6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БЛОГPOST

БЛОГPOST: Башҡортостан блогерҙары "Европа"лағы фажиғәлә ысын ғәйеплеләргә яза биреү яҡлы
26.01.11


       Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың блогы "эшсе һәләк булған - барыһын да уға япһарасаҡтар" тигән яҙмалар менән тулған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөләге "Европа" сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге янғын һөҙөмтәһендә ике кеше - 17 йәшлек Гүзәл Булатова һәм 35 йәшлек эшсе-бетонсы Евгений Жемчугов һәләк булды.
       "...Жемчуговты, солярийҙағы ҡыҙҙы ҡотҡарам, тип һәләк булған, тиҙәр. Шартлауҙа ғәйебе булған кешенең шартлауҙан һуң тере ҡалып, кемделер ҡотҡарырға йүгереү факты башҡа һыймай... Һәр хәлдә кемгәлер, атап әйткәндә чиновниктарҙың кемеһенәлер, уны ғәйепле тип иҫәпләү отошло, тигән икенсе версия дөрөҫлөккә тап килә һымаҡ, сөнки контроллек итеүсе органдарҙың бер нәмә лә эшләмәгәненә дәлилдәр бар. Бигерәк тә янғынға тиклем бында күнекмәләр үткәрелеүен һәм ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрөү хаҡында күрһәтмәләр бирелеүен иҫәпкә алғанда, әйткәндәй, уларҙың үтәлеше лә һуңынан тикшерелмәгән", - тип яҙа блогер nick02rus.
       "Европа"лағы инцидент йәмәғәтселектә киң резонанс алды, был хаҡта интернетта күҙәтелгән ҡыҙыу бәхәстәр ҙә һөйләй. "Рөстәм Хәмитов блогы" Йәнле журнал-коммьюнитиһының әүҙем ҡатнашыусылары, уларҙың ниндәй генә юғары рангынан булыуҙарына ҡарамаҫтан, фажиғәлә ысын ғәйеплеләрҙе асыҡлауҙы һәм яза биреүҙе талап итә. "Ҡатнашлығы булмағандар зыян күрмәһен, ваҡиғаларҙа ысын ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тарттырылһын! - тип яҙа defo7 никнеймы аҫтында теркәлгән блогер. - Объект өсөн яуаплы вазифалы кешеләргә яза бирелеүенә өлгәшегеҙ, - башҡаларға һабаҡ буласаҡ... Тәҡдим бар: бәлки кураторҙарҙың персональ яуаплылығын индерергә кәрәктер? Сөнки уларға ышанып тапшырылған объекттарҙа ысынбарлыҡта ни барғанын уларҙан башҡа тағы кем белһен?!"
       Ул арала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров көн элгәре республика Президенты ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә предприятиеларҙа янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылар вазифаһын индереү кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Һәм тәү сиратта был күмәк халыҡ йөрөгән объекттарға ҡағыла. Фажиғә сәбәптәрен тикшереү буйынса хөкүмәт комиссияһын етәкләгән Пустовгаров һүҙҙәренсә, бөгөн Башҡортостанда 1000 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы 182 сауҙа-күңел асыу комплексы, бынан тыш 87 баҙар, 20-нән ашыу бизнес-үҙәк һәм тағы ла шул сама кино-концерт комплексы бар, уларҙың һәр береһе 1000-дән ашыу кешене һыйҙыра.
       Шул уҡ ваҡытта вице-премьер хәүефһеҙлек мәсьәләләрен системалы хәл итергә, ҡағиҙәләр боҙолоу осрағында штрафтар менән ҡотолоу урынына, бындай объекттар эшмәкәрлеген туҡтатырға саҡырҙы.
       - Хәүефһеҙлеккә аҡса һалыу үҙенән-үҙе күҙ уңында тотолған эш булырға тейеш, - тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. - Юғиһә хәҙер ҡайһы берәүҙәр хәүефһеҙлеккә аҡса һалыуҙы аҡсаны бушҡа туҙҙырыу тип иҫәпләй. Кешеләр менән ҡомһоҙлоҡ идара итә! Был ҡомһоҙлоҡтан ҡоҫҡо килә...
       Бер бизнесмендарға ғына эләкмәне - төбәк башлығы контроллек итеүсе органдарҙы ла, шулай уҡ республиканың ябай кешеләрен дә ҡаты шелтәләне:
       - Ҡыҙыҡай кемдеңдер вазифаһында ҡаралған бурыстарын үтәмәгәне өсөн һәләк булды. Әйткәндәй, асыҡланыуынса, "Европа"ла наркотиктар ҙа тартҡандар икән. Ҡала үҙәгендә ысын притон ойошторғандар! Был хаҡта барыһы ла белгән, әммә берәү ҙә өндәшмәгән.
       Президент фажиғәлә ғәйеплеләрҙе билдәләүҙә кампаниялар ойоштороу менән мауыҡмаҫҡа саҡырҙы. Уларға яза биреү - тәү сираттағы мәсьәлә, әммә берҙән-бер түгел. Бындай фажиғә тағы берәй ерҙә ҡабатланмаһын өсөн, превентив саралар ҡабул итеү ҙә шундай уҡ әһәмиәткә эйә.
       Президент блогының ҡайһы бер ҡатнашыусылары был уңайҙан үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, marat06 ҡағиҙәләр боҙоу осраҡтары бөтөрөлгәнгә тиклем бинаға " Объект янғын хәүефһеҙлеге нормаларына яуап бирмәй, ниндәйҙер ваҡытҡа тиклем ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында күрһәтмә бирелгән" кеүегерәк таҡтаташ элергә тәҡдим итте, һәм был таҡтаташ алыҫтан күренеп торорға тейеш.
       Уның фекерен yagragdanin да хуплай, ул контролләүсе органдарҙан халыҡ күпләп йөрөгән объекттарҙа асыҡланған ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында киң мәғлүмәт сараларында яҙып сығыуҙы талап итергә саҡыра: "Әгәр мәғлүмәт баҫтырмаған икән, тимәк, күҙ йомған, бында инде сәбәбен эҙләргә кәрәк: ришүәт арҡаһындамы, әллә үрҙән ҡушылғанмы - һәм был фактты ла ваҡытлы матбуғатта бирергә кәрәк... Әгәр баҫтырғанһың икән, был халыҡҡа һайлау мөмкинлеге бирәсәк. Күптәр был учреждениеға "юҡ" тип әйтәсәк - ә был аҡса юғалтыуға килтерәсәк, тимәк, реакция ла буласаҡ. Ә өҫтәлгә ятасаҡ отчеттар, күрһәтмәләр яҙыу, һуңынан, беҙ иҫкәрткәйнек, тип әйтеү - эш түгел. Инспекторҙар эшенә ҡыҫылып, уларға баҫым яһау ҙа - асылда, енәйәт. Ә ришүәт алған өсөн, эйе, ултыртырға кәрәк. Икеһен дә - алғанын да, мотлаҡ рәүештә биргәнен дә. Блогер "Европа" менән булған осраҡта беҙҙең тормошта даими күҙәтелгән бер үк ситуацияны күҙаллай: төрлө рангылағы етәкселәр ваҡ етешһеҙлектәргә күҙ йомоуҙы талап итә - ә һуңынан ғәйеплеләрҙе билдәләй һәм ришүәтселәрҙе эҙләй башлай. Был осраҡта ла урындағы идара контролерҙарына бизнесты ваҡ-төйәк өсөн борсомаҫҡа кәңәш ителеүе ихтимал. Сираттағы тапҡыр һылтаныу өсөн бер нисә кешене - эшсе менән инспекторҙы билдәләргә йыйыналар, ә үрҙәгеләрҙең тағы бер ҡыҫылышы ла юҡ, тигән кеүек тойғо ҡала..."
       Билдәләп үтәйек, "Европа"лағы янғын факты буйынса РФ Енәйәт кодексының 219-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше асылған (ике һәм унан күберәк кешеләрҙең үлеменә килтергән янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу). Тикшереү менән БР буйынса Эске эштәр министрлығының Баш тикшереү идаралығында шөғөлләнәләр. "Рөстәм Хәмитов блогы" Йәнле журнал-коммьюнитиһы ҡатнашыусылары, төбәк сиктәрендә бының мөмкин булыуына шикләнһә лә, халыҡтан йәшерен булмаған тикшереү өсөн сығыш яһай. "Ҡарап ҡарарбыҙ, кемделер ултыртырға көстәре етерме икән, ә чиновниктар ҡултамғалары ҡуйылған бөтә объекттарҙы тикшереүҙе талап итергә, етешһеҙлектәр асыҡлана ҡалһа, документтарҙы боҙоп күрһәтеү өсөн ултыртырға көстәре етерме!", - тип яҙа cazat_rb. Ә ramil_abdullin үҙ сиратында урындағы аристократияның туғандарына һәм дуҫтарына түгел, ә "ситтән" саҡыртылған белгестәргә тейешле вәкәләттәр йөкмәтергә тәҡдим итә.
       БЛОГPOST ваҡиғалар үҫешен артабан да күҙәтеп барасаҡ.
       Олег Яровиков фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал