6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Йомғаҡтар

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында иң яҡшылар хеҙмәт итәсәк
19.01.11


       Кадрҙар мәсьәләһе быйыл Башҡортостандың эске эштәр органдары өсөн өҫтөнлөклө буласаҡ. Был турала кисә БР буйынса Эске эштәр министрлығының 2010 йылдағы эш йомғаҡтарына һәм 2011 йылға пландарына арналған коллегияһында республика буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин белдерҙе.
       - Беҙҙе артабан да Эске эштәр министрлығы структураһын оптималләштереү көтә, - тип билдәләне министр, - һәм үҙгәртеп ҡороу шарттарында профессиональ кадрҙар ядроһын һаҡлап ҡалыу, дисциплинаны нығытыу һәм хеҙмәткәрҙәр менән законлылыҡты күҙәтеү - уңыштың төп нигеҙе.
       Башҡортостан милицияһы хеҙмәткәрҙәре үҙенең потенциалын ике көн элек үткән тактик-махсус күнекмәләрҙә күрһәтте. Тәҡдим ителгән легенда буйынса, футбол матчы ваҡытында стадионда шартлатҡыс һалыныуы хаҡында хәбәр алынды. Тәртип һағында тороусылар халыҡты эвакуациялау һәм территорияны тикшереүҙең нисек үткәрелеүен күрһәтте. Артабан сценарий буйынса матч өҙөлөүенә риза булмаған фанаттар күләмле тәртипһеҙлектәр ойошторҙо. Бунт күтәргән төркөмдө айырым тәғәйенләнештәге милиция отряды (ОМОН) тынысландырҙы. Ә һауанан ваҡиғалар ағышын авиаотряд хеҙмәткәрҙәре күҙәтте. Кәрәк саҡта вертолет сыуалыштар үҙәгенә милиция десантын төшөрә йәки яраланғандарҙы эвакуациялай ала. Һуңынан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге милиция отряды килеп ҡушылды. Уларҙың бурысы машинала ҡасҡан тәртипһеҙлек башлаусыларҙы ҡыуып етеп, аманатҡа алынған кешене ҡотҡарыу ине.
       Эске эштәр органдарының 800-ҙән ашыу хеҙмәткәре йәлеп ителгән киң күләмле сара Өфө ҡалаһынан алыҫ булмаған Зинин ҡасабаһы янында үтте. Игорь Алешиндың билдәләүенсә, ғәҙәттә бындай саралар милицияның һөнәри әҙерлек үҙәгендә үтә. Әммә был юлы икенсе майҙан һайланған, сөнки бер урынға өйрәнергә ярамай, тәртип һаҡсылары теләһә ниндәй ерҙә лә ориентир таба белергә тейеш.
       Министр, был сара - күрһәтмә сығыштар түгел, ә состав өсөн өйрәтеү күнекмәләре, тип билдәләне.
       - Йомғаҡлау коллегияһына бөтә республиканан милиция подразделениелары етәкселәре йыйылыуынан файҙаланып, беҙ һәр район-ҡала эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре башҡара белергә тейешле ғәҙәти эш мәсьәләләрен барлап сыҡтыҡ, - тип билдәләне Игорь Алешин.
       Именлек тәьмин итеүсе хеҙмәткәрҙәрҙең берҙәм эш итергә һәм тормошта була торған һәр төрлө хәлдәргә әҙерлеген министр ыңғай баһаланы. Шулай ҙа коллегия ултырышында ул кадрҙар хеҙмәте адресына бер нисә иҫкәрмәһен дә әйтеп үтте. Атап әйткәндә, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре эшләгән хоҡуҡ боҙоуҙар иҫәбенең бик әкрен кәмеүен билдәләне. Мәҫәлән, 2010 йылда Башҡортостандың 2,5 мең милиция хеҙмәткәре дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.
       Ғөмүмән, Игорь Алешин республика Эске эштәр министрлығының бөтә подразделениеларын да тәнҡитләп үтте. Криминалға ҡаршы көрәштә махсуслашҡан подразделениеға килгәндә, министр ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш һөҙөмтәләренән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Коррупцияға ҡаршы тороу өлөшөндә уңыштар күп түгел: асыҡланған 400-ҙән ашыу факттың туғыҙын ғына айырыуса ҙур ришүәт алыуға индереп була.
       Тикшереү подразделениеларына ла һорауҙар бар: аҡланғандар иҫәбе артҡан, тимәк, нигеҙһеҙ рәүештә енәйәт яуаплылығына тарттырылғандар күп булған. Өҫтәп тикшереүгә ҡайтарылған эштәр ҙә күбәйгән.
       Йәмәғәт хәүефһеҙлеге милицияһына ла эләкте - атап әйткәндә, лицензия-рөхсәт биреү һәм патруль-пост хеҙмәтенә, шулай уҡ ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтенә.
       Юлдарҙағы хәлдәр ҙә шәптән түгел. Кәмеүенә ҡарамаҫтан, авариялар иҫәбе һаман ҙур булып ҡала. 2010 йылда Башҡортостанда биш меңдән ашыу юл-транспорт һәләкәте теркәлгән, уларҙа 658 кешенең ғүмере ҡыйылған, 6,5 меңгә яҡын кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Алешин ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә яңы техник сараларҙы әүҙемерәк ҡулланырға тәҡдим итте, бөгөнгө көндә республика Дәүләт инспекцияһы улар менән тейешле кимәлдә тәьмин ителгән. Ә юл һаҡсылары арсеналы кисә йәнә биш автомобиль менән тулыланды. Өр-яңы сит ил машиналары асҡыстарын адресаттарға махсус рәүештә Өфөгә йомғаҡлау коллегияһы эшендә ҡатнашыу өсөн килгән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Тыл департаменты начальнигы урынбаҫары Станислав Трушин тапшырҙы.
       "Форд Фокус" маркаһындағы машиналар иң алдынғы техника менән йыһазландырылған. Уларҙың һәр береһендә һанлы видеотеркәүсе, алкотестер, тиҙлекте һәм быяланың яҡтылыҡ үткәреүен үлсәүсе приборҙар бар.
       Башҡортостан милицияһының йәнә бер яңылығы - ошо уҡ көндө Бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусылар өсөн ваҡытлыса йәшәү үҙәге асылды. Уны ойоштороу өсөн Черниковка биҫтәһендә 1000 квадрат метрлыҡ ике ҡатлы бина тулыһынса үҙгәртеп ҡоролған.
       Йәш хулигандар бик уңайлы шарттарҙа тәрбиәләнәсәк. Йәмле йоҡо бүлмәләре, иркен уйын бүлмәһе, яҡты уҡыу кластары, йәнә ашхана, медпункт һәм тренажерҙары, өҫтәл теннисы булған спорт залы ла бар бында. Бының шифахана түгел, асылда холоҡ төҙәтеү йорто булыуын бөтә ерҙә урынлаштырылған күҙәтеү камералары ла, милиция формаһындағы тәрбиәселәр генә хәтерләтә. Суд ҡарары буйынса бындай урындарға етди енәйәткә барған, әммә енәйәт өсөн яуап бирерлек йәшкә етмәгән балалар ебәрелә. Бындай учреждениелар контингенты ғәҙәттә - 10 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр. Бында улар менән милиционерҙар ҙа, психолог һәм педагогтар ҙа эшләйәсәк.
       Тәүге йәшәүселәрен Үҙәк 1 февралдән ҡабул итергә әҙер. Бер юлы бында 30 үҫмер йәшәй ала. Бындай учреждениеларҙа уларҙы ҡайтанан тәрбиәләү өсөн бирелгән максималь ваҡыт - 45 көн.
       Милиция статистикаһы буйынса, 2010 йылда Башҡортостанда үҫмерҙәр енәйәтселеге кимәле 20 процентҡа кәмегән. Криминоген хәл дә республикала тотороҡло булып ҡала, тип билдәләне Игорь Алешин. Миҫал өсөн Яңы йыл байрамдарын ғына алайыҡ, уҙған йылдар менән сағыштырғанда был арала хоҡуҡ боҙоуҙар өс тапҡырға кәмерәк теркәлгән.
       - Ләкин тынысланырға ярамай - дарыны ҡоро килеш тоторға кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республиканың баш милиционеры.
       Андрей Старостин фотоһы.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал