6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ғаилә

Башҡортостанда наградланған әсәләр һаны артты
20.01.11


       "Әсәлек даны" миҙалын алыусылар иҫәбе арта бара. Бына кисә лә улар рәте Башҡортостандың баш ҡалаһына төрлө райондарҙан килгән күп балалы 50 әсә менән тулыланды.
       - Әсә булыу - иң мөһим хеҙмәт был донъяла, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов Республика Йортонда күп балалы әсәләргә наградаларын тапшырғанында. - Ҡайһы берәүҙәрегеҙҙең ғаиләлә үҙегеҙҙекеләр менән бергә уллыҡҡа алынған балаларҙы тәрбиәләүегеҙҙе ишетеп ҡыуандым. Мин һеҙгә мөһим закон ҡабул ителеүе хаҡында хәбәр итеүемә лә шатмын, уға ярашлы баланы уллыҡҡа алғандарға хәҙер әсәлек капиталы күләмендә бер тапҡыр бирелеүсе аҡсалата ярҙам түләнәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәм, уның күләме әлеге ваҡытта 365 мең һумдан ашыу сумманы тәшкил итә...
       "Әсәлек даны" миҙалын алғандарҙың береһе - Әбйәлил районынан Гөлгөнә Сәйфуллина. 35 йәшлек ҡатын тормош иптәше Хәйҙәр Исмәғил улы менән биш бала тәрбиәләй: Гөлйөҙөмгә 15 йәш, Айварға - 10, Әлиәгә - туғыҙ, Артурға - биш, Эльвинаға - өс.
       Гөлгөнә Сәйфуллина менән Хәйҙәр Солтановтың күп балалы ғаиләһе йәшәгән Ишҡол ауылы ҙур ғына - үҙенең балалар баҡсаһы, урта дөйөм белем биреү мәктәбе бар. Бәләкәй балалар баҡсаға йөрөй, ололар - мәктәпкә, берәү ҙә өйҙә ултырмай, барыһының да үҙ шөғөлө бар.
       Гөлгөнә Нуретдин ҡыҙының беҙҙең гәзиткә һөйләүенсә, Гөлйөҙөм дә, Айвар менән Әлиә лә тик "бишле"гә генә уҡый.
       - Балаларыбыҙ татыу беҙҙең: бер-береһенә ярҙам итә, өйгә эштәрҙе бергәләп эшләй, бәләкәйҙәрҙе балалар баҡсаһынан үҙҙәре алып ҡайта, - ти күп балалы әсә. - Мин үҙем һауынсы булып эшләйем, ирем - һаҡсы, һәм бәләкәйҙәрҙе балалар баҡсаһына йөрөтөүгә һәр ваҡыт мөмкинлегебеҙ булмауы ла ихтимал, шуға ла өлкәнерәктәре был йәһәттән беҙгә ныҡ ярҙам итә.
       Өҫтәүенә, йорт янында ҙур баҡсабыҙ бар - йәйҙе балалар түтәлдәр янында үткәрә, сәселгәнде тәрбиәләй, утай, һыу ҡоя. Балалар булмаһа, ҡулһыҙ ҡалған кеүекбеҙ!
       - Мал да тотаһығыҙҙыр, моғайын?
       - Эйе, һыйырыбыҙ бар.
       - Өйөгөҙ ҙурмы? Һеҙгә һәм балаларға урын етәме?
       - Ер участкаһы ҙур, ә өйөбөҙ бәләкәй, торлаҡ майҙанын киңәйтергә кәрәк. Иң ҙур хыялым - барыбыҙ өсөн дә ҙур бер йорт һатып алыу, балаларҙың үҙҙәренең уйын бүлмәһе, иркен йоҡо бүлмәһе булһын ине.
       Ошо яҙҙа уҡ хыялымды тормошҡа ашыра алырмын, тип ышанам. Әсәлек капиталын файҙаланып өлгөрмәнек, бына шул аҡсаға йорт һатып алырбыҙ, тип торам. Әлбиттә, үҙебеҙ йыйған аҡсаны өҫтәргә тура киләсәк, өҫтәмә суммаһыҙ бер нисек тә килеп сыҡмай.
       - "Әсәлек даны" миҙалы менән бергә бирелергә тейешле сумманы нисек тотонорға итәһегеҙ?
       - Балалар планлаштырып бөттө инде! Иң тәүҙә DVD һатып алырға кәрәк, тиҙәр - элеккеһе боҙолдо. Ҡалған аҡсаға балаларға кейем аласаҡбыҙ. Тәү сиратта кемгә нимә кәрәк - барыһы ла алдан уҡ заказ биреп ҡуйған.
       - Тағы бала табырға уйламайһығыҙмы?
       - Юҡ, быларын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк.
       - Балаларығыҙға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
       - Аҡыллы булып үҫһендәр, яҡшы белем ала алһындар - ата-әсәләрҙең нәмәгә аҡса еткәнен түгел, ә үҙҙәре теләгәнен.
       Олег Яровиков фотоһы.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал