6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БЛОГPOST

БЛОГРОST: Башҡортостан блогерҙары дин көсөнә ышана
17.01.11


       Ялған дуҫтар урынына ысын ҡиммәттәр, уғрылыҡ урынына хеҙмәт, әкренләп үлем һаҙлығына батыу урынына сәләмәт тормош алып барыу - Башҡортостан блогерҙарының иманы камил: дин наркоманияны еңергә ярҙам итәсәк. Бына нәмә тип яҙа ошо уңайҙан "Рөстәм Хәмитов блогы" Йәнле журнал-коммьюнитиһында ҡатнашыусы nasibullov: "Ислам ойошмалары эшләй. Мәҫәлән, имам-хатип Нурмөхәммәт хәҙрәт етәкселегендәге Максимовкалағы "Нәсихәт" йәмәғәт ойошмаһы нигеҙендә эшләүсе алкоголизм һәм наркомания менән сирле кешеләр өсөн реабилитация үҙәге. Бик күп кешеләр төҙәлеү юлына аяҡ баҫты һәм насар ғәҙәттәренән баш тартты. Башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән бик күп кешеләр тәжрибәләрен өйрәнергә килә...".
       Артур Насибуллов "Байтул Мал" берҙәм финанс-сәнәғәт үҙәге" хәйриә фондын етәкләй, 2009 йылда "Асия" мәсете ҡарамағында асылған тәүге "Нәсихәт" ислам реабилитация үҙәге башлыса тап уның иғәнә итеүҙәренә йәшәп килә лә инде. Пациенттарҙың үҙҙәренән бында бер тин дә түләтелмәй.
       - Беҙгә был тормошта бар нәмәһен - ғаиләһен, дуҫтарын, эшен юғалтҡан кешеләр килә, - тип һөйләй "БЛОГРОST"ҡа блогер. - Улар физик яҡтан ғына түгел, рухи йәһәттән дә упҡын сигенә еткән хәлдә була. Наркомандар менән нисек була һуң? Наркотиктарға күнеккәндән һуң улар ысынбарлыҡты дөрөҫ ҡабул итеүҙән туҡтай. Әкренләп улар үҙҙәренә кәрәкле кешеләр менән ныҡлы бәйләнеш булдыра һәм был бәләлә ярҙам итергә теләгән туғандарын түгел, ә сираттағы дозаны таба алғандарҙы дуҫтары тип иҫәпләй башлай. Һәм кешене әлеге мөхитенән йолҡоп алып, ҡайҙа хәҡиҡәт, ҡайҙа ялған тормош булыуына төшөндөрөү - беҙҙең төп бурыс.
       - Наркоманды нормаль тормошҡа ҡайтарыуға ынтылышта дини ойошмаларҙың төп эш алымдары ниндәй?
       - Иң элек был - һүҙ, әлбиттә. Әйткәндәй, ғәрәп теленән тәржемә иткәндә "нәсихәт" - "өгөтләү, кәңәш". Үҙәктә мәҙрәсә бар, кластарҙа даими уҡыу процесы алып барыла. Көн һайын реабилитанттар менән дин әһелдәре аралаша, дингә, Изге китапта яҙылған ҡиммәттәргә ыңғай ҡараш тәрбиәләй. Һәм был мотлаҡ Ҡөрьән тигән һүҙ түгел. Ҡөрьәндә булһынмы ул, Библияла, Торҙамы - рухи ҡиммәттәр ҡайҙа ла бер. Мосолмандар бер изге яҙманы ла инҡар итмәй.
       - Максимовкалағы үҙәк мосолмандар өсөн генәме?
       - Юҡ, ниндәй дин тотоуына, милләтенең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, бында теләһә кем килә ала. Ишектәр һәр кемгә һәм һәр ваҡыт асыҡ. Шулай уҡ үҙ теләге менән бынан һәр кем кире китә ала. Реабилитанттар алдында билдәле ваҡыт дауамында даими рәүештә үҙәктә булырға, дәрестәргә йөрөргә тигән бурыс тормай, беҙ аңлағанса реабилитация курсы ла юҡ. Ғөмүмән алғанда, дин ҡанундарына эйәреүҙең мөһимлеген, рухи башланғыс роленең ни ҡәҙәр бөйөк булыуын, унһыҙ бер матди байлыҡтың да ҡәнәғәтләндереү килтермәйәсәген аңлауға һәр кем үҙе килә. Ата-әсәңде олола, яҡыныңды ярат, сәләмәт тормош алып бар - бына нәмәгә өйрәтә реабилитанттарҙы остаздары. Йәнә улар үҙеңде хөрмәтләргә лә өйрәтә: Аллаһы Тәғәләгә буйһоноуҙан тыш, кеше берәүҙең дә ҡоло була алмай - үҙе кеүектәрҙең дә, үҙенең насар ғәҙәттәренең дә. Бар нәмә бында баҫымһыҙ, үҙҙәренең теләге буйынса эшләнә, шуға күрә ошо рәүешле һауыҡҡан кешеләрҙең проценты ла юғары - 90 процент самаһы.
       - Һеҙҙең үҙәк нисек кенә ҡунаҡсыл булмаһын, кешеләр һәр ваҡыт унда йәшәй алмай бит. Бәләһен еңә алғандар артабан нимә эшләй?
       - Теләге булған һәр кеше ауыл ерендә был эффектты нығыта, уйҙарын рәткә һала ала. Башҡортостандың Салауат районында, Нәсибаш ауылында, йәнә бер үҙәгебеҙ бар, унда һәр кем үҙенә кәрәк тиклем йәшәй һәм күңеленә оҡшаған эш таба ала - мал ҡарарға, урманды тәрбиәләргә, хатта балыҡ үрсетергә мөмкин. Хеҙмәт терапияһы ла - аҙашҡан йәндәр өсөн көрәштә бик һөҙөмтәле алым. Шул уҡ ваҡытта эшләүселәрҙең барыһы ла рәсми рәүештә эшкә урынлашҡан, бының өсөн хеҙмәт хаҡы ала, һәм эш хаҡының тотҡарланыуы тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел, сөнки Ҡөрьән хәҙистәренең береһендә, эшсеңә маңлайындағы тире кибеп өлгөрмәҫ элек түлә, тип әйтелә.
       - Ә бындай дингә килеү кеүек көрәш алымының өҫтәмә эффекттары юҡмы? Мөккибән бирелеү үҙе үк хәүефле бит.
       - Айырыуса билдәләп үткем килә, беҙ традицион ислам яҡлыбыҙ. Мин, мәҫәлән, фонд эштәре менән шөғөлләнеүҙән тыш, юғары уҡыу йортонда уҡытам - Рәсәй ислам университетында иҡтисад буйынса курс уҡыйым һәм инглиз телен алып барам. Максимовкала дипломлы имамдар дәрес уҡыта. Салауат районындағы үҙәкте имам мөхтәсиб Абдулла хәҙрәт етәкләй, уның да Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратында биләгән рәсми вазифаһы бар. Әйткәндәй, ул да, Нурмөхәммәт хәҙрәт тә ҡалабыҙ, республикабыҙ тормошонда әүҙем ҡатнаша, ысын мосолман ижтимағи яҡтан әүҙем кеше булырға тейеш. Донъянан, ғаиләнән ваз кисеп, үҙеңде Аллаһы Тәғәләгә бағышларға мөмкин булған диндәр бар, ислам иһә бындайҙы ҡәтғи рәүештә ҡабул итмәй. Ҡайҙалыр бикләнеп, намаҙ уҡыған, танауынан ары бер ни күрмәгән - етемде үҙенә һыйындырмаясаҡ, асыҡҡанды ашатмаясаҡ кеше бер ҡасан да ысын мәғәнәһендә дини кеше булмаясаҡ. Ҡөрьән үҙеңдең дини бурыстарыңды онотмайынса, көн һайын хаҡ эштәр менән шөғөлләнергә, яҡындарыңа ярҙам итергә ҡуша.
       - "Нәсихәт" үҙәге күпме реабилитантҡа иҫәпләнгән?
       - 20-25 кешегә. Унда ир-егеттәр генә йәшәй ала - ислам ҡатын-ҡыҙҙарға айырым йәшәргә ҡуша. Ярҙам кәрәк булған кешеләр күберәк, әлбиттә, әммә беҙ әлегә үҙәк эшен шунан артыҡ йәйелдерә алмайбыҙ. Ҡабатлап әйтәм, реабилитанттар өсөн бында барыһы ла бушлай, үҙәк хәйриә аҡсаһына йәшәй һәм уны тотоуға йылына 450 мең һум самаһы аҡса талап ителә. Ә бына мәсеткә барыһы ла - ауыр хәлгә тарығандар ҙа, ислам ҡанундарын күңеле менән аңларға, динде ҡабул итергә өлгөрөп еткәндәр ҙә килә ала.
       Фото spbtatarlar.ru сайтынан.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал