6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Башҡортостан мәктәптәрендә һәләтлеләрҙе эҙләйҙәр
28.01.11


       26 ғинуарҙа Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәй мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко килде. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән ул Өфөләге бер нисә инновацион белем биреү учреждениеларын - һәләтле балалар уҡыған гимназиялар һәм интернаттарҙы ҡараны, республиканың педагогик берләшмәһе һәм юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары ректорҙары менән осрашты.
       Волга буйы федераль округы субъекттарының мәғариф өлкәһендә идара иткән башҡарма власть органдары етәкселәренең кәңәшмәһендә ҡатнашыу министр визитының төп маҡсаты ине. Кәңәшмә "түңәрәк өҫтәл" формаһында барҙы. Унда "Беҙҙең яңы мәктәп" милли мәғариф инициативаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һәләтле балаларға ярҙам төбәк системаһы үҫеше тикшерелде.
       Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Школьниктың әйтеүенсә, бөгөнгө көндә заманса, инновацион һәм ижади фекерләү ҡеүәһе үҫешкән һәләтле йәштәрҙе эҙләү һәм оҙата барыу системаһын булдырыу дәүләт өсөн иң өҫтөнлөклөһө.
       - Яҡын киләсәктә тап беҙҙең йәштәргә белемгә һәм өр-яңы компетенцияға нигеҙләнгән аҡыллы иҡтисадты үҫтерергә тура киләсәк, - тип билдәләне Александр Школьник. - Һәләтле балаларҙы асыҡларға һәм уҡыуы дауамында күҙәтеп барырға, уларҙың яҙмышына һәм артабан профессиональ өлкәлә үҙ юлын табыуына иғтибар бирергә кәрәк. Төбәк һәм муниципаль звеноларҙы ҡушып, бөтә кимәлдә лә системалы эш алып барылған осраҡта ғына һәләтле балаларҙы табыу һәм уларға ярҙам итеү эше уңышлы буласаҡ, тип ышанам. Ләкин алға этәреүсе көс был йүнәлештә - уҡытыусылар.
       Башҡортостандың һәләтле балаларға ярҙам өлкәһендәге эшләнмәләре хаҡында республика Президенты һөйләне:
       - Һәләт - берәмтек тауар, уны конвейерға ҡуйып булмай. Ләкин, үкенескә күрә, беҙҙең урта мәктәп уртаса уҡыусыға иҫәпләнгән. Һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү буйынса системалы эшкә инновацион мәктәптәрҙә - гимназиялар һәм лицейҙарҙа күберәк иғтибар бирелә.
       Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә Башҡортостанда бындай 134 мәктәп асылған. Уларҙа 88 мең бала уҡый. Инновацион мәғариф учреждениелары иҫәбе буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урында килә, ә Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында алдынғы урындарҙың береһен биләй. Өҫтәүенә Башҡортостанда һәләтле балалар банкы булдырылған. Унда 5,5 меңдән ашыу уҡыусылар хаҡында мәғлүмәт тупланған. Республиканың мәғариф министрлығы уҡытыусыларҙың был балалар менән индивидуаль рәүештә эшләүен контролдә тота.
       Йәнә Президент БР Мәғарифты үҫтереү институтында һәләтлелекте үҫтереү үҙәге эшләүенә иғтибар итте.
       - Был үҙәктә һәләтле балалар менән эшләү методикалары әҙерләнә. Ошонда уҡ ике меңдән ашыу предмет уҡытыусылары, өҫтәмә белем биреү педагогтары әҙерлек үтә. Уларҙы һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү алымдарына өйрәтәләр.
       Рөстәм Хәмитов һәләтле балалар менән эшләгәндә барыһының да уҡытыусынан тороуын билдәләне. Шуға күрә ул был эште уңышлы башҡарған уҡытыусыларға өҫтәп аҡса түләргә тәҡдим итте:
       - Республика бюджетынан беҙ һәләтле балалар менән уңышлы эшләгән уҡытыусыларға гранттар түләйәсәкбеҙ.
       Һәләтле балаларҙың мөмкинлектәрен асыу өсөн республикала "Селигер" кеүек мәғариф форумдары үткәреләсәк. Бындай форумдар балаларҙы ныҡ илһамландыра.
       Президент әйтеүенсә, вуздар ҡарамағында һәләтле балалар өсөн ситтән тороп һәм көндөҙгө бүлектә белем алыу мөмкинлеге булдырылған мәктәптәр асыласаҡ, балалар менән унда ошо уҡ юғары уҡыу йорттарының уҡытыусылары шөғөлләнәсәк.
       Һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү буйынса Волга буйы федераль округына ингән башҡа төбәктәрҙә ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында был төбәктәрҙең мәғариф министрҙары һөйләне. Пермь крайы мәғариф министры Николай Карпушиндың доклады йөкмәткеле булды. Тәү сиратта ул Башҡортостандың мәғариф системаһын маҡтап үтте:
       - Әгәр Башҡортостан Республикаһы үҙенең мәғариф системаһына зарлана башлаһа, ышанмағыҙ. Бығаса күргәндәремдән был иң яҡшыһы!
       Шул уҡ мәлдә Николай Карпушин үҙ төбәгенең мәғариф системаһын да яҡшы яҡтан күрһәтеүгә өлгәште. Ул Пермь крайында бер юлы өс вуздың милли тикшеренеү университеты статусы алыуын билдәләне. Бынан тыш төбәктә Рәсәй Халыҡ-ара бакалавриатының өс авторлаштырылған мәктәбе эшләй. Крайҙа иҡтисадтың инновацион кластерын ойоштороу процесы әүҙем бара, "Һәләтле балалар - милли байлыҡ" балалар һәләтен үҫтереү программаһы эшләп килә. һәләтле өлкән класс уҡыусылары - стипендиялар, ә һәләтле студенттар арттырылған махсус стипендиялар ала. Шуға өҫтәп төбәктә фән докторҙарын һәм кандидаттарҙы мәктәптәрҙә уҡытыуға йәлеп итеү буйынса проект әҙерләнә. Ә халыҡ-ара аралашыу ҡоралы - инглиз телен Пермь уҡыусылары икенсе дәүләт теле кеүек өйрәнә.
       Ырымбур өлкәһе мәғариф министры Вячеслав Лабузов йыйылышта ҡатнашыусыларға үҙҙәренең төбәгендә һәләтлеләрҙе балалар баҡсаһынан уҡ асыҡлай башлауҙары хаҡында һөйләне. Беренсе класҡа барыр алдынан улар һәләттәрен асыҡлаусы әңгәмәләшеү үтә.
       Вячеслав Лабузов Пермь крайынан килгән коллегаһының һүҙҙәрен хуплап, мәктәпкә мотлаҡ вуз уҡытыусыларын йәлеп итергә кәрәк, тине. Ә бының өсөн уларға өҫтәп түләргә тура киләсәк. Шулай уҡ һәләтле балалар менән эшләгән, бөтә Рәсәй олимпиадалары еңеүселәрен үҫтергән һәләтле уҡытыусыларға ла матди яҡтан ярҙам итергә кәрәк.
       Сығыш яһаусыларҙың барыһын да тыңлағас, Рәсәй мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко һүҙ алды. Ул, бөгөнгө көндә илдә һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларҙы үҫтереү системаһының тейешенсә эшләүе хаҡында һөйләргә мөмкин, тип билдәләне. Әммә министр "аҡыллы баштарҙың ситкә осоуы" кеүек көнүҙәк проблеманы ла күтәрҙе:
       - Талант, билдәле булыуынса, алға ынтыла. Райондарҙан һәләтле балалар үҙҙәрен күрһәтер өсөн губерния үҙәктәренә күсеп килә. Танылыу алғас, улар Мәскәүгә йәки Санкт-Петербургҡа ынтыла, унан сит илгә китә. Һорау тыуа: был йәштәрҙе төбәктә, илдә нисек тотоп ҡалырға һуң? Бер яҡтан, йәштәр үҙҙәрен күрһәтә алһын тиһәк, бөтөн шарттар булдырыу кәрәклеге аңлашыла. Әммә икенсе яҡтан тыуған төбәген ташлап, икенсе илгә сығып китеү теләге булмаһын өсөн, һәләтле йәштәрҙе дәртләндереү механизмдарын да ҡарарға кәрәк.
       Андрей Фурсенко һәләтле балалар менән эшләү буйынса үҙенең тәҡдимдәрен индерҙе. Шул уҡ ваҡытта ул, һәләтле йәштәр менән эшләп, уҡытыусылар ҡалған балаларҙы оноторға тейеш түгел, тип билдәләне:
       - Баланың һәләтен асыу - ҙур оҫталыҡ. Бындай балаларға ярҙам итергә кәрәк. Ләкин шул уҡ мәлдә бер баланы ла хәтерҙән сығарырға ярамай. Был йәһәттән Рәсәй мәктәптәрендә быйылдан башлап индерелә башлаясаҡ яңы белем биреү стандарттары уҡытыусыларға ҙур мөмкинлектәр аса. Улар бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалмайынса, төрлө балалар менән төрлөсә эшләргә мөмкинлек бирә. Һәләтлеләр менән эшләгәндә беҙ башҡаларҙы ла улар кимәленә еткереү, бөтөн мәғариф системаһын яҡшыртыу, һәр баланың үҫешеүе өсөн шарттар тыуҙырыу хаҡында уйларға тейешбеҙ.
       Олег Яровиков фотоһы.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал