6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Милли сәйәсәт

Рәсәйҙәге Польша Илсеһе Башҡортостан тарихы менән яҡшы таныш
21.01.11


       Этнос-ара мөнәсәбәттәр темаһы Рәсәйҙең сәйәси аренаһынан төшмәй. Аҙна башында Дмитрий Медведев Мәскәү янындағы Горки ҡалаһында парламенттың ике палатаһының да етәкселәрен йыйып, милләт-ара проблемаларҙы тикшерҙе. Осрашыуҙың асылы берҙәм рәүештә, Рәсәйгә граждандар тыныслығы кәрәк, тип раҫлауға ҡайтып ҡалды, тип яҙҙы федераль киң мәғлүмәт саралары.
       Төрлө халыҡтың тыныс һыйышып йәшәүе буйынса Башҡортостандың күп быуатлыҡ тәжрибәһе бар. Был йәһәттән ҡайһы бер субъекттар араһында Башҡортостан күрһәтмә төбәк булып тора, ә төрлө милләтле республикала тыныслыҡ һәм татыулыҡ мәсьәләһе ватандағыларҙың да, сит ил ғалимдарының да иғтибарын йәлеп итә.
       Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, Этнологик мониторинг һәм конфликттарҙы иртә иҫкәртеү селтәренең төбәк эксперты Илдар Ғабдрафиҡов ғүмеренең күп йылдарын ижтимағи тормоштоң тап ошо тармағын өйрәнеүгә бағышлаған. Башҡортостандың күренекле ғалимдарының береһе 200-ҙән ашыу баҫылып сыҡҡан хеҙмәттең, шул иҫәптән ике монографияның авторы. Ул фәнни өлкәлә күп нәмә менән ҡыҙыҡһына, улар араһында төбәктең сәйәси режимы ла, урындағы идара менән урындағы үҙидара ла, РФ республикаларында этносәйәси, этносоциаль, этноконфессиональ процестар, этнологик мониторинг та бар.
       Илдар Ғабдрафиҡовтың "БАШвест"ҡа һөйләүенсә, 2010 йылда Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институты бер нисә фәнни эш баҫтырған, ә йыл аҙағында сит ил авторҙарының Башҡортостан тарихын сағылдырған ике китабы донъя күргән. "Башҡортостан сит ил тикшеренеүҙәрендә" серияһында француз Пьер Паскалдең "Пугачев бунты" тигән китабы һәм "Башкирия/Башкортостан": пространство, политика, механизмы выживания. По страницам зарубежной историографии" фәнни статьялар йыйынтығы баҫылып сыҡҡан.
       Илдар Ғабдрафиҡов яҡын арала республика халҡын сит ил авторының Башҡортостанға арналған йәнә бер ҡыҙыҡлы баҫмаһы менән таныштырырға хыялланыуын белдерҙе. Был Войцех Зайончковскийҙың "В поисках социальной идентичности: башкирская, бурятская и татарская интеллигенция и национальный вопрос в Российской империи и СССР" тигән китабы.
       Әңгәмә барышында Илдар Ғабдрафиҡов 2010 йылдың ноябрендә Войцех Зайончковскийҙың Польша Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе итеп тәғәйенләнеүен билдәләне. Уға тиклем ул Румынияла - үҙ иленең вәкиле, Киевта - дипломат, Польша премьер-министрының баш советнигы булған. Белеме буйынса Войцех Зайончковский - тарихсы, славист һәм төркиәтсе, Рәсәй милли сәйәсәте өлкәһе белгесе. Ләкин, Илдар Ғабдрафиҡов әйтеүенсә, әлеге Польша Илсеһенең үҙ илендә Башҡортостан тарихын яҡшы белеүсе берҙән-бер белгес булыуы күптәргә мәғлүм түгел.
       - Войцех Зайончковскийҙың китабы 2001 йылда Люблин ҡалаһында нәшер ителгән. Унда автор милли процестарҙың хәҙерге көнбайыш теорияларын ҡулланып, милләт үҫешендәге интеллигенция роленә айырым иғтибар биреп, XIX быуат аҙағы - XX быуат башындағы башҡорт халҡы тарихы хаҡында бәйән итә. - Марат Ҡолшәрипов, Айһылыу Юнысова, Рәил Күзеев, Билал Юлдашбаев, Дамир Вәлиев һәм башҡа Башҡортостан ғалимдарының эштәре китапта киң файҙаланылған. Бынан тыш, 1993 йылда автор Өфөлә бер нисә башҡорт тарихсыһы, филологы, сәйәсмәне һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренән интервью алған, был эш тә уға китапты шаһиттарҙың һүҙҙәре менән тулыландырырға булышлыҡ иткән. Войцех Зайончковскийҙың китабы арҡаһында Польша халҡы Зәки Вәлиди, Мөхәмәтша Буранғолов һәм башҡа күренекле эшмәкәрҙәрҙең тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында белде. Өҫтәүенә, китапта уларҙың биографияһы ла, фотолары ла бирелгән. Зайончковский эшенең әһәмиәте шунда - башҡорттар тарихын ул татар һәм бүрәттәр тарихы менән сағыштырып өйрәнә, был уға башҡорттарҙың Рәсәй составында йәшәү үҙенсәлектәрен асыҡларға мөмкинлек бирә. Автор этнос-ара мөнәсәбәттәргә лә ҙур иғтибар бүлә.
       Илдар Ғабдрафиҡов, Войцех Зайончковскийҙың китабы бер белгестәргә генә тәғәйенләнмәгән, шулай уҡ киң ҡатлам уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы буласаҡ, тигән ышанысын белдерҙе. Был китапты, Башҡортостанда аҙ булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәренең традицияларын өйрәнеү һәм һаҡлау буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барған поляктар диаспораһы ла түҙемһеҙлек менән көтә. Әңгәмәбеҙ ахырында Илдар Ғабдрафиҡовтың билдәләүенсә, Башҡортостанда "Яңырыу" Польша мәҙәниәте һәм мәғрифәтселеге үҙәге эшләп килә. Ойошма Башҡортостандағы полонияны тикшереү, республикала билдәле поляктар эшмәкәрлеге менән бәйле иҫтәлекле урындарҙы эҙләү, республикала полония үҫеше проблемалары буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, фәнни конференциялар үткәреү менән шөғөлләнә.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал