккә атланыҡ. Баҫҡыстарҙа ҡара һөрөм, тотҡостар боҙланған. Төтөн еҫе ныҡ һиҙелә. Үрге ҡаттарҙа ул елгә таралып бөткән - унда тәҙрәләр ҙә, стена ла иҫән ҡалмаған.
       - "Европа" сауҙа-күңел асыу комплексы бинаһы үтә ныҡ зыян күрмәгән. Әле алып барылған төҙөлөш экспертизаһы һөҙөмтәләре ыңғай булһа, милекселәр ҡыҫҡа арала бинаны тергеҙергә ниәтләй, - тип белдерҙе "Европейская" идара компанияһы башлығы Александр Герсон "Башинформ" агентлығына, тап уның етәкселегендәге ойошма бинаны файҙаланыуҙы һәм ҡуртымға алыусылар менән эште тәьмин иткән.
       Александр Герсон йәнә, "Европа" мода үҙәгендәге янғын ҡорбандары сауҙа-күңел асыу комплексы милекселәренән матди ярҙам аласаҡ, тип ышандырҙы. "Европейская" идара компанияһы башлығы әйтеүенсә, һәләк булған эшсе Евгений Жемчуговтың ҡатыны һәм балаларына 50 мең һум күләмендә аҡсалата компенсация түләнгән, бынан тыш уларҙың фатир мәсьәләһе лә хәл ителәсәк.
       Олег Яровиков фотоһы.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал