6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БЛОГPOST

БЛОГРОST: Башҡортостандың ауыл хужалығына фән ярҙам итәсәк
18.01.11


       Рәсәйҙә фермерҙар бәхетле булған һәм муллыҡта көн иткән төбәктәр бармы икән? Үлән көйшәгән һимеҙ һыйыр, яңы тракторын тоҡандырыусы көләс йөҙлө крәҫтиән, йыл әйләнәһенә башаҡ ебәреүсе баҫыуҙар... Былар барыһы ла әлегә алыҫ киләсәк, һәр хәлдә һеҙҙең менән беҙҙең өсөн... Хыялдар-хыялдар... Бына Башҡортостан Президенты ла эш сәфәре менән республиканың Шаран һәм Баҡалы райондарында булып ҡайтҡас, аграр секторҙың киләсәге хаҡында уйға ҡалды. Һәм үҙенең посында төп мәсьәләне билдәләне: биләмәләрҙә ауыл хужалығы үҫеше.
       "Кисәге сәфәр хаҡында ҙур булмаған отчет. Беҙҙең ике көнбайыш райондарыбыҙ - ғәҙәти ауыл хужалығы биләмәләре. Ерҙән, ҙур булмаған урман массивтарынан һәм балсыҡтан тыш, башҡа төрлө тәбиғәт ресурстары юҡ. Бер аҙ нефть бар, әммә ул ысынлап та бик аҙ. Ни бары эш, кешеләрҙең зирәклеге һәм эшсәнлеге генә был райондар үҫешенә булышлыҡ итә... Был ерҙәрҙең бынан ары ла нигеҙҙә ауыл хужалыҡтары иҫәбенә үҫешәсәге аңлашыла. Бөгөн булған ҡорамалдарҙың күбеһе иҫкергән. Яңыртыуға ресурстар һалырға кәрәк. Уларҙы ҡайҙан алырға? Ҡатмарлы мәсьәлә".
       Рөстәм Хәмитов үҙенең һүҙҙәренең блогерҙарҙа ундай ярһыулы реакция тыуҙырасағын үҙе лә көтмәгәндер, моғайын. Ялыуҙар, тәҡдимдәр, фекер алышыу... Шул уҡ мәлдә, йомшартып әйткәндә, киң йәмәғәтселеккә күңелһеҙ картина асылды.
       "Ферма биналары кирбесләп ташып бөтөрөлдө, ҡабул итеү - тапшырыу акттарынан тыш мал һәм һауын һыйырҙарын билдәһеҙлеккә ҡыуып алып киттеләр, ҡалған техника металлоломға тапшырылды, әммә иң ҡурҡынысы шул - крәҫтиән күңелендә тыуған хужалығының тергеҙелеүенә һуңғы өмөт һүнде", - тип яҙҙы "Рөстәм Хәмитов блогы" Йәнле журнал-коммьюнитиһында ҡатнашыусы gulfiyash.
       Дөйөм алғанда, блогерҙар фекере бер нәмәлә тап килде. Ауыл хужалығына ғәйәт ҙур аҡса һалыуҙар талап ителә, ә улар дәүләттә юҡ. Нимә эшләргә?
       Күләмле фекер йөрөткәндә - фән менән дә ҡоралланып, бөтә фронттар буйлап һөжүмгә күсергә! Архитектор Рәис Буранбаевтың, мәҫәлән, аныҡ тәҡдимдәре лә бар. БР Президентының "Йәнле журнал"дағы битенә унан бына ниндәй тәҡдим килде:
       "Йылылыҡты бик аҙ күләмдә юғалтыусы теплицалар эшләй алам... Донъяла аналогтары булмаған, контейнер тибындағы, күп ҡатлы теплицалар буйынса эшләнмәләрем бар. Уларҙа үҫемлекселектең теләһә ниндәй культураларын, хатта игенде лә үҫтереп була. Уңыштың был осраҡта һәләк булмауын иҫәпкә алғанда, һәм тупраҡты тейешенсә эшкәрткәндә, йылына унар уңыш алып, иген уңышын гектарынан 100-120 центнерға еткерергә мөмкин".
       Нимә тураһында һүҙ барыуын белер өсөн беҙ Буранбаевтың үҙенә мөрәжәғәт иттек.
       - Төп нәмә бында - монокультура төшөнсәһе, - тип аңлата "БЛОГРОST"ҡа buranbay никнеймы аҫтында теркәлгән блогер. - Нимә һуң был? Аңлатып ҡарайыҡ булмаһа. Ер планетаһы - меңәрләгән культуралар өсөн универсаль. Башҡортостанда, мәҫәлән, тупраҡ 150 төр үҫемлек өсөн универсаль, улар барыһы ла бер ерҙә тереклек итә ала. Әммә ер һөрөлгәндә, был үҫемлектәр симбиозы юҡ ителә. Уның урынына монокультура сәселә - ашлыҡ, сөгөлдөр, редис... Шул уҡ мәлдә бындай алым - үтә хәүефле. Бер участкала оҙайлы ваҡытта өҙлөкһөҙ рәүештә үҫемлектең бер генә төрөн үҫтереү тупраҡ торошон насарайта, уны ярлыландыра. Хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ, ниңә Аллаһы Тәғәлә һабансы Каиндың "хеҙмәт емештәренән" риза булмаған? Барыһы ла ябай бында - ул ерҙә монокультуралар - иген, шалҡан һәм башҡаларҙы үҫтергән. Әммә Аллаһы Тәғәлә ерҙе шалҡан һәм иген өсөн генә түгел, ә бөтә үҫемлектәргә тип яратҡан. Һәм монокультуралар ғына сәсеү тупраҡты һәләк итеү менән бер. Авель иһә һарыҡтар алып килгән - ул бер нәмәне лә юҡ итмәгән, үрсеткән генә.
       Тап ошо монокультураларҙы баҫыуҙарҙа түгел, теплицаларҙа үҫтерергә тәҡдим ителә. Үҫемлектәр мөмкин тиклем һәйбәт үҫһен өсөн, унда бөтә уңайлы шарттар булдырырға мөмкин. Урмандар һәм йылға ярҙары иһә, шулай уҡ уникаль үҫемлектәр симбиозы кеше ҡулы ҡағылмаған килеш һаҡланһын. Ысынбарлыҡта тәбиғәттәге бар системалар ҙа бөтөн һәм камил көйләнгән! Был ғына нимә - беҙҙең бар планетабыҙ - камил төҙөлөшлө йыһан карабы.
       Нимә һуң ул "мономөхит"? Был төшөнсә бер нисә компонентты үҙ эсенә ала. Был тупраҡ та (билдәле минераль матдәләре менән), газ мөхите лә, яҡтылыҡ, температура, башҡа төрлө параметрҙар.
       Ахырҙа нимә килеп сыға? Бер нисә тингә торошло үҙҡиммәт тә, мул уңыш. Әгәр система автоматлаштырылһа инде, уның сығышы айырыуса ҙур буласаҡ.
       - Иғтибар итегеҙ: Башҡортостан - хәүефле игенселек зонаһы! - тип өҫтәй архитектор. - Был теплицаларҙың мотлаҡ кәрәк булыуын аңлата. Ләкин әлеге ваҡытта файҙаланылған примитив теплицаларҙы түгел.
       Башҡа төрлө бихисап технологиялар бар - миҫал өсөн, гидропоника, конвейер технологияһы һәм башҡалар. Уларҙы ла ауыл хужалығында күптән ҡулланырға ваҡыт.
       Фермерҙарыбыҙҙың шәп кешеләр булыуын билдәләргә кәрәк, кәрәкле әҙәбиәтте улар үҙҙәре өйрәнә, әммә был яңылыҡтарға аҡсалары етмәй! Һәр илдә бындай тикшеренеүҙәр дәүләт средстволарына алып барыла. Ә фермерҙар был эшләнмәләрҙең емештәрен файҙаланырға тейеш!
       - Асылда, совет заманында барыһы ла шулай ине, - тип билдәләй блогер. - Тәжрибәләр үткәреү менән бәйле тикшеренеүҙәр дәүләт кимәлендә алып барылды, ләкин СССР тарҡалыуы барыһын да юҡҡа сығарҙы.
       Бындай хәлдән сығыу юлын блогер нимәлә күрә?
       - Беҙҙең менән ғалимдар идара итергә тейеш, - тип иҫәпләй Рәис Буранбаев. - "Руль артында" фәндең ҡәҙерен белгән ғалимдар торорға тейеш. Беҙҙең ориентир - мәғарифты тергеҙеү. Проблемаларҙың береһе шул - Рәсәй фәненең ҡәҙере юҡ. Иң аҡыллылар сит илгә ҡасҡан... АҠШ юҡҡа алдынғы Рәсәй вуздарының иң яҡшы студенттарын күҙ уңынан ысҡындырмай - һуңғы курстарҙа уларға стипендиялар түләй тиһегеҙме!
       Бына блогер ilmaitov та аграр секторҙы фән һәм мәғариф ҡына ҡотҡарасағына ышана:
       "Республикала, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтан тыш, бөтә йүнәлеш буйынса юғары уҡыу йорттары бар, ниңә улар республика үҫеше буйынса тикшеренеүҙәр алып бармай? Ауыл хужалығы үҫеше кәрәкме - БДАУ аша тикшеренеү үткәр, туризм үҫеше буйынса - ӨДСА аша, һәм башҡалар. <...> Һәләтле йәштәр күп, уларға иғтибар аҙ, үкенескә күрә, уларҙың барыһын да бер Селигер ғына һыйҙыра алмай".
       - Шул уҡ мәлдә фәндәр синтезы кәрәк - физика һәм агрономия фәне синтезы, мәҫәлән. Ошо рәүешле генә ысын мәғәнәһендә ҡиммәтле һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин, - тип иҫәпләй блогер Буранбаев
       Ә бына "Рөстәм Хәмитов блогы" Йәнле журнал-коммьюнитиһының әүҙем ҡатнашыусыһы Павел Ремизов тармаҡты, шул иҫәптән агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса теүәл бер план төҙөгән. Уның төп тәҡдиме - аграр өлкәлә дәүләт предприятиелары ойоштороу. Шулай уҡ ауыл хужалығын үҫтереү буйынса киң күләмле программаһыҙ ҙа булмаясаҡ.
       - Етди ҡараш кәрәк, - тип билдәләй блогер pawel1.
       Беренсенән - Башҡортостандың аҙыҡ-түлек продукттарына ихтыяжын билдәләргә кәрәк. Беҙҙең илдә һуңғы 10-20 йылда аҙыҡ-түлек продукттары аҙыраҡ ҡулланылыуын беләһегеҙме икән? Һәм был буш хәбәр түгел, ә ысынбарлыҡтан алынған иҡтисади күрһәткестәр. Бөгөнгө көндә хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы егеттәрҙең ауырлығы етмәй - ә артабан нимә буласаҡ?
       Барыһы ла аҙыҡ-түлек продукттарының үтә ҡиммәт булыуы арҡаһында... Ауыл халҡы ҡорамалдарға, яғыулыҡ-майлау материалдарына көс еткеһеҙ кредиттар ала. Уларға проценттары бик ҙур. Бензинға хаҡ арта... Һөҙөмтәлә аҙыҡ-түлек ҡиммәткә төшә.
       Бының менән нисектер көрәшергә кәрәк. Павел Ремизов әйтеүенсә, - дәүләт предприятиелары ярҙамында:
       - Аңлайһығыҙмы, шәхси эшҡыуар хаҡтар кәмеүен теләмәй. Уның маҡсаты - табыш алыу. Был ғәҙәти! Хөкүмәт контролендәге дәүләт компанияһы ғына агросәнәғәт комплексы үҫешен маҡсаты итеп ҡуясаҡ.
       Билдәле һәм аныҡ маҡсаттар, дәүләт финанслауы һәм гарантиялар - проблеманы хәл итеү юлы ошо!
       - Ауыл хужалығын тергеҙеү өсөн, бәлки, дәүләт корпорацияһы ойошторорға кәрәктер! - тип фекер йөрөтә Ремизов. - Уның төп маҡсаты - халыҡтың аҙыҡ-түлеккә - һөт, икмәк, май, йомортҡаға булған ихтыяжын ҡаплау.
       Әйткәндәй, ысынбарлыҡта дәүләт корпорациялары бер нисәү булырға тейеш. Был крәҫтиәндәрҙе техника менән тәьмин итәсәк Дәүләт лизинг компанияһы. Дәүләт яғыулыҡ компанияһы (ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрен яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеүсе), шулай уҡ Минераль ашламалар буйынса дәүләт компанияһы һәм Дәүләт страховкалау компанияһы. Иғтибар итегеҙ: улар барыһы ла ресурстарҙы документта нығытылған түбән хаҡтар буйынса тәҡдим итәсәк! Бындай дәүләт компанияларының бурысы - ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеү, уларҙың проблемаларын хәл итеү.
       - Әгәр ошондай ярҙам механизмдары барлыҡҡа килһә, хаҡтар артыуын туҡтатырға мөмкин булыр ине! - тип аңлата әңгәмәсебеҙ.
       Павел Ремизов, ауыл хужалығы үҫеше өҫтөнлөклө булырға тейеш - юғиһә, иҡтисадта алға китеш булмаясаҡ, тип ышана. Һәм планлаштырыу ҙа кәрәк. Унһыҙ бер нисек тә булмай. Ул илде аҙыҡ менән тәьмин итеү өсөн кәрәк - һәм нисек етте, шулай түгел, ә тейешле кимәлдә.
       Проблеманы хәл итеүҙең йәнә бер юлы - республика райондары араһында ауыл хужалығы кооперацияһы. Миҫал өсөн, бер районда арыш яҡшы үҫә, икенсеһендә - бойҙай, кемгәлер мал ҡарауы отошлораҡ... Шунан файҙаланырға кәрәк тә инде! Өҫтәүенә - һалымдарҙан азат итеү, дәүләт заказы, ауылда инфраструктура булдырыу, йәнә аралашсыларҙы - "паразиттарҙы" юҡ итеү.
       Хәйер, ауыл хужалығын тергеҙеү алымдары хаҡында бик оҙаҡ һөйләргә була. Ҡыҙыҡ, нимә мөһимерәк һуң? Идеялар, технологиялар, әллә аҡсамы? Һорауыбыҙға яуап билдәле. Иң мөһиме - кешеләр. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренән тап шундай һығымта яһарға мөмкин:
       "Был райондарҙа йәшәгән халыҡтың ғәжәп егәрле булыуы ҡыуандыра, - тип яҙа ул Шаран һәм Баҡалы райондары халҡы тураһында. - Кем менән аралашһам да, барыһы ла алсаҡ, мөләйем һәм изгелекле. Ауырлыҡтар кешеләрҙе ҡурҡытмай. Оптимизм һәм, беләһегеҙме, башҡарған эш өсөн ғорурлыҡ бар. Кешеләрҙең тырышлығын күргәс, республиканың көнбайыш райондары үҫешенең арта ғына барасағын аңлайһың. Мин быға бөтөнләй шикләнмәйем!"
       Беҙ ҙә шикләнмәйек.
       Фото profinance.kz сайтынан.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал