6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Башҡортостандың ауыл хужалығында - етди проблемалар
24.01.11


       Ошо арала үткән БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт средстволарын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелегенә йәмәғәт контроле буйынса совет ултырышында Башҡортостан ауыл хужалығының етди темалары тикшерелде. Ултырышты Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының элекке етәксеһе, Дәүләт средстволарын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелегенә йәмәғәт контроле буйынса совет башлығы Петр Бобылев алып барҙы.
       - Йәй көнө мал тиҙәктән таҙартылмаған ябыҡ бинала тотолған. Йәйге лагерь әҙерләнмәгән, һыу килтереү ойошторолмаған. Ошо арҡала мал ҡырыла башлаған. Мал ҡарауға тәғәйенләнгән кешеләр малды әҙ-әҙләп һуя башлайҙар. Конкурс аша билдәләнгән идара сиктәрендә улар 315 баш һыйыр малын һәм 15 атты ҡабул итеп алған. Әммә бер айҙа көтөү 47 башҡа кәмей. Бер аҙҙан был кешеләр, һыйыр аҙбары ишеген бикләп, бөтөнләй ғәйеп була. Эҫе. Һыу ҙа, аҙыҡ та алып килеүсе юҡ. Бер аҙна буйы һыйырҙар баҡыра. Ауыл көтә, аҙаҡ кешеләр түҙмәй, эштең нимәлә булыуын асыҡлар өсөн фермаға юллана. Конкурс идарасыһы Трофимов юҡ, уның менән мал ҡарауға тәғәйенләнгән кешеләр ҙә ғәйеп булған. Һөҙөмтәлә бер аҙҙан көтөүҙең иҫән ҡалған өлөшөн райондың ике хужалығына тапшырыу ойошторола. Дөйөм алғанда акт буйынса 243 баш тапшырыла. Артабан хәлһеҙләнгән ас малды эҫелә оҙон араға ҡыуып алып китәләр. Юлда малдар тағы һәләк була. Иҫән ҡалған мал һауынға эшкинмәй, сөнки улар бер нисә аҙна дауамында һауылмаған булып сыға.
       Был ҡот осмалы факттар Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районының аграр секторында законға ҡаршы эшмәкәрлек факттарын тикшереү йомғаҡтары буйынса докладта күрһәтелгән. БР Президенты ҡарамағындағы Советтың эш төркөмө банкротланған "Дуҫлыҡ" ("Дружба") ауыл хужалығы производство кооперативы эшмәкәрлеген тикшереү өсөн районға барып ҡайта. Үрҙә һүҙ барған малды билдәһеҙ кешеләргә тапшырған конкурс буйынса идарасы Трофимов мал тапшырыу буйынса бер документ та күрһәтә алмаған.
       Шулай уҡ "Дуҫлыҡ" ауыл хужалығы кооперативында закон боҙоуҙың башҡа факттары ла асыҡланған. 15 транспорт берәмегенең туғыҙы, аукцион иғлан итмәйенсә, кәметелгән хаҡтар буйынса һатылған. Мәҫәлән, баһалау актында уларҙың хаҡы 140 мең һум тип билдәләнһә лә, Трофимов Мичурин ауыл хужалығы кооперативына ике "Т-150" тракторын йәмғеһе 61 мең һумға һатҡан. Ә яңы "Т-150" тракторы бөгөнгө көндә 2,2 миллион һум тора. Мичурин ауыл хужалығы производство кооперативы етәкселәре аукционһыҙ техника һатып алыуҙарын раҫлай, түләү ҡулаҡса менән башҡарылған. Шул уҡ мәлдә был техника әле һаман һатып алыусылар исеменә теркәлмәгән.
       Малсылыҡ фермаһы бинаһы ла Трофимовта "Дуҫлыҡ" кооперативында эшләгән кешеләрҙең туғандарына кәметелгән хаҡ буйынса һатылған. Уның яғынан һатылған биналарға әле булһа һатыу буйынса документтар эшләнмәгән һәм улар Теркәү палатаһы аша үтмәгән. Әлеге ваҡытта биналар һүтелә, металын ҡырҡып алып, ташып бөткәндәр, стена плиталары һатыла.
       Конкурс буйынса тәғәйенләнгән идарасының үҙенең эшмәкәрлеге буйынса 11 майға ҡарата отчетында, 1,3 миллион һумдан ашыу суммаға мөлкәт һатылған, тип билдәләнгән. Шуларҙан конкурс идарасыһына һәм йәлеп ителгән кешеләргә эш хаҡы итеп 459 мең һум түләнгән. Бынан тыш, 78 мең һум, Трофимов әйтеүенсә, документтар һаҡлау өсөн бинаны ҡуртымға алыуға түләнгән. Әммә, билдәле булыуынса, был ваҡытта ауыл хужалығы кооперативы бинаһы һатылмаған була әле. Был сумманан элекке эшселәрҙең эш хаҡы буйынса бурыстары ла ҡапланмай, һалым буйынса бюджетҡа аҡса ла күсерелмәй.
       Башҡортостандың Бәләбәй районында туғыҙ предприятие банкротлыҡ процедураһы аша үткән. Һәм уларҙа ла кәметелгән хаҡтар менән мөлкәт һатыу осраҡтары күҙәтелгән. Әйткәндәй, бер үк кешеләрҙең - конкурс идарасылары һәм уларҙың вәкилдәренең биналар, ҡоролма һәм техниканы кәметелгән хаҡтар буйынса бер-береһенә һатыуы асыҡланған.
       Бер нисә кооператив нигеҙендә яңы йәмғиәттәр ойошторолған, ләкин өс хужалыҡ буйынса һаман бер нәмә лә булдырылмаған, ә ауылдар бушап ҡалған.
       Совет ағзалары Бәләбәй районының һалым инспекцияһы яғынан конкурс производствоһы индерелеүенә аптырау белдерҙе. Банкротлыҡ тураһында ҡарар ҡабул итеүгә бүлектәрҙең береһенең начальник урынбаҫары Хадиров яуаплы була. Эшләгән ваҡытында "Дуҫлыҡ" кооперативы активтары 12 миллион һум тәшкил итә. Ә һалым буйынса бурыс 3,67 миллион һум була. Ниңә финанс һауыҡтырыу процедураһы индерелмәгәндер, аңлашылмай. Хадиров фамилияһы производство директорҙарының ялыуҙарында күп тапҡыр осрай, һәм тап ошо производстволарҙа конкурс идарасыларының Хадиров менән тығыҙ бәйләнеше күҙәтелә.
       Ҡайһы бер хужалыҡтарҙың рухи яҡтан көслө етәкселәре үҙҙәренең хужалығын банкротҡа сығарырға ирек бирмәй. Мәҫәлән, "Һабансы" (""Пахарь") ауыл хужалығы производство кооперативы етәксеһе хужалығын емерергә юл ҡуймай, мөлкәтен һатып ала. Әммә уға ҡаршы эш асыла, уға ҡарата ялыу яҙалар һәм тартып ала алмаған мөлкәтен алыу өсөн дәғүә белдерәләр.
       Совет ағзалары кооперативты банкрот итеү процедураһын яҡлаған һалым органдарына мөрәжәғәт итте.
       - Формаль рәүештә, һалым органдары, бәлки, хаҡлылыр ҙа. Һалым буйынса бурыс бар. Ә колхоз булмаһа, проблема ла юҡ. Был ҡағыҙҙа барыһы ла шыма булһын өсөн иң еңел юл. Әммә кешеләр ҡала бит. Уларға нимә эшләргә? Ә банкротлыҡ һөҙөмтәһендә банкрот тип табылған предприятиеның мөлкәтен һатыуҙан күпме һалым әйләнеп ҡайта? Ноль! "Дуҫлыҡ" ауыл хужалығы производство предприятиеһында, мәҫәлән, был сумма нулгә тиң. Билдәле әйтем бар: "Ашаһын тип, ас кешегә балыҡ бирергә кәрәкмәй. Күп балыҡ тотһон өсөн, уға ҡармаҡ биреүең яҡшыраҡ".
       Шулай уҡ Совет ултырышында Башҡортостандың Архангел районы хакимиәтенең 2005-2009 йылдарҙа һәм 2010 йылдың туғыҙ айында райондың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса эшмәкәрлеген, дәүләт һәм муниципаль милкен, бюджет средстволарын һөҙөмтәле файҙаланыуын тикшереү барышында асыҡланған шундай уҡ етди факттар әйтеп ишеттерелде.
       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Президенты ҡарамағындағы Йәмәғәт контроле буйынса совет Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов инициативаһы буйынса коррупция менән көрәшеү өсөн ойошторолған. Дәүләт хеҙмәткәрҙәренең вазифалары менән саманан тыш файҙаланыуын һәм коррупция факттарын асыҡлау - был органдың төп бурысы. Совет составына йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәси партиялар һәм эшлекле даирә вәкилдәре ингән.
       - Совет һатылмаҫ, эшкә килгәндә уҫал булырға тейеш, һәм һәр төрлө дәүләт структураларынан азат булыуы ла уның төп сифаттарынан буласаҡ, функционерҙарыбыҙҙың төрлө шикле эштәре хаҡында туранан-тура мәғлүмәт алыу өсөн кәрәк был, - Рөстәм Хәмитов уны ойоштороу тураһында күрһәтмә биргәндә шулай тип белдерҙе.
       Фото agroru.com сайтынан.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал